RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Автомобилде «сисендереү»ҙә суд приставтарын ғәйепләү нигеҙһеҙ

04.12.2012 Автомобилде «сисендереү»ҙә суд приставтарын ғәйепләү нигеҙһеҙ

2012 йылдың 2 ноябрендә «Йәшлек» гәзитендә «Кем автомобилде «сисендергән»?» тигән мәҡәлә донъя күрҙе.
Рәсәй Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан, был мәҡәләлә күрһәтелгән факттар дөрөҫлөккә тап килмәй, тип хәбәр итәләр. Атап әйткәндә, хәбәрсе Баныу ҡаһарманова, суд приставтары-башҡарыусылар йәш ҡатын 2008 йылда банкынан кредит алып һатып алған автомобилгә арест һала, тип яҙа. Мәҡәлә авторы раҫлауынса, машина алған ваҡытта ҡатындың даими эш урыны була һәм ул ваҡытында кредитын түләп бара. Әммә һуңынан айҙар буйы эш хаҡы тотҡарлана башлағас, бурысын ваҡытында түләй алмай башлай. Был ваҡиғаның геройы декрет ялына киткәс, хәл тағы ла ҡатмарлаша һәм ул, тормош ауырлыҡтарына һылтанып, кредитын бөтөнләй түләмәй башлай.
Суд ҡарарын үтәп, суд приставтары уның автомобиленә арест һала. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатын автомобилде аресҡа алыуҙың дөрөҫ башҡарылыуына шик белдерә һәм суд приставтарын машинаның запас частарын һәм аксессуарҙарын алмаштырыуҙа ғәйепләй. Ул әйткән тәнҡит һүҙҙәре был хеҙмәткәрҙәрҙең ғәҙеллегендә шик уятыуға нигеҙ булды.
Идаралыҡ етәксеһе – Башҡортостан Респуб­ликаһының баш суд приставы күрһәтмәһе буйынса «Йәшлек» гәзитендә күрһәтелгән факттарҙы тикшереү һәм документлаштырыу өсөн идаралыҡ комиссияһы тарафынан тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәһендә түбәндәгеләр асыҡлана.
Рәсәй Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Әбйәлил район бүлеге суд приставтары башҡарыуында, 2010 йылдың 18 ноябрендә БР Әбйәлил район суды ҡарары нигеҙендә ҡуҙғатылған 1979 йылғы Г.-ға ҡарата «РУСФИНАНС БАНК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте файҙаһына 306245,61 һум күләмендә бурысын ҡаплатыу тураһында башҡарыу производствоһы була.
Башҡарыу производствоһы тураһындағы Федераль закон биргән вәкәләттәр нигеҙендә был эш буйынса башҡарыу ғәмәле тормошҡа ашырыла, атап әйткәндә, күҙәтеүсе һәм теркәүсе органдарҙан документтар һоратып алына, шулай уҡ гражданка Г-ға ҡарата транспