18.12.2012 “Кисә бер шаурма кеше ғүмерен ҡотҡарҒан – ергә төшөп киткән”
Башҡорт КВН-ы бер кемгә лә кәрәк булмаған, бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмаған осор ҙа булды. Һәм, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды! Сая башҡорт йәштәре сәхнәгә сығып, үҙенең тапҡырлығын, һәләтен күрһәтә башланы. Октябрҙә уҙған беренсе башҡорт асыҡ КВН лигаһы шаһиттары уйындың ниндәй ҡыҙыу булғанын әле лә хәтерләйҙер, ә?
Ошо көндәрҙә Өфөлә ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының ярымфиналдары уҙҙы. “Яңы йыл – яңыса һулыш” девизы аҫтында барған ике көнлөк ярымфиналда “ХХ централ” (Өфө), “Бытбылдыҡ” (Ейәнсура), “Нелегаль мигрант” (Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы), “Страйк” (БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы), “Хыялыйҙар” (М. Аҡмулла исемендәге БДПУ), “Алты йөҙ” (Өфө), “Яңы боролош” (башҡорт чатының йыйылма командаһы), “Дегәнәк” (Өфө 2-се педагогия колледжы), “Горняк Дозор” (Учалы), “Еңмештәр” (БДУ-ның Сибай филиалы) командалары сығыш яһаны.
Ике ярымфинал да бер үк кимәлдә булды. Сәләмләү, фристайлдан һуң, уйынсылар жюри һәм тамашасылар иғтибарына видеояҙма тәҡдим итте. Ни өсөндөр конкурстың был этабына күптәр етди әҙерләнмәгән, ғәҙәти, бер ниндәй ҙә логикаһы булмаған яҙма күрһәтелде. “Еңмештәр”, “Горняк Дозор” һәм “Нелегаль мигрант” командалары айырылды – фантазиялары йүгәнһеҙ ат кеүек. “ХХ централ”дың яҙмаһы техник яҡтан шәп ине.
КВН-сылар әле эҙләнеү юлында, юмор кимәле сифатлыға әүерелә бара, актерлыҡ һәләттәре камиллаша. Был йәһәттән “Бытбылдыҡ” һәм “Еңмештәр”ҙе миҫалға килтерергә мөмкин. Ә яратҡан командам “Горняк Дозор” (әйткәндәй, ул ни бары ике егеттән тора), һәр ваҡыттағыса, үткер юморы, тапҡыр яуабы, ваҡиғаға көтөлмәгән ҡарашы менән тамашасыларҙы көлдөрҙө. “Нелегаль мигрант” та үҙ амплуаһында ҡала.
Уйынсылар көн дә осраған күренештәрҙе оҫта эләктерә алған. Музыкаль биҙәлеш тә урынлы булды. “Горняк Дозор”, “Страйк”, “Еңмештәр” һуңғы осорҙа барыһының да тел осонда булған Батыр Ғәлимовтың “Йән” тип аталған башҡорттоң беренсе ҡурҡыныс фильмына пародия әҙерләгәйне.
Етешһеҙлектәр, бер үк темаға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтыуҙар ҙа осраны. Ирекле мөнәсәбәттәр, “ҡара юмор” һәм башҡа әхлаҡһыҙ темалар урынһыҙ булды, баймаҡтарҙың күгәргән күкрәге, ҡыҙ менән егет араһы, студент тормошо тураһындағы шаяртыуҙар тамам ялҡытты. Залдың ярым буш булыуы эсте бошорҙо. Әллә бар халыҡ шул көндәрҙә үткән “Йәшлек-шоу”, “Байыҡ” сараларына юл тотҡан, әллә студенттар, сессия тип, башкөллө уҡыуға сумған... 2013 йылдың мартында уҙасаҡ финалда алма төшөрлөк тә урын булмаҫ, тигән ышаныста булайыҡ.
Көсөргәнешле уйын аҙағында финалға үткән командалар билдәләнде. Бына улар – “Бытбылдыҡ”, “Страйк”, “Еңмештәр”, “Горняк Дозор”, “ХХ централ”, “Нелегаль мигрант”. Барыһы ла алда, башҡорт КВН-сылары беҙҙе һөйөндөрөр әле. Уйынға яңы һулыш өрөүсе ойоштороусыларға иһә “Афарин!” тип әйтергә кәрәк.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
Мәҙәктәр
Һеҙҙе етеп килгән 21 декабрь менән ҡотлайбыҙ (“Горняк Дозор”).
* * *
Йәш ғаилә ипотекаға… машина алған (“Яңы боролош”).
* * *
– Ни өсөн Рөстәм Ғиззәтуллин менән Илшат Абдуллин Урал аръяғына гастролгә йөрөүенән туҡтаған?
– Улар чупакабранан ҡурҡа бит!
– Ә уныһы Сәғиҙулла Байегет булып сыҡҡан! (“Еңмештәр”).
* * *
Хөсәйен бабай колорадо ҡуңыҙына ҡаршы яҡшы ысул тапҡан. Ул башҡаса картуф сәсмәй (“Яңы боролош”).
* * *
– Кисә бер шаурма кеше ғүмерен ҡотҡарған!
– Ыста, нисек?
– Ул ергә төшөп киткән (“Алты йөҙ”).