RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ниндәй бәхет — йортло булыу!

14.12.2012 Ниндәй бәхет — йортло булыу!

Яңыраҡ Учалы районы хакимиәтенең ҙур залында йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды. “Йәш ғаилә” федераль программаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында күрһәтелгән ярҙам һөҙөмтәһендә районда йыл да сиратҡа торған бер нисә ғаилә байтаҡ суммаға эйә була. Сертификат алыусылар һанының йылдан-йыл арта барыуы – ҡыуаныслы күренеш. Әгәр ҙә 2010 йылда – 10, ә былтыр 12 ғаилә дәүләт ярҙамын алып һөйөн­һә, быйыл 34 йәш ғаилә торлаҡ мәсьә­ләһен дәүләт ярҙамында хәл итә аласаҡ.
“Программа сиктәрендә районыбыҙға быйыл 16 миллион 400 мең һум аҡса бүленде. Уҙған йылдарға ҡарағанда, был күпкә ҙур сумма. Республикала Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы уңайынан башҡарылған сараларҙың бер ыңғай күренеше булып тора. Аҡсаның күпселек өлөшө – 11 миллион һумы тап республика бюджетынан бүленде”, – ти район хакимиәтенең торлаҡ бүлеге етәксеһе Алина Агишева.
Йәш ғаиләләргә торлаҡ буйынса кредитты түләп бөтөүгә ярҙам иткән республика программаһы ла эшләп килә. Әле федераль һәм республика программалары буйынса дөйөм сиратта 1203 ғаилә тора. Торлаҡ шарттарын ниндәй юл менән яҡшыртыуға ҡарап, программа төрөн ғаилә үҙе һайлай. Киләһе йылда нисәүһенә сертификат бирелер – билдәһеҙ. Аҡсаны республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты бүлә, финанслау иһә бюджеттың планлаштырылыуына бәйле. Сират ҙур булғанға күрә, ғаиләләр субсидияны йылдар буйы көтә. Ошо ваҡыт эсендә ғаилә ағзаларының береһенең йәше 35-тән уҙып китеүе ихтимал. Шуға күбеһе, сиратта торған хәлдә лә, ипотека юлларға мәжбүр. Игелековтар ғаиләһе тап шулай эшләгән дә инде. Бәхеткә күрә, улар сертификатты ваҡытында алып ҡала алды. Федераль программаның элекке шарттарына эләгеп ҡалыуы арҡаһында ғаиләнең был аҡса ярҙамында ипотека бурысын түләү хоҡуғы бар.
– Ярҙамды 2006 йылдан бирле көткәйнек. Өйләнешеү менән хакимиәттең торлаҡ бүлегенә барҙыҡ. Шул арала ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ике йыл элек ҡаланан ипотекаға фатир һатып алдыҡ. Тик тәүге түләү хаҡы иҫәбенә ауылдағы өйҙө һатырға тура килде. Сертификат алғас, кредитты алдан түләп бөтөүгә өмөтләнәбеҙ, – ти йәш әсә Гүзәл Игелекова.
Әлбиттә, субсидия аҡсаһына ғына йортло булып булмай. “Йәш ғаилә” программаһы буйынса алынған сертификат иҫәбенә торлаҡ хаҡының 30 процентын ғына ҡаплау ҡаралған. ҡалған сумманы ғаиләләр үҙ көсө менән таба. Бынан тыш, сертификаттың күләме балалар һанына, ғаиләнең тулы, тулы булмауына ла бәйле. Торлаҡтың бер квадрат метр майҙанының уртаса хаҡы ла иҫәпкә алына. Бөгөн ул ҡалала – 23300, ә ауылда 22600 һум тәшкил итә. Тимәк, ҡалала теркәлгән йәш ғаиләләр аҡсаны бер аҙ күберәк ала. Федераль программаға үҙгәрештәр индерелеп тороуын да билдәләргә кәрәк. Быйыл иҫәпкә тороусылар, мәҫәлән, Игелековтар ғаиләһенән айырмалы рәүештә, бирелгән аҡсаны ипотеканы ҡаплауға файҙалана алмай. Бындай осраҡта ғаиләгә республика программаһы ярҙамға килә. Шул уҡ республика программаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн кредит алған ғаиләләргә бала тыуған осраҡта социаль түләүҙәр ҡаралған. Тәүге, икенсе һәм өсөнсө бала тыуыуына ҡарап, торлаҡтың 8, 12, 16 квадрат метр майҙанының хаҡы дәүләт иҫәбенә ҡаплана. Был программа буйынса былтыр – 28, быйыл 16 ғаиләгә субсидия бирелгән.

Мөнир ИҡСАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”