RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тереһыу алырға барҙыҡ

14.12.2012 Тереһыу алырға барҙыҡ

Тереһыу алырға барҙыҡ  Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбендә балаларҙы ерһөйәрлек, илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә
Күптән түгел Әбделмәмбәт мәктәбендә “Рух шишмәһе башы – Тереһыу” тип аталған экологик-фольклор байрамы үтте. Унда филология фәндәре докторы, Рәсәй гуманитар фәндәр академияһы академигы, ғалим-фольклорсы, яҡташыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов, район мә­ғариф бүлеге инспекторы И. Баймырҙин, Баш­ҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры В. Яныбаева, Белореттағы Яныбай Хам­матов исемендәге башҡорт гимназияһы дирек­торы Н. Ғәлийәнова, гимназияның директор урынбаҫары, районыбыҙ сәсәниәһе Г. Һырлы­баева, алдынғы ҡарашлы уҡытыусы Т. ҡотло­баева, урындағы ауыл хакимиәте башлығы Ғ. Шәмиғолов, тарихсы-эҙәрмән М. Фәйзул­лин ҡатнашты.
Бер кемгә лә сер түгел: ҡыпсаҡтар – рухлы халыҡ. Киләсәк быуында ерһөйәрлек, илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән дә алдыралар. Уларҙың башланғысы күп осраҡта республикала беренсе булып сыға. Бының сере – был мәктәптә дәрес биреүселәр түгел, З. Боҫ­ҡонов, М. ҡасимова, И. Үтәбаев кеүек үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, ысын милләт улдары, ҡыҙҙары булырлыҡ шәхестәр эшләй.
Сара ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу менән башланып китте. 4-се синыф уҡыусылары өҙә баҫып бейене лә, йырланы ла. Артабан ҡунаҡтар ҡатнашлығында асыҡ дәрестәр үтте. Был сараның БЮТ-та бөтә тапшырыуҙарҙың фәҡәт башҡорт телендә үтеүе менән тап килеүе лә юҡҡа булмағандыр. ҡунаҡтар “Урал батырҙың беҙ тоҡомонан”, “Тарих бында ташы ла”, “Ер йылыһы”, “Сәсән теллеләр заты”, “Ерһеҙ баш­ҡорт – илһеҙ башҡорт”, “Экология һәм беҙ”, “Теле барҙың ғына иле бар” тигән асыҡ дәрестәрҙә ҡатнашып ҡына ҡалманы, дәрес­тең уртаһында ҡайнаны.
Артабан “Мәктәп – яңы йүнәлештә” доклады менән мәктәп директоры Инсур Үтәбаев сығыш яһаны. Ул үҙҙәренең һуңғы йылдарҙа эшләгән эштәре, уңыштар, проблемалар тураһында әйтеп үтте. Әхмәт Сөләймәновтың сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы:
− Әбделмәмбәт мәктәбендә үткән был сара – республика күләмендәге әһәмиәтле ваҡиға. Был мәктәп теләһә ҡайһы ҡала мәктәбе менән сағыштырғыһыҙ, бәлки, уның өҫтөн яҡтары ла күптер. ҡыпсаҡтар йөкмәткеһе менән алдын. Кәрәк урында маһая алаһығыҙ. Бөгөн халҡыбыҙға белемле кеше кәрәк. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре күңелде ҡырһа ла, күңелдә өмөт бар: ҡайһы ваҡыт әҙселек өҫтөнлөклө була – мобиль, тыйнаҡ, берҙәм булыу өсөн. Нигеҙҙә, ауыл мәктәптәрен тамамлаусылар ауыл хужалығы, медицина, педагогия йүнәлеше буйынса китә. Был – сикләнеү. БДИ ла ике яҡлы. Рус, инглиз телен дә ныҡлап белер кәрәк башҡорт балаһына. Оптималләштереү – башҡорт ауылдарының бәкәленә һуға торған күренеш. Рәсәй тарихында аҫаба халыҡ берәү генә булған. Ул – башҡорт. Аҡ бей батша башҡорттоң аҫабалығын таныған. Тарихыбыҙҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Телде беҙгә бер король дә, президент та бирмәгән, уны ата-бабаларыбыҙ һаҡлап алып килеп еткергән. Тел, тарих, мәҙәниәт – беҙҙе ҡылыҡһырлаусы сифат. Бөтә йәһәттән дә бөгөнгө сара актуаль. Балалар ошондай саранан рух ала, уларҙа патриотлыҡ тәрбиәләнә. Бөгөн бында таланттар йыйылған – шулар менән аралашыу бәхетенә лә эйә улар.
