RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шәхестәре данлай йәнтөйәкте

18.12.2012 Шәхестәре данлай йәнтөйәкте

Шәхестәре данлай йәнтөйәкте
Баш ҡалала йәшәүсе ейәнсуралар йыл да осрашып, йәштәрҙе билдәле яҡташтары менән таныштырыуҙы матур йолаға әйләндерҙе
Өфөлә төпләнеүсе ейәнсураларҙың йыл да осрашыу ойош­тороу­ҙы күркәм йолаға әйләндереүе, әлбиттә, шатлыҡлы күренеш. Баш ҡалаға яҡын районда йәшәүсе бер кешенең, һеҙ бының өсөн ваҡыт табаһығыҙ, беҙ уны күптән оноттоҡ инде, тиеүе күпте һөйләй. Ябай ғына йыйылып алыу түгел, ә һәр саҡ Ейәнсуранан сыҡҡан берәй арҙаҡлы шәхескә бағышланыуы менән айырыуса әһәмиәтле был осрашыуҙар.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһындағы «Ейәнсурам – данлы төйәгем» тигән мәҙәни сара атаҡлы дәүләт эшмәкәре Фәйзулла Солтановтың хәтер кисәһе булараҡ үтте. Бер үк ваҡытта ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың юбилейына ла арналды. «Ейәнсура» яҡташтар ойош­маһы ун өс йыл эшләү осоронда бихисап уй-маҡсатты ғәмәлгә ашырған. Ойошма рәйесе, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле режиссер Салауат Итбаев билдәләүенсә, шөһрәтле яҡташтар­ҙы яҡындан белеү бигерәк тә йәш быуын өсөн кәрәк. Быға тиклем Иншар Сол­танбаев, Сөләймән Абдуллин, Мәғфирә Ғәлиева, дирижер Байрас Абдуллин, халыҡ шағиры Марат Кәримов, дәүләт эшмәкәр­ҙәре Сөләймән Мырҙа­бу­латов, Рәхим Кирәев, Валерий Ит­баев, Дәүләт һәм Басир Мә­һәҙиевтарҙың эшмәкәрлеген данлауға ҡоролған кисәләр быға асыҡ миҫал. Йәмәғәт ойошмаһына хаттар ҙа килеп тора, ти Салауат Мостафа улы. Төрлө проблемаларҙы күтәреп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорап яҙалар.
Был юлы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рауил ҡунаҡбаевтың килеүе сараға мәртәбә өҫтәне. Ысынлап та, бергәләшеп район хаҡына эшләй торған эштәр күп кенә. Рауил Ғибат улы Ейәнсура тураһында төплө энциклопедик баҫманың булмауын телгә алып үтте. Был йәһәттән эште тиҙләтеү кәрәклеген белдерҙе. Баш­ҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Ирәндек Байназаров ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе булып эшләгән Фәйзулла Солтанов тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны. Тыуған ауылы Байдәү­ләттәге һәм район үҙәгендәге бер мәктәп Фәйзулла Вәли улының исемен йөрөтә, Иҫәнғолда Фәйзулла Солтанов урамы бар. Әммә был ғына аҙ. Тыуған төйәгендә музей төҙөү − өлгөрөп еткән мәсьәлә. Баш ҡалала ла берәй урам уның исемен йөрөт­һә, бик һәйбәт булыр ине, тине ул.
Әҙиптең юбилейы йыл буйы дауам итә, тиеү дөрөҫ икән. Быйыл күренекле шағир Хәсән Назарҙың етмешенсе үргә артылыуы республикала киң билдәләнде. Яҡташ­тарҙың осрашыуында ла ижадсыға йылы һүҙҙәр, изге теләктәр әйтелде. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙул­лина, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина ҡәләмдәше хаҡында бәйән итте.
Эй ауылым, Таулыҡайым,
Сыңраттың йөрәкте һин.
Илатып та, йырлатып та
Йәшәргә өйрәттең һин,
– ти шағир. Ысынлап та, тыуған яҡ үҫтерә, тәрбиәләй шәхесте һәм, киреһенсә, йәнтөйәк үҙ улдарының көсөнә таяна, шәхестәре менән данлана.

Илдар АҡЪЮЛОВ
Илшат НАЗАРОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”