RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡурай” дуҫтарын йыйҙы

11.12.2012 “Ҡурай” дуҫтарын йыйҙы

“Ҡурай” дуҫтарын йыйҙы “ҡурай” телеканалы дуҫтарын йыйып, үҙ концертын ойошторҙо. Күркәм шоу-программа “Нефтсе” мә­ҙә­ниәт һарайында үтте. Ҙур тамашала республикабыҙҙың танылған йырсылары ҡатнашты, шулай уҡ махсус ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Яҡут-Саха, ҡа­ҙағстан, ҡыр­ғыҙстан, Әзер­байжан Респуб­лика­ларынан, Төркиәнән сәхнә оҫталары килде.
“ҡурай” каналы бына инде өс йыл башҡорт йыр-моңон һөйөүселәрҙе ҡыуандырып тора. Туған телебеҙҙә яңғыраған берҙән-бер музыкаль канал бит ул. Бында һәр кем үҙ зауығына, күңел торошона ярашлы көйҙәрҙе ишетә, сағыу клиптарҙы ҡарай ала. “ҡурай” ойошторған концерт та – тамашасылар тарафынан көтөп алынған ваҡиға. Был – яратҡан йырсыларыбыҙҙы яҡындан күреү мөмкинлеге лә, каналдың үҫеүенә, билдәлелек яулауына булышлыҡ итеү, үҙ өлөшөңдө индереү ҙә.
– Канал үҙ эшмәкәрлеген күрһәтергә, ниндәйҙер һөҙөмтәләр ҙә яһарға тейеш, тип уйлайым. “ҡурай” каналы бар, ул эшләй һәм эшләйәсәк, тигән һүҙҙе еткерергә кәрәк халыҡҡа. Шуға күрә ошо концертыбыҙҙы ойошторорға бул­дыҡ, – тип һөйләй “ҡурай”ҙың директоры-баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева. – Беҙҙең йырсыларыбыҙ ҙа, тамашасыларыбыҙ ҙа күп. Бөгөнгө сара уларҙы бергә осраштырыу теләгенән дә килеп сыҡҡандыр. Ғөмүмән, рухташтарҙың бер ҡорға йыйылыуы кәрәктер. Концертта тамашасыларыбыҙҙың һөйөүен яулаған артистар сығыш яһай. Программабыҙҙың икенсе өлөшөндә туғандаш республика һәм илдәрҙең йырсыларын сәхнәгә сығарырға булдыҡ. Сөнки “ҡурай” каналы бына инде ике йыл Төрөк музыка берлеге телевидениеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Уларҙың клиптарын беҙ күрһәтһәк, башҡорт йырсыларының клиптары TMB каналында даими рәүештә күрһәтелеп килә. Ул клиптар Башҡортостан Республикаһы флагы аҫтында сыға. Шулай итеп, беҙ сит илдәргә республикабыҙҙы ла танытабыҙ. ТМB каналы тапшырыуҙары 19 илдә күрһәтелә. Азия, Европа дәүләттәрендә лә тамашасылары бар. Был телеканал менән бергә эшләү беҙгә сәнғәтебеҙҙе киң йәмәғәтселеккә сығарыу мөмкинлеге бирә.
“ҡурай” каналы күңел асыу ғына түгел, тәрбиә сығанағы ла булырға тейеш. Был маҡсатты ижади коллектив уңышлы итеп тормошҡа ашырып килә. Заманса йырҙарҙан башҡа, халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһын тәшкил иткән моңдар яңғырай бит унда.
Боронғо йырҙарҙан тупланған видеоархивыбыҙ бар. 20 – 30 йыл элек төшөрөлгән таҫмалар һаҡлана. Уларҙы тамашасыларға күрһәтеп торабыҙ. Беҙгә шылтыратып, йәш саҡтарҙы хәтергә төшөрттөгөҙ, тип рәхмәт әйтәләр. Айырым рубрикаларға тупланған йырҙар бар. Уларҙы ҡарап, һәр кем күңеленә яҡын булған көйҙәрҙе һайлай ала. “Аҫылйәр” рубрикаһында, мәҫәлән, тик башҡорт халыҡ йырҙары яңғырай. “Илһам”да милли музыка ҡоралдарыбыҙҙың ғына яңғырашы ишетелә. Бынан тыш, башҡорт фильмдарын да күрһәтәбеҙ.
Эйе, “ҡурай” каналы ‒ ысынлап та, сағыу, мауыҡтырғыс ижад емеше. Уны күптәр ҡарай. Шул уҡ ваҡытта күптәрҙең, бигерәк тә төпкөл башҡорт ауылдарында йәшәүселәрҙең, был канал тапшырыу­ҙарын ҡарау мөмкинлеге юҡ әлегә. Әммә теләгәндә был ҡыйынлыҡты ла йырып сығырға булалыр. Бының өсөн бары махсус антенналарға тоташыу кәрәк бит. Тик аҡсаң ғына булһын.
– Каналыбыҙ Интелсат – 15 спутнигы аша эфирға сыға. Шуға күрә лә беҙҙең халыҡҡа, киң йәмәғәтселеккә сығыу мөмкинлеге бер аҙ сикләнгән. Әммә ошо рәүешле эш­ләүебеҙҙең ыңғай яғы ла бар. “Тәрилкә”һе булған кеше беҙҙе Калининградтан алып Сахалинға тиклем ҡарай ала. Латвия, Италия, Германияла йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡарай беҙҙе. Киләсәктә бөтә ил һанлы телевидениеға күсһә, каналыбыҙ һәр өйҙә күрһәтәсәк, әлбиттә, – ти канал етәксеһе.
“ҡурай” каналы йыл да йәштәр өсөн “Naza” дискотекаһын ойоштороп килә. Был сара үҙенә күрә элекке йоланың заманса һулышы булып тора. Нaза – бейеүгә, уйынға сығыу, тигән һүҙ. Канал хеҙмәткәр­ҙәре ойошторған наза ла – уйындың концерт менән үрелеп килеүе, йәштәрҙең туған йырҙарына күңел асыу мөмкинлеге. Концерттан һуң икенсе көнөнә дәртле көйҙәрҙе үҙ итеүселәр, бейергә яратыусылар ошо күңелле сараға йыйылды. Әйткәндәй, унда сит ил ҡунаҡтары ла сығыш яһаны.
– “Наза”ға йәштәр генә йөрөмәй. Урта быуын да бик теләп килә. Сараның бер аныҡ, мөһим маҡсаты ла бар. “Наза” – ул йәш быуын артис­тарын ҙур сәхнәгә сығарыу юлы. Мәҫәлән, МС Баш, Айҙар Хәмзин, Ян Лира кеүек йырсылар оло сәхнәгә ошондай концерттарҙа тәжрибә туплай, һәләтен үҫтерә, яңынан-яңы тамашасылар һөйөүен яулай. Зилиә Бәхтиева кеүек уҡып ҡына йөрөгән йәштәрҙе, сту­денттар­ҙы ҙур сәхнәгә сығарабыҙ, – ти “ҡурай” каналы етәксеһе.

