RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алтынға тиң ғүмер

11.12.2012 Алтынға тиң ғүмер

Алтынға тиң ғүмер Һуңғы егерме йылда илдә барған бер туҡтауһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙар тормошобоҙға яҡшыһын да, яманын да мул алып килде. Көнкүрешебеҙҙең кире яҡтары бигерәк тә йәштәрҙең тормошонда ныҡ сағыла. Улар араһында эскелек, наркомания, фәхишәлек сәскә ата. Яңы ғына ҡоролған ғаиләләрҙең тарҡалыуы, етем балаларҙың ишәйеүе – аяныслы хәл. СССР мәлендә лә донъя көтөүе әллә ни еңелдән булманы, әммә йәмғиәттең ошо ячейкаһы ныҡлығы менән айырылып торҙо. Йәштәр икенсерәк тәрбиә алды, ололар һүҙенән сыҡманы, ғаилә ҡиммәттәре һаҡланды.
Шулар иҫәбенә мин Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ ауылында йәшәүсе, хөрмәткә лайыҡ һәм күптәргә өлгө булырлыҡ Рауза һәм Сынтимер Ғөбәй­ҙуллиндарҙы индерер инем. Тәү ҡарашҡа был кешеләр башҡаларҙан әллә ни айырылмай ҙа кеүек. Бала һәм үҫмер саҡтары һуғыштан һуңғы ауыр осорға тура килгән. “Ул заманда бөтә эш ҡул һәм ат көсө менән башҡарыла ине. Хеҙмәт хаҡы бик түбән булды, аҡса эләкмәне, әммә һыр бирмәнек”, – тип хәтерләй ветерандар.
Уҙған быуат­тың 60-сы йылдары башында Алыҫ Көнсығыш һәм Себер тарафтарында ауыл хужалығын дәррәү үҫтереү башлана. Шул ваҡытта әҙер кадрҙарҙы шунда тәғәйенләйҙәр, халыҡса әйткәндә, вербовка башлана. Сынтимер Ғөбәйҙуллин, йәшлек романтикаһына бирелеп, Байкал аръяғындағы Приаргун районына юллана. Хужалыҡта үҙ эшен яратып башҡарған башҡорт егете тиҙ арала ихтирам яулай. 1962 йылда 24 йәшлек Сынтимер тыуған төйәгенә ҡайтып, йәрәшеп ҡуйған һөйгән йәре Раузаны кәләш итеп ала һәм бергәләшеп Байкал яғына китәләр. Рауза Әхмәҙулла ҡыҙы һауынсы булып эшләй. “Егерменән ашыу һыйыр­ҙы ҡул менән һауа инек”, – тип хәтерләй ул. Ғөбәйҙул­линдарҙың намыҫлы хеҙмәте урындағы колхоз һәм район етәкселектәренең маҡтау, рәхмәт ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.
1982 йылда улар тыуған яғына ҡайтып, Айсыуаҡ ауылында төпләнә. Ғаилә башлығы үҙ һөнәре буйынса эшләй, совхоз бүлексәһендә һыйыр малы көтә, ә хужабикә ҡатнаш аҙыҡ етештереүсе заводта эшләй. Мин, ул саҡта хужалыҡтың партия ойошмаһын етәкләгән кеше булараҡ, Сынтимер Мостафа улының фермалағы эше менән яҡындан таныш инем. Ул илке-һалҡылыҡты яратмаған, үҙенә тапшырылған бурысты намыҫ менән башҡарыусы шәхес булараҡ хәтерҙә ҡалған.
Уңған кеше бар ерҙә лә уңған, тигәндәй, Ғөбәйҙуллиндар бер улын һәм ике ҡыҙын матур итеп үҫтерҙе. Улар хәҙер төрлө өлкәлә эшләй, бәләкәстәр тәрбиәләй, ата-әсә намыҫына тап төшөрмәй.
Рауза һәм Сынтимер Ғөбәйҙул­линдар оло йәштә булһа ла, ихаталары ыҡсым, төрлө емеш-еләк үҫкән, гөл-сәскәгә күмелгән баҡсалары һәр саҡ тулы тәртиптә. 50 йыллыҡ ғаилә тормошо тынғыһыҙ хеҙмәттә үтеп тә киткән. Юҡ, ярты быуатлыҡ ғүмер заяға уҙмаған, үкенестәр ҡалмаған. Уңған ғаиләгә артабан да яҡындарының, ауылдаштарының ихтирамын һәм рәхмәтен тойоп, имен йәшәргә яҙһын.

Урал ҡӘЙҮМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”