RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йылда нисек аҡса эшләргә?

14.12.2012 Яңы йылда нисек аҡса эшләргә?

Яңы йылда нисек аҡса эшләргә?  Яңы йыл осоро күңелле байрам ғына түгел, ә аҡса эшләү өсөн бик уңайлы мәл. Халыҡ шыршының мең төрлө балҡыған уттарынан, шампан шарабы һәм башҡа эсемлектәрҙән, фейерверктарҙан, ҡыҫҡаһы, яңы дәүер башланыу ҡыуанысынан, әйтерһең дә, башын юғалта: барлыҡ аҡсаһын һуңғы тиненә ҡәҙәр туҙҙыра. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Яңы йылда бер кеҫәнән икенсе кеҫәгә күпме аҡса аға! Ә инде һеҙ финанс ағымының ҡайһы яғында булырға теләйһегеҙ, быныһын инде үҙегеҙгә хәл итергә. Сөнки был миҙгелдә һәр теләгән кеше аҙмы-күпме аҡса эшләй ала. Түбәндә тап ошондай тырыш кешеләр нисек Яңы йылда кеҫә ҡалынайтыуы хаҡында һөйләй. Иғтибар! Уларҙың барыһы ла тиерлек ауылда йәшәүселәр, тик исемдәрен атамауҙы һораны. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙҙыр, һалымсылар йоҡламай.

Ашнаҡсы

Рәзинә апай ауылда аш-һыуға оҫталығы менән дан алған. Ул бешергән икмәкте бер генә тәмләһәң дә, был әпәйҙең тәме онотолмай, һәр саҡ тел осонда була. Шуға күрә, ҡунаҡ килгәндә өҫтәл әҙерләшеүен һорап, атаҡлы ашнаҡсыға мөрәжәғәт итеүселәр бихисап. Рәзинә апайҙың «ҡалым»ы, дөрөҫөн әйткәндә, йыл әйләнәһенә һуҙыла. Туй, тыуған көн, юбилей кеүек мәжлескә бөхтә, таҙа ҡатынға ауыл халҡы кемуҙарҙан аш-һыуға заказ бирә.
Ике йыл элек Яңы йыл байрамы алдынан Рәзинә ханымдан бер танышы билмән эшләүен үтенә. Бөгөн билмән магазин тулы, тик уларҙың ашарлыҡтары һирәк. Берәүһенең ҡамыры таш кеүек ҡаты, икенсеһенең эслегендә иттең еҫе лә тойолмай.
– Өй билмәненә заказ яһағас, бер кистә ғаиләм менән ултырып билмән бөрҙөк. Уны бик оҡшаттылар, бер нисә көндән тағы ла заказ алдым. Тора-бара клиенттарым күбәй­ҙе, билмәнгә ҡушып, манты ла эшләп һата башланым, – тип һөйләй оҫтабикә.
Рәзинә апай әйтеүенсә, тирә-яҡ ауылдар­ҙан Яңы йылға билмәнгә заказ яһаусылар бигерәк күп, хатта өлгөрөп булмай. Бигерәк тә йәштәр үҙҙәре ҡамыр баҫып, ит үткәреп тороуҙы хушһынмай – мәжлескә Рәзинә апайҙың билмәнен һатып ала. Билмәндең бер килограмын – 150, мантыны 120 һумға тәҡдим итә. Үҙегеҙҙең билмән цехын асып ебәрергә теләмәйһегеҙме, тигән һорауға апай кире яуап ҡайтарҙы. «Шәхси эшҡыуар булып теркәлеү, унан һалым түләү, ай һайын санитар-эпидемиологик инспекторҙарҙың килеүе, ай-һай, ул саҡта артыҡ килем алып булырмы икән? Бөгөн минең билмәнемдең хаҡы арзан, шуға ла халыҡ ала. Ә рәсми рәүештә теркәлһәм, аш-һыуҙы үтә лә ҡиммәтләндереп ебәрергә тура киләсәк бит», – тине ул.