Илдар УРМАНТАЕВ, уҡытыусы:
– “ҡурай” каналын бик йыш ҡарайым. Ваҡыт үткән һайын күңелемә яҡыныраҡ булып бара. Күҙгә күренеп үҫте. Сифаты, йөкмәткеһе лә миңә оҡшай. Концертҡа килеүемдең сәбәбе – сит ил йырсыларын күреп, тыңлап ҡайтыу. Телевизор, интернеттан ҡарау барыбер икенсе төрлө бит.

Габил МАМЕДОВ, Башҡортос­тандағы Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге вәкиле:
– Концерт бик oҡшаны. Республикала оҙаҡ йылдар йәшәйем. Шуға күрә бөтә йырсыларҙы яҡшы беләм. Башҡорт халҡын донъяға танытҡан каналдың булыуына бик шатмын. “ҡурай” менән үҙем тәүге тапҡыр Баҡыла, улым менән ҡунаҡта булғанда танышҡайным. Тап­шырыуҙары күңелгә ятты ла ҡуйҙы. Өфөгә ҡайтҡас та был канал менән ҡыҙыҡһынып киттем, хеҙмәткәрҙәре менән таныштым. “ҡурай” аша туған телемдә яңғыраған йырҙарҙы ла тыңлай алам. Икенсенән, башҡорт көйҙәре лә беҙҙекенә бик оҡшаған бит. Шуға ла “ҡурай” миңә бик яҡындыр инде.

Лариса МУСИНА, табип:
– Элек нисектер “ҡурай”ҙы ҡарар өсөн ваҡыт табылмай торғайны. Уны ишетеп кенә белә инем. Әммә бер заман (сирләп ятҡан ваҡыт ине) осраҡлы ғына ҡабыҙып, ҡыҙыҡһынып киттем. Һуңынан иғтибар менән ҡарай башланым. Хәҙер бөтә ғаилә менән яратып ҡарайбыҙ. Бошонғанда, күңелһеҙ булғанда, ошо каналды ҡабыҙып ебәрһәң, кәйеф күтәрелеп китә. Бигерәк тә ейәнсәрем унда яңғыраған көйҙәргә бейергә ярата.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”