RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Конституциябыҙ. Яҡларғамы, үҙгәртергәме?

08.01.2013 Конституциябыҙ. Яҡларғамы, үҙгәртергәме?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында, Рәсәй һәм Башҡор­тостан Консти­ту­циялары ҡабул ителеү көнөнә арнап, “Рәсәй Федерацияһының дәүләт берлеген һаҡлау һәм нығытыу шарты булараҡ конституцион ҡоролоштоң ҡаҡшамаҫ нигеҙе” темаһына “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Сарала юристар, ғалим, политолог, социолог, тарихсы һәм филологтар ҡатнашты.
Бөгөн Конституция буйынса йәшәйбеҙме? Уны яҡларға кәрәкме? Үҙгәртеү талап ителәме? «Түңәрәк өҫтәл»дә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнде, бәхәс ҡоролдо. Философия фәндәре докторы Фәнил Фәй­зуллин белдереүенсә, со­цио­логик һорашыуҙар шуны күрһәткән: халыҡтың 43 проценты РФ Конституцияһын үҙгәртеүгә ҡаршы, 23 – 25 проценты был төп документта нимәләр яҙыл­ғанын, дөйөм алғанда, бөтөнләй белмәй ҙә. “Беҙгә Консти­туцияны яҡларға кәрәк, сөнки уның ҡайһы бер принциптары бик яҡшы”, – тигән фекерҙә философия фәндәре докторы Әхтәр Боҫҡонов. Шул уҡ ваҡытта ябай халыҡҡа Конституцияны аңлатыу мөһим.
“Түңәрәк өҫтәл”дә айырыуса Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен, тарихын, телен һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде. ҡоролтай башҡарма комитеты сараға татар, мари һ.б. милли ойошмаларҙан да вәкилдәр саҡырғайны. Ошо тәңгәлдә икенсе бер мөһим һорау ҙа ҡуйылды – ә үҙебеҙҙең балаларыбыҙ туған телен беләме? Үкенескә күрә, бөтөнөбөҙҙөкө лә түгел. ҡоролтай ултырышында әлеге хәҡиҡәтте күптәр ҡысҡырып әйтмәне.
Осрашыуға БР Конституция суды рәйесе Люциә Ғүмәрова, тарих фәндәре докторы, профессор Марат ҡолшәрипов, РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры Хәлил Барлыбаев, БДУ-ның юридик йүнәлештә эшләүсе ғалимдары Фәнис Раянов һәм Таһир Исҡужин да килгәйне. Уларҙың сығышы ла йөкмәткеле булды.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыу­сылар ҡабул иткән резолюцияла ил Президенты Владимир Путиндың быйылғы Мөрә­жәғәтнамәһендә гражданлыҡ йәмғиәте һәм дәүләтте нығытыу буйынса ҡуйылған маҡсаттарҙы, властың асыҡ булыуын талап итеүҙе, хуплау тураһында бәйән ителә. Шул уҡ ваҡытта милли республикаларҙы бөтөрөү ту­раһында ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең фекеренә, күп һанлы Рәсәй халыҡтарының ассимиляцияһын күҙаллаған берҙәм Рәсәй милләте булдырыу идеяларына протест белдерелә.
Ил Конституцияһы “Беҙ, Рәсәй Федерацияһының күп милләтле халҡы” тигән һүҙҙәр менән башлана һәм артабан дөйөм халыҡ ирке, дәүләт берҙәмлеге, халыҡтарҙың үҙ­билдәләнеше принциптарын таныу сағылып, илдең төп документын ҡабул итеү хаҡында әйтелә. Һәр кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла Конституцияны уҡып сығырға тейештер ул. Күп бәлә беҙҙең үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы белмәүҙән дә килеп сыға, шунлыҡтан Төп Законды ғына түгел, ғөмүмән, айырым закондарҙы ла белеү, өйрәнеү, ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙе яҡлай алырлыҡ белемебеҙ булыу насармы ни?
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”