RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бында ҡунаҡ булыу – һәр баланың теләге

25.12.2012 Бында ҡунаҡ булыу – һәр баланың теләге

Бында ҡунаҡ булыу – һәр баланың теләге
Мөғжизәле Яңы йылды, көтөлмәгән бүләктәре, тәмле күстәнәстәре менән ҡыуандырған тылсымлы ҡыш бабайҙы ниндәй генә бала түҙемһеҙләнеп көтөп алмай икән! Уҡыуҙа һәләтле уҡыусыларҙы йыйған БР Президенты шыршыһында ҡатнашыу ‒ һәр баланың теләгелер, моғайын. Баш ҡала менән танышыу, “Салют” шифаханаһында ял итеү, Яңы йыл тамашаһын ҡарау әллә күпме онотолмаҫлыҡ тәьҫорат бүләк итә.
Быйыл да Өфөлә үткән төп шыршы байрамы уҡыу алдын­ғыларын, олимпиадалар, спорт ярыштары еңеүселәрен, үҙешмәкәр сәнғәт фестивале лауреаттарын, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән булғандарҙы, инвалид һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балаларын йыйҙы. Республикабыҙҙың ҡала-райондарынан килгән 780 бала өсөн был көн онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙәрендә ҡалғандыр. „Нефтсе” мәҙәниәт һарайы балаларҙың шат тауышынан гөрләп торҙо. Мең төҫтәр балҡытып янған ҡупшы шыршы тирәләй ҡунаҡтарҙы ҡыш бабай менән ҡарһылыу, әкиәт, йәнһүрәт геройҙары – ҡуян, Эт, Маймыл, Йылан, Крокодил ҡаршыланы. Улар менән түңәрәктә әйләнеп, йырлап, бейеп күңел асҡандан һуң балалар залға тамаша ҡарарға йүнәлде. Мәртәбәле сараға БР Президенты тарафынан саҡырыу алған уҡыусыларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Лилиә Ғүмәрова тәбрикләне һәм уҡыуҙарында тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләне.
Бында ҡунаҡ булыу – һәр баланың теләге
Сәхнәлә шаршау асылыу менән ҡыш бабай менән ҡарһылыу, уның спортсылары пәйҙә була. ҡыш бабай Яңы йыл олимпиадаһы асылыуын һәм еңеү яулаусының Яңы йыл символы буласағын хәбәр итә. Алыҫ араларҙан таһыллыҡта көс һынашырға бобслейсы Аҡ айыу, фигуралы шыуыусы Һыуһар, саңғыла уҙышыусы Көнгөрә килеп төшә. Барыһының да теләге бер – Яңы йыл кубогын яулау. ҡара көстәр ҙә тик ятмай. Мәскәй әбей, үҙенең дуҫтары – үлемһеҙ Кащей, Шүрәле, Йыланды алып, нисек тә хәйлә, сихыр ярҙамында Яңы йыл кубогын алыу тураһында мәкерле уй ҡора һәм ҡыш бабайға килеп, бәйгелә үҙҙәренең командаларын ҡатнаштырыу­ын һорай. Бәйгене ойоштороусы тәүҙә риза булмаһа ла, ҡарһылыуҙы унан ризалыҡ бирҙертергә күндерә. Мәскәй әбейҙең командаһы Аҡ айыу­ға, Көнгөрәгә, Һыуһарға ярыштарҙа үҙҙәренең ниндәй спортсы икәнлеген иҫбатларға мөмкинлек бирмәй, улар бер ниндәй ҙә һөҙөмтәләр күрһәтә алмай. Кубок ҡара көстәр ҡулына эләккәс, ҡыш бабай уйындарҙы туҡтатырға мәжбүр була. Әммә хаҡлыҡ тантана итә. Хәйләкәр йылан төп бүләкте урлап, ҡыш бабай янына килә һәм ул 2013 йыл символы булып ҡала. Мауыҡтырғыс сценарийҙағы геройҙарҙың сағыу костюмдары, бай декорация, музыка, балалар башҡарған акробатик номер­ҙар, бейеүҙәр тамашасының күңелен арбап, бер тынала ҡарарға мәжбүр итте. Спектаклдең спорт уйындарына арналыуы юҡҡа түгел – 26 декабрҙә Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты, 2013 йылдың февралендә VI халыҡ-ара балалар уйындары уҙғарыласаҡ.
БР Президенты шыршыһына Ейәнсура райо­нынан мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаш­ҡан, уҡыу алдынғылары булған биш уҡыусы саҡырылған. Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатынан Урал Бикбов, 1-се мәктәптән Гөлшат Юлдашбаева, Үрген мәктәбенән Фиягөл Уразаева, Ташлы мәктәбенән Айгөл Солтанова, Юлай Уразаевтарҙың күңелендә был көн мәктәп йылдарының матур хәтирәһе булып оҙаҡ һаҡланыр. Юлай – бик һәләтле математик, спортсы, уҡыу алдынғыһы. Урал, яҡшы уҡыуы менән бер рәттән, олимпиадалар призеры, йырсы, бейеүсе. Фиягөл дә тик „бишле”гә генә өлгәшә, һүҙ оҫтаһы ла – шиғырҙарҙы матур итеп һөйләй, Гөлшат оҫта бейей, моңло итеп йырлай, төрлө фәндәр буйынса үткәрелгән олимпиадалар еңеүсеһе. Уҡыу алдынғыһы Айгөл дә, төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулап, мәктәп данын яҡлай.
Белем тауҙарына үрмәләгәндә тырышлыҡ күрһәткән белемле, һәләтле балалар өсөн онотолмаҫлыҡ булды был сара. Үҙҙәре кеүек „иң-иң”дәр менән осрашып, танышып, яңы дуҫтар ҙа таптылар, әллә күпме матур тәьҫораттар алып ҡайттылар. Президент шыршыһының ҡунағы булыу улар өсөн ҡыш бабай­ҙан һораған иң ҙур бүләк ине.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.
Юлай КӘРИМОВ һәм Игорь КИНЯПИН фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”