RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Революционерҙар затынан

25.12.2012 Революционерҙар затынан

Ғәҙәттә, беҙ теге йәки был күренекле шәхес тураһында яҙғанда, йә һөйләгәндә ул өлгәшкән уңыштарға, яулаған еңеүҙәренә иғтибар итәбеҙ ҙә, уның ҡайҙан, ниндәй ғаиләнән сығыуы, ата-әсәһе кем булыуы, үҙенең ғаиләһе тураһында онотоп ебәрәбеҙ. Был вайым­һыҙлыҡ исеме башҡорт тел ғилемендә генә түгел, бәлки Рәсәй һәм Европа фән донъя­һына ла киң таралыу тапҡан диалектолог, филология фәндәре докторы, профессор Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтоваға ла берҙәй ҡағыла. Ошо бушлыҡты бер ни тиклем тултырыу, кем һин, Нәжибә Мәҡсүтова, ҡайҙан һин, ата-бабаларың, туған-тыумасаларың, бала-сағаларың кем, тигән һорауға яуап биреү маҡсатында яҙылды был юлдар.
Шәмсетдиновтар – Мәсетле районының Һөләймән ауылында боронғо һәм танылған араларҙың береһе. Быуаттар төпкөлөнә күҙ һалғанда, Һөләймән ауылы Әйле ҡәбиләһенең ҡош­со ырыуына ҡарай. Нәжи­бәләр Муҡсин тигән мулла нәҫеленән килә. Унан Теләбай, Теләбайҙан Бикембәт, Зөлҡәр­нәй, Бик­тимер, Ишмөхәмәт тыуа. Бикембәттән – Бикмө­хәмәт, Хәсән, Абдулхаҡ, Абдул­ха­лиҡ. Хәсәндең улдары Миф­тахетдин, Шәмсетдин, Мин­һажетдин була. Шәмсет­диндән Хәйерзаман (1880 – 1938), Ғилметдин тыуа.
Хәйерзамандың балалары: тәүге ҡатынынан улы – Вәғиз (1910 – 1934), Һөләймәндә юға­ры белем алған тәүге кеше, 30-сы йылдарҙа РКП(б)-ның Баш­ҡортостан өлкә комитетында инструктор булып эш­ләй. ҡыҙы Мөхтәрәмә (1914 – 1983); икенсе ҡатынынан: Рәйҙә, Хам­зат, Нәжибә, Тәхийә (табип). Нәжибәнең балалары – Зилә (иҡтисадсы), Руслан (табип), Гүзәлиә (хор дирижеры). Тормош юлдашы Вил Шәрифйән улы Мәҡсүтов матбуғат өлкәһендә эшләне.
Атаһы Хәйерзамандың байтаҡ холҡон үҙенә һеңдерә Нә­жибә. Оло ҡошсо улусын ун йылдан ашыу етәкләй Хәйер­за­ман. Һуңынан колхоздар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, Мәләкәҫ ауылындағы «Крас­ная Башки­рия» колхозы рәйесе вазифаһын башҡара. Тура һүҙле, түрәләр алдында кәпәс сөймәҫ, әпкәләйҙәрҙе йәне һөймәҫ кеше була ул.
Беренсе Бөтә донъя һуғышында ла ҡатнаша Хәйер­заман, ике Георгий тәреһе менән бүләкләнә, унтер-офицер званиеһы ала. Октябрь революцияһынан һуң Колчак бандаларына ҡаршы һуғыша.
Нәжибә лә ҡыйыу, сая ҡыҙ булып үҫә. Һуғышҡа тиклем үк атайһыҙ ҡалған Хәйерзама­новтар ғаиләһе, ярлы йәшәһә лә, ауырлыҡтар алдында бәлтерәп, юғалып ҡалмай. Өлкән апайҙары үҫеп етеп, колхоз эшендә ҡатнаша башлай, ә Нәжибә әсәһе Шәһәр әбейҙең төп таянысына әйләнә: йәй ҡул арбаһы, ҡыштарын сана тартып, утын да, бесән-һаламын да ташый. Һуғыш йылдарында ауыл йәштәренән үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәген дә ойоштороп ебәрә.