Таксист

ҡала ерендә байрамда аҡса эшләүҙең иң таралған ысулы – «бомбежка», йәғни легаль булмаған рәүештә халыҡ ташыу. Һуңғы йылдарҙа район үҙәктәрендә, курорт зоналарында урынлашҡан ауылдарҙа ла такси хеҙмәте популярлашты. Һорау тәҡдим тыу­ҙыра, йылғыр әҙәмдәр мәлен ҡулдан ысҡындырмай, такси ойошмаларын асып ебәреп отто.
Инсаф ял йортона яҡын урынлашҡан бер ауылда йәшәй. Саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, машинаһына ултырып, таксистар торған ергә йүнәлә. Тороу урынын үҙ-ара «пятак» тип тә йөрөтәләр. Бында ирҙәр генә түгел, хатта ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла машиналарында клиенттарҙы «бомбаға тоторға» йыйыла.
Инсаф, Яңы йылды түҙемһеҙләнеп көтөп алам, ти. Бына биш-алты йыл инде ирҙең Яңы йылдың һуңғы минуттары һуҡҡанда ғаиләһе менән бергә табын артында ултыр­ғаны юҡ. Сөнки тап ошо мәлдә апаруҡ аҡса эшләү мөмкинлеге бар. Уның хатта йылдан-йыл был төндә күберәк аҡса һуғыу ҡомары уяна, 25 декабрь – 2 ғинуарҙа табыштың 30 мең һумға еткәне бар. Иҫерек клиенттар үтә лә йомартланып, аҡсаһын артыҡ тоттороп китә, йәғни, тәүҙә әйтеп үткәнемсә, халыҡ Яңы йылда аҡсаһын һис йәлләп тормай. Былтыр, мәҫәлән, таксистың кеҫәһенә 31 декабрҙә алты мең һум аҡса инеп ятҡан. Тик Инсаф һуңғы айҙарҙа үҙе кеүек таксистар­ҙың бигерәк йышайып китеүенә борсолоу белдерә. Башҡа йылдарҙағы кеүек аҡса эшләй алмаҫмын, тип көйәләнгән ирҙең башына шәп фекер килгән. Дәғүәселәренән бер башҡа өҫтөн булыу өсөн, быйыл машинамдың эсен-тышын гирляндалар менән биҙәйәсәкмен, хатта арттағы панелгә бәләкәй генә шыршы ҡуясаҡмын, ти. Өлгөр Инсаф ылыҫ еҫле ароматизатор һәм Яңы йыл тураһында йырҙар дискыларын һатып алып та ҡуйған.

ҡыш бабай һәм ҡарһылыу

Бала саҡта мөғжизәле ҡыш бабайға ышаныу хәтерегеҙҙәме, хөрмәтле гәзит уҡыусылар? Мин дә көрәктәй аҡ һаҡаллы, көр тауышлы, тылсымға эйә бабайҙы көтөп-көтөп, көтөк була торғайным. Иғландарҙы ҡараһаң, ҡыш бабай хеҙмәтен тәҡдим итеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. ҡала ерендә хаҡы сәғәтенә 1500 һумға тиклем барып баҫа. Ауыл ҡаланың үксәһенә баҫа-баҫа килә шул. Үрмәксенән күрмәксе, тигәндәй, бәләкәстәрегеҙҙе ҡыуандырыр өсөн ҡыш бабай менән ҡарһылыуға ауыл ерендә лә заказ яһарға була. Тамаша ҡуйып кәсеп итеүселәр бөгөн быуа быуырлыҡ, мәжлесте алып барыусылар, Яңы йыл ваҡыты етһә, байрамдың төп геройына әйләнә.
Минең таныштарым – ирле-ҡатынлы бер пар тамадалыҡ менән көн итә. Улар үҙҙәре уҙғарған туйҙар, юбилейҙар, корпоратив кисәләр иҫәбенә ҡиммәтле сит ил машинаһы кредитын бер йыл эсендә ҡаплай алды. Хәҙер инде ипотекаға фатир алырға уйлайҙар. Яңы йылда ҡала буйлап ҡына түгел, Урал аръяғы райондарында ла аҡса эшләйҙәр. Былтыр батарейкала эшләүсе бәләкәй генә төҫлө фотопринтер һатып алып, килемдәрен тағы арттырҙылар. Заказ буйынса килеп, йырлап-бейеп, бүләк тапшырып, баланы ҡотлайҙар һәм Яңы йыл персонаждары менән фотоға төшөргә тәҡдим итәләр. «Шылт» һәм принтерҙан шунда уҡ фотоһүрәт килеп тә сыға, ата-әсә, тағы ла йөҙ һум өҫтәп түләгеҙ! Ә фотоның үҙҡиммәте 20 һум самаһы.
Тағы бер танышым ауыл майҙансыҡтарында шыршы тирәләй ҡарҙан һәм боҙҙан ҡыш бабай, ҡарһылыу һәм башҡа төрлө һындар эшләй. Сама менән бер аҙналыҡ хеҙмәт өсөн 20 – 25 мең һум тирәһе сыға. Ғәҙәттә, ул үҙенә бер-ике ярҙамсы ла ала, һуңынан һәр кемдең эшенә ҡарап аҡсаны бүлешәләр.