Район мәғариф бүлеге инспекторы И. Баймырҙин ҡыпсаҡтарҙың ошондай матур сара үткәреүен йөпләне һәм Миңнур ҡаси­мова, Айгөл Үтәбаева, Зиннур Боҫҡоновтарға район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. “Башһырт” экоклубының эше өсөн мәктәп тә ошондай уҡ Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.
Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры В. Яныбаева:
− “Башһырт” экологик клубы тәүҙә “Аҡтамыр” ине. 2000 йылдан алып ул үҙенең маҡсатлы эшен дауам итә. Әл-Бируни IX быуатта уҡ Башһырт тауҙары хаҡында яҙып ҡалдырған. Был мәктәп менән берлектә байтаҡ эшләйбеҙ. Әле беҙ үҙебеҙҙе күрһәтеп еткермәйбеҙ. Республика слеттарында ҡатнаштыҡ, йәйгеһен “Башһырт” ярҙамында эколагерь ойошторҙоҡ. Мәктәп директоры беҙҙең инициативаны күтәреп алды, һәр яҡлап ярҙам күрһәтте. Бәләкәй генә балалар сит ерҙәрҙән килгән башҡа милләт вәкилдәренә халҡыбыҙҙың рухын, фольклорын, мәҙәниәтен күрһәтте. Минеңсә, беренсе эколог Салауат Юлаев булған. Беҙҙең башҡорт тәбиғәт менән генә йәшәй ала. Ер-һыуыбыҙҙы ошо матурлығында, теүәллегендә киләсәк быуынға еткереү, уның ысын хужалары булыу – һәр беребеҙҙең беренсел бурысы. “Башһырт” төркөмөн етәклеүсе М. ҡасимова эколагерға килеүселәргә балалар ярҙамында “Урал батыр”, “Бабсаҡ менән Күсәк” эпостарын аңлатты, халҡыбыҙ тарихына ихтирам, һөйөү уятты. Был да үҙенә күрә ҙур эш.
Сығышы һуңында Вәсилә Әхәт ҡыҙы экоклубтың әүҙем ағзалары Ғайса Шәмиғолов, Нурзилә Усманова, Инсур ҡыуандыҡов, Фирғәт Шәмиғолов, Әлфинә Әйүповаға ҡурсаулыҡтың Маҡтау ҡағыҙҙарын, иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
Әбделмәмбәт ауыл хакимиәте башлығы Ғ. Шә­ми­ғолов та үҙ сығышында экология мәсьәләһен беренсе урынға ҡуйҙы. Буласаҡ хоккей майҙансығына ике яҡтыртҡыс та вәғәҙә итте. Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Н. Ғә­лийәнова ошондай матур сара үткәргәндәре өсөн ҡыпсаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, артабан да хеҙмәттәшлекте дауам итәйек, тине. Мәктәп администрацияһы төрлө кон­курс­тарҙа, фәнни-эҙләнеү эштәрендә призлы урындар яулаусы уҡыусыларҙы тәбрикләне. “ҡурсаулыҡта – Башҡортостан көндәре” тигән видеоролик ҡарағас, М. ҡасимова етәкләгән “Вариҫ” төркөмөнөң, “Гөрөлдәк” ансамбленең сығыштарын ҡарап хушланды барыһы. “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосын сәхнәләштереү сараға рух өрҙө, уның бәҫен арттырҙы. Уҡыусыларҙың ролгә инеп уйнай белеүе, сәхнәлә үҙҙәрен ысын әртистәрсә тотоуы, дикцияларының камиллығы һоҡланыуға лайыҡ ине. М. ҡа­симова, Г. Һырлыбаева, З. Көмөш­баева­ларҙан торған трио ҡыпсаҡ ерлегендә генә тыуған “ҡыпсаҡ көйҙәре”нән теҙмә уйнап ишеттерҙе. “Зиләритә-Зөбәйлә”, “Үҙән буйы”, “Хәнифә көйҙәре”, “Ғәрифә көйө” тамашасы күңеленә май булып яғылды.
Ә. Сөләймәнов исемендәге фольклор кабинетын асыу сараның бәҫен тағы ла арттырҙы. 2006 йылдан – музыка кабинеты, 2009 йылдан фольклор кабинеты булып хеҙмәт иткән был кабинет киләсәктә ҡыпсаҡ ырыуынан сыҡҡан шәхестәр тураһында бай материалдар менән байытыласаҡ, тине кабинет етәксеһе М. ҡаси­мова. Кабинет стеналарында Әхмәт Мөхәмәт­вәли улының бала, үҫмер, егет осорон сағылдырған фотоһүрәттәр, оҙайлы ғалимлыҡ дәүерен күҙаллатҡан миҙгелдәр урын алған. Ғалимдың күңел емеше – китаптары, хеҙмәттәре лә ошонда. Ауылдың данлыҡлы кешеләре хаҡында альбомдар, фотоһүрәттәр, ғилми эштәр ҙә, һәр береһе айырым тарихҡа эйә музыка ҡоралдары ла – иш өҫтөнә ҡуш ҡына. Киләсәктә кабинетты күрергә килгән кешеләрҙе Бөрйәндең моңло һандуғасы Ғилман Сәфәрғә­лин­дың тере тауышы ҡаршы аласаҡ, тине Миңнур Мө­хәмәтйән ҡыҙы. Ул Әхмәт Сөләй­мә­новҡа ике данала ғына нәшер ителгән “Сәсән теллеләр заты” тигән китаптың береһен бүләк итте.
Төштән һуң “Экологик лагерь эшен мә­ғариф система­һына индереү – юлдар һәм мөмкинлектәр” тигән “түңәрәк өҫтәл” үтте. Уны алып барыусы ҡурсаулыҡ директоры Вәсилә Әхәт ҡыҙы тәүҙә күр­һәтелгән видеороликты аңлатма менән оҙатты, унан һәр кем­гә һорауҙар бирҙе. Экологик лагерҙар өҫтәмә белем биреү сараһы булып торамы? Улар экологик-патриотик тәрбиәнең бер формаһы була аламы? Экологик лагерь һәм мәктәптәр­ҙе дөйөм белем биреү мәктәптәре базаһында ойоштороп буламы? Балаларҙың йәйге көндөҙгө лагерҙары базаһында экологик лагерҙар ойоштороу мөмкинме? Әле ҡурсаулыҡ менән Әбделмәмбәт мәктәбе үткәргән сараны артабан үҫтереү, таратыу зарурлығы бармы, тигәнерәк һорауҙар яңғыраны унда.
Көнһылыу ҡотлобаева, Мөнир Фәйзуллин, Әхмәт Сөләймәновтарҙың яуаптары милли идеяға торошло булды. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар ҡыпсаҡтарҙың был башланғысын хупланы һәм, уны күтәреп алыу, таратыу бөгөн бик актуаль, тигән һығымта яһаны.
“Урал батыр” эпосында Урал батыр, үҙенә үлемһеҙлекте һайлап алыу мөмкинлеге булһа ла, Тереһыуҙы үҙе эсмәй тирә-йүнгә бөркә. Был – фиҙакәрлек, патриотлыҡ өлгөһө, рух бөтөнлөгө. ҡыпсаҡтар ҙа бөгөн батырыбыҙ эшен дауам итә – Тереһыуҙы тирә-йүнгә бөркә. Шуға ла эштәре күренә, яҡташтары алдан йөрөй уларҙың.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”