Һөләймән башланғыс мәктәбен тамамлағас, Нәжибә һәм уның тиҫтерҙәре ауылдан биш саҡрымда ятҡан Ләмәҙ­тамаҡ урта мәктәбендә уҡыуын да­уам итә. Мәктәптә интернат тигән нәмә булмағанлыҡтан, Һөләймән уҡыусылары, сабата, ҡиндыраҡ, олораҡ туғандарынан ҡалған көпө кейеп, сепрәк тоҡсайға иҫке гәзиттәр­ҙән тегелгән дәфтәрҙәр янына арыш оно менән алабута ҡушып бешерелгән йәймә тығып һәм бүреләрҙе ҡурҡытырға тип һаламдан ишелгән факел тотоп, төндә яуған ҡар­ҙы йырып, күрше ауылға атлай. Мәктәпкә килеү менән йылы йомро мейесте һырып алалар. Күптәр, был ауырлыҡты күтәрә алмай, уҡыуын ташлай. Тик Нәжибә кеүек үтә сыҙамлылар ғына ун класты тамамлап, өл­гөргәнлек аттестаты алыуға өлгәшә. Ләкин тағы ла ҡаршылыҡ: юғары уҡыу йортона ба­рыу өсөн бер-ике йыл колхозда эшләргә кәрәк. Нәжибә үҙе уҡыған мәктәптә уҡытып ала ла, Башҡорт дәүләт педагогия институтына имтихан тота һәм уны 1951 йылда уңышлы та­мамлап, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә алына.
Ғилми хеҙмәткәр булараҡ, уның был йылдарҙағы эҙләнеүҙәре башҡорт диалекттарын тикшереүгә һәм өйрәнеүгә арнала. Ә был эш бигүк еңел түгел. Бының өсөн лингвистиканы, ономастиканы, терминологияны, лексикологияны, эт­но­графияны энәһенән ебенә тиклем белергә кәрәк. Әммә Нәжибә уларҙың барыһын да еңеп сыға.
Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы күренекле ғалимә генә түгел, бәлки әүҙем дәүләт һәм йә­мәғәт эшмәкәре лә ине. Йәш­тәр, ғаилә, мәктәп, юғары уҡыу йорттары проблемалары буйынса республика матбуғатында үткер һәм ҡыйыу мәҡәләләр менән дә сығыш яһар ине. Йәмғиәтебеҙҙәге кәмселектәрҙе, етешһеҙлектәрҙе, власть даирәләренең вайым­һыҙлығын, кемдең-кемлегенә ҡарамай, күҙҙәренә тура бәреп әйтер ине.
Бер генә миҫал. Үткән быуаттың 90-сы йылдары ба­шында Өфөгә Владимир Жи­риновский килеп төштө. Ижти­мағи-сәйәси үҙәк трибунаһынан төкөрөктәрен сәсеп һөйләй башлағайны, мин уны бүлдерҙем дә:
– Владимир Вольфович, һеҙ үҙегеҙҙең һуңғы китабығыҙҙа башҡорт һәм татарҙарҙы Монголияға ҡыуасаҡмын, тигәнһегеҙ. Быны нисек аңлар­ға? – тип һораным.
Жириновский был һорауҙы көтмәгәйне, ҡыҙарынып, бүртенде лә:
– Мин уны яҙманым. Уны минең референттар өҫтәгән булһа кәрәк, – тип аҡланырға тотондо.
Шул саҡ Нәжибә апай ҡулымдағы микрофонды тартып алды ла:
– Алдашма! – тине бөтә залды яңғыратып. – Һин генә яҙғанһың был пасквилде, ә хәҙер беҙгә килеп, рус, баш­ҡорт, татар араһына шына ҡаҡмаҡсыһың. Беҙ – быуаттар буйы дуҫ-татыу йәшәгән ха­лыҡ. Артабан да шулай йәшәйәсәкбеҙ.
Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙының киҫкен тауышы ҡылыс һымаҡ сыңлап китте һәм бөтә залды баҫып алды. Жири­новский ҙа ошондай зәһәр дауылдан һуң бүтән рәтле һүҙ әйтә алманы, ҡағыҙҙарын йыйҙы ла китеү яғын ҡараны.
– Ну, кәрәген бирҙең дә һуң, Нәжибә апай. Ғүмерлеккә булды, – тип маҡтамаҡсы бул­ғайным, ул миңә тишерҙәй итеп ҡараны ла:
– һ-ы-ы! Апайың бит ул! – тип мине лә урыныма ултыртып ҡуйҙы.
Йылдар үтте һәм бөгөн дә Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙының:
– Һ-ы-ы! Апайың бит ул! – тигән тауышы ҡолаҡ төбөмдә зыңлап тора һымаҡ.
Ризван ХАЖИЕВ,
журналист.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”