Һатыусы

Ниндәй Яңы йыл байрамы бүләкһеҙ һәм шыршыһыҙ булһын инде. Вадим исемле егет йыл да шыршы һатыуҙан Яңы йыл алдынан йөҙәр мең һумлап килем ала. Ике-өс ай алда райондағы урман хужалығы менән шыршыҡайҙар һатып алыу тураһында һөйләшә, килешеү төҙөй. Көнө еткәс, транспорт табып, урмандан сығарылған ылыҫлы ҡупшыҡайҙарҙы тейәй һәм яҡындағы ҡалаға китә. Унда ваҡытлыса сауҙа нөктәһен ҡуртым­ға ала. ҡала халҡы тәүге көндән үк 600 – 1500 һумға шыршы ала башлай. Ә Вадим урман хужалығы менән уларҙың хаҡын өсләтә арзанға һөйләшә. Иң мөһиме, 31 декабргә тиклем ағастарҙы һатып бөтөргә кәрәк, сөнки 1 ғинуарҙа уларға берәү ҙә әйләнеп ҡарамаясаҡ.
Яңы йыл сувенирҙары үҙ миҙгелендә бигерәк үтемле тауар. Ялтырауыҡтар, шыршы уйынсыҡтары, уларға петардалар һәм фейерверктарын да ҡушһаң, үҙе бер бизнес була! (Хатта мин дә урта кластарҙа уҡығанда Яңы йыл алдынан ололарҙың ҡотон алыусы, бала-сағаға ҡыҙыҡлы шартлатҡыстар бизнесын ойоштороп ебәрә инем. Был ҡылығым уҡытыусылар алдында фаш булғас, директорға саҡырттылар, унан алда һағыҙ һатҡан өсөн әрләнгәйнем. ҡыҫҡаһы, әрләнеләр, оялттылар, ҡаты тыйҙылар минең алыпһатарлыҡты. Ә кем белә, бәлки, минән бөгөн уңышлы эшҡыуар сығыр ине?). Үҙ ҡулың менән яһаған әйбер­ҙәрҙе һатыуға сығарығыҙ – талантығыҙ бар икән, ул юғалып ҡалмаҫҡа тейеш!
Тағы ла маскарадҡа төрлө кейемдәр тегеп һатыу, прическалар яһау кеүек ысулдар бар. Ауыл халҡы өр-яңы Яңы йыл бизнесын башлап ебәрҙе – йортто ҡаланан килеүселәргә байрамды үткәреү өсөн ҡуртымға биреү. Беҙҙең ауылда, мәҫәлән, кеше һанына ҡарап, бер төнгә 10 мең һумлап аҡса һорай­ҙар.
Шулай итеп, Яңы йыл алдынан аҡса эшләү мөмкинлеге бик күп – фантазияғыҙ ғына етһен. Тик, матди байлыҡ артынан ҡыуып, кешелек сифаттарын онотоп ебәрмәгеҙ. Ни тиһәң дә, был байрам яҡты, мөғжизәле мәл булып күңелебеҙгә һеңгән һәм Яңы йылды нисек ҡаршылайһың, ул шулай уҙасаҡ тигән әйтем бар!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”