RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киләсәккә ышаныслы аҙым

18.12.2012 Киләсәккә ышаныслы аҙым

Киләсәккә ышаныслы аҙым
Салауат ҡалаһының «Фо­бос» нәшриәтендә Баш­ҡортостанда тәүгеләрҙән булып Япония фирмаһының Enthrone тип аталған офсет ысулы менән табаҡлы баҫыу машинаһы эшләй башланы. Яңы ҡорамал менән танышыу өсөн республиканың барлыҡ нәшриәт комплекстары етәкселәре саҡырылды. Баҫма машинаһын эшләтеп ебәреү тантанаһында БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, уның урынбаҫары Венера Хәки­мова, ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Олег Фенин ҡатнашты.
Сара «Фобос» менән бергә киләсәккә бер аҙым» тигән девиз аҫтында үтте. Бөгөнгө юғары дәғүәселек шарттары алдынғы технологиялар­ҙы үҙләштереүҙе талап итә. Полиграфия тауарҙарын ҡулланыу­сылар сифатҡа, ассортимент төрлөлөгөнә, заказдың тиҙ арала башҡарылыуына ҙур иғтибар бүлә. «Фобос» нәшриәте етәкселеге бик күп сит ил ҡорамалы менән танышҡандан һуң, Япо­нияның Komori фирмаһы сығарған Enthrone машинаһы был талаптарға яуап бирәсәк, тигән һығымтаға килә. Тап ошо баҫыу машинаһын һатып алыуҙарын улар, киләсәккә бер аҙым, тип иҫәпләй. Бизнесыбыҙҙы үҫтереү өсөн ошондай ҡорамал һатып алып, дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнбеҙҙер һәм ул беҙҙең ышаныстарҙы аҡлар, тип уйлайбыҙ, ти нәшриәт етәкселәре Лариса һәм Сергей Сергеевтар. Көнсығыш фирмаһының баҫма машинаһын «Ям Интернешнл» компанияһы алып килеп урынлаштырған. Япон ҡорамалының өҫтөнлөгө шунда: төп дүрт төҫтән тыш, теләк буйынса башҡа төҫ өҫтәргә мөмкин. Баҫыу процесы автоматлаштырылған һәм компьютерлаштырылған.
– Мин был баҫыу машинаһы менән Японияла танышып ҡайтҡайным һәм уның эшенең һөҙөмтәһен беләм. Башҡортостанда уға оҡшаш ҡорамалдар бар. Ә республиканың көньяғы һәм Салауат ҡалаһы өсөн был заманса техника – ҙур яңылыҡ. Әлеге ҡорамал юғары сифатлы изделиелар баҫтырып сығарыу өсөн иң яҡшы машиналарҙың береһе һанала. Тимәк, Салауат ҡалаһы өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Шул иҫәптән яңы ҡорамал ярҙамында башҡорт телендәге баҫмалар ҙа нәшер ителер, тип уйлайым, – тине Борис Мелкоедов сыѓышында.
– Республика етәкселеге инвестицияларҙы йәлеп итеү буйынса ҙур бурыстар ҡуя. Салауат ҡалаһының «Фобос» нәшриәтенең ҡулланыусылар баҙарын киңәйтеү, етештереү күләмен һәм сифатын арттырыу өсөн инвестициялар һалыуы бик яҡшы, – тине Венера Миҙхәт ҡыҙы үҙенең ҡотлау һүҙендә.
«Ям Интернешнл»дың маркетинг буйынса директоры Стефан Валуйский нәшриәт коллективына «Komori фирмаһының Башҡортос­тандағы тәүге баҫма машинаһы» тигән яҙыу менән таҡтаташ тапшыр­ҙы.
ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олег Фенин Салауатта ҙур сәнәғәт предприятиеларының ҡа­ҙаныштары менән генә түгел, шәхси ойошмаларҙың уңыштары менән дә ғорурланырлыҡ миҫал булыуын билдәләп үтте һәм «Фобос»тың производствоны яңыртыуға иғтибар биреүен хупланы.
Презентацияға йыйылыусыларға машинаның эшләү мөмкинлектәре күрһәтелде. Бер-бер артлы «Выбор» гәзитенең бер нисә данаһы һәм киләһе йылға календарь өлгөһө баҫылды. Баҫыу һәм көйләү ни бары 10 минут тирәһе ваҡытты алды. Баҫыусы-инструктор Борис Тимофеев машина менән етеҙ идара итте. Был тармаҡта 15 йыл эшләүсе белгескә Япония машинаһында өйрәнеү ауыр булмаған. Ул хәҙер хеҙмәттәштәренә ҡоралдың нескәлектәрен үҙләштерергә ярҙам итә.
Дүртөйлөнән килгән «Юлдаш» редакция-нәшриәт комплексы директоры-баш мөхәррире Хәмит Нәбиев әйтеүенсә, бындай заманса ҡорамалдарҙың эше менән танышыу илһамландыра. Ул етәкләгән ойошма килемле эшләүсе 14 нәшриәт иҫәбендә. Рус, башҡорт һәм татар телдәрендә сыҡҡан гәзиттәренең тиражы 11 мең данаға етә. Шәхси эшҡыуарҙарҙың нәшриәт тармағында шөғөлләнеүе яҡшы күренеш, ти ул.

Гөлнара АСҡАРОВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”