RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ит һатырға килегеҙ!

11.12.2012 Ит һатырға килегеҙ!

Ит һатырға килегеҙ!Үткән ял көндәрендә баш ҡалабыҙҙың 13 майҙанында ит йәрминкәләре үтте. Был сара Яңы йылға тиклем дауам итәсәк. Йәрминкәгә алыпһатар­ҙар түгел, мал, ҡош-ҡорт аҫраусы хужалар үҙ­ҙәре килгәнлектән, тәҡдим ителгән про­дук­цияның сифатлы һәм баҙар­ҙағынан арзаныраҡ та булғанлығын билдәләге килә. Итте малды үҙе аҫраған кешенән алыу нисектер күңелгә яҡыныраҡ, ышаныслыраҡ кеүек.
Өфөнөң Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда көндөҙгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә аяҡ баҫырлыҡ та урын юҡ ине. Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа туп-тулы. Хатта этешеп-төртөшөп тә алалар. Етмәһә, һәр бер һатып алыусы тиерлек бәләкәй генә арба һөйрәтеп йөрөй – итте күберәк алып ҡалырға тырышалар инде. Сауҙа урынында ит кенә түгел, балыҡ, һөт аҙыҡтары, бал да күренә. Әлбиттә, сепрәк-сапраҡ тәҡдим итеп тороу­сыларһыҙ ҙа булмай инде.
Хаҡтарға килгәндә, уларҙы алдан яҙып ҡуйыусылар юҡ, һәр хужа, тауарының сифатын һәм башҡа бик күп нәмәне күҙ уңында тотоп, хаҡты үҙе ҡуя. Шуның өсөн дә йәрминкә бит. Рәхәтләнеп һатыулаша торған урын.
Өфөгә Шишмә районының Шөңгәккүл ауылынан килеүсе Әнүәр Әхмәҙуллин янына киләбеҙ. Ул ҡаҙ һата. Уларының төрлөһө күренә – уртаса ҙурлыҡтағылары ла, бик эреләре лә бар.
– Үҙем ҡаҙанлыҡта эшләйем. Шуға ҡарамаҫтан, ваҡыт табып, ҡатыным менән быйыл йәйгеһен 180 ҡаҙ үҫтерҙек. Еңел түгел инде, ләкин тырышһаң, эш ырай. Балалар ҙа, ҡайтып, ярҙам итешеп тора. ҡаҙҙан тыш, 37 күркәбеҙ ҙә бар әле. Ошо ҡош-ҡорттоң барыһын да тиерлек һатырға ниәтләйбеҙ.
Ауыл хужалығы йәрминкәһенә ул туҡтатыл­ғанға тиклем килеп йөрөргә уйым бар. Яңы йыл байрамына ҡәҙәр бөтә ҡаҙ һәм өйрәк һатылып бөтәсәк – байрам алдынан беҙҙең тауарға һорау бигерәк тә арта. Әле ҡаҙҙарыбыҙҙың барыһы ла һуйылмаған әле, һуйылһа ла, зыян түгел – уларҙы һаҡлар өсөн туңдыр­ғыс алынған, – ти уңған хужа.
ҡаҙ итенең бер килоһы йәрминкәлә 300 һум тирәһенә һатылды. Күркәнеке лә шулай. Бер ҡаҙ яҡынса 4 – 5 кило тартһа, күркәнең 11 – 12 килоға еткәндәре лә байтаҡ. Был ҡошто һатыусылар: “һарыҡ бәрәсе һатабыҙ!” – тип шаярышып тора. Сөнки күркәләр, ысынлап та, бик ҙур күренә.
Благовар районынан килеүсе Эльмира Вахитова тана, йылҡы ите менән һатыу итә. Йәрминкәгә бөтәһе 300 кило тирәһе ит алып килгәндәр. Тик үҙе менән оҙаҡлап һөйләшеп торорға форсат ҡына юҡ – һатып алыусылар баҫып алып килә. Тана итенең хаҡы, яҡынса алғанда, 220 – 260 һум. Йылҡыныҡы саҡ ҡына арзаныраҡ. Итте ваҡлап та, күмәртәләп тә алырға мөмкин.
Дөйөм алғанда, йәрминкәлә бер кило иткә хаҡтар ошолай булды:
Һыйыр ите – 210 – 270
Йылҡы ите – 200 – 265
Күркә ите – 280 – 300
ҡаҙ ите – 270 – 300
Һарыҡ ите – 250 – 270
Тауыҡ – 150 – 160
Тултырма – 430 – 450
Аҡ май – 240 – 250
Эремсек – 150 – 160.
Тик шуны дөрөҫ аңларға кәрәк: йәрминкәлә иртәнге һәм төштән һуңғы хаҡтар ныҡ айырыла. Шулай уҡ оҫта ғына итеп һатыулашып та хаҡтарҙы төшөрттөрөргә мөмкин.
Йәрминкәнең тәүгеһе 8 декабрҙә үтһә, һуңғыһы 30 декабрҙә ойоштороласаҡ. Аҫраған малығыҙҙың итен “тере аҡса”ға һатыу – иң отошлоһо. Шуға ла ит йәрминкәләренә рәхим итегеҙ. Унда ауыл кешеләре үҫтергән мал итен алыусыларҙың күп икәнлегенә үҙебеҙ шаһит булып ҡайттыҡ. Сауҙа урындары ауыл халҡына бушлай бирелә, был мөмкинлек менән дә файҙаланып ҡалырға кәрәк.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”