RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бурлыҡтан башы сыҡмаған

14.12.2012 Бурлыҡтан башы сыҡмаған

17 йәшлек Илгиздең ниңәлер көн дә урлашҡыһы килә. Саҡ ҡына ҡыйыш ятҡан әйберҙе күрһә, шунда уҡ ҡулы ҡысый башлай. Мәҫәлән, быйыл яҙғыһын Белорет районының бер ҡасабаһында шәхси төҙөлөш майҙансығында металл рельстарҙы күреп ҡала. Оҙаҡ уйлап тормай, эвакуатор яллап, рельстарҙы металл һынығы итеп тапшыра. «Табыш»ының бер аҙын эвакуатор водителенә бүлеп бирә, ҡалғанына спиртлы эсемлек һатып ала.
Йәйге айлы кистә Илгиз Белорет ҡалаһы буйлап таксиҙа йөрөй. ҡайҙалыр барып кәйеф-сафа ҡороуын артабан дауам иткеһе килә уның. Тик ҡайҙа? Таксистан «Таверна» кафеһы янында туҡтауын һорай һәм машинанан төшөп ҡала. Ләкин кафе бикле булып сыға. Шул мәл Илгиздең күҙенә асыҡ форточка салына. Бына ҡайҙа ул көтөлмәгән сюрприз! Егет йәһәт кенә форточка аша эскә үтеп инә һәм кассалағы аҡсаға «айыу майы һөртә». Бер сәғәттән инде ул дуҫында рәхәтләнеп байрам итә – аҡса етерлек, тәүлек буйына эшләгән магазин ғына булһын! Бер нисә көндән ҡараҡ ошо уҡ кафеға әлеге лә баяғы асыҡ форточка аша (!) үтеп инә. Был юлы аҡсаға ҡушып һыра, тәмәке һәм башҡа «кәрәк-яраҡ»ты муҡсаһына тултырып кире сыға. Бик мул «һый»ға көсө етмәй уның, шунлыҡтан такси саҡыртырға мәжбүр була.
Илгиз августа тағы ҡасабаға килә. Ташландыҡ, бер кем дә йәшәмәгән өй күптән уның күҙенә эләгә. Маҡсатын тормошҡа ашырыр өсөн кис еткәнен сабыр ғына көтә. ҡара төндә өйҙө тентеп сыға, тик сәлдерерлек бер ни ҙә тапмай. Бер ҡасан да буш ҡул менән сыҡмаҫ үҫмер һис тә танауын төшөрмәй, гаражға барып инә. Илгиздең оло ҡыуанысына унда «Ява» мотоциклы була. «Кәрәге тейер әле», – тип, матайҙы дуҫының ихатаһына этеп алып бара.
Тағы нимәләргә ҡул һуҙҙы һуң әле? ҡапыл ғына иҫләрлек тә түгел. Ә, эйе, бер эшҡыуарҙың гаражында торған еңел автомобиленең аккумуляторына, магнитолаһына «айыу майы һөрттө». «Магнит» магазинының тәҙрәһен ярып, сауҙа залына үтеп инде һәм аҙыҡ-түлектең, спиртлы эсемлектәрҙең төрлөһө менән 15 пакетты лыҡа тултыр­ҙы. Тәҙрәнән тәүҙә үҙе сығып, пакеттарҙы тартып алмаҡсы ине лә, урамда ҡапыл килеп туҡтаған машинанан ҡурҡып, был тирәнән һыҙа һалды. Пакеттар магазинда ултырып ҡалды, хәйерһеҙең.
Иртәгәһенә Үҙәк баҙарҙа йөрөп ятҡанда, ҡараҡ бер вагондың металл менән көпләнгән бер яҡ сите асылып тороуына иғтибар итә. ҡулы менән металды артабан йырып ебәреү бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Яһалған тишектән вагонға инеп, үҫмер 30 мең һум аҡсаны ҡуйынына тығып та ҡуя. Магазинда ултырып ҡалған пакеттарға бик ныҡ асыуы килеп йөрөгәнендә, был «табыш» күңеленә май булып ята. Бур шатлығынан Өфөгә «сәйәхәт»кә сығып китә.
Тағы бер нисә көндән бер ҡатындың кеҫә телефонын урлай. Көн дә ҡан көҫәгән йыртҡыстай, нәфсеһе артҡандан-арта бара Илгиздең. Тир түкмәй, бурлыҡтан килгән аҡсаға ашап-эсеп өйрәнгән бәндә «Башҡор­тостан» сауҙа үҙәгенә йүнәлә. Ғәҙәтенсә, тәҙрәне ватып, эскә үтә. «Фото» бүлегенән фотоаппарат урлай, киләһе бүлектә кассаны тиненә ҡәҙәр ҡырып-һеперә, тик... Был ваҡытта ведомствонан тыш һаҡ бүлегендә хәүеф төймәһе саң ҡаға. Илгиз тәҙрәнән кире сыҡһа, унда полиция хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алып тора...
ҡараҡҡа барлыҡ ҡырын эштәрен полиция бүлегендә хәтерләргә һәм һөйләп бирергә тура килде. Бәлиғ булмаһа ла, енәйәттәренә ҡарап, судҡа тиклем һаҡ аҫтына алынды. Илгиз әлегә 10 урлашыу осрағында ғәйепләнә, ҡулын һис тыя белмәгән үҫмерҙе биш йылға тиклем төрмә көтә. Тик ҡараҡты төрмә төҙәтерме?

* — исеме үҙгәртеп алынды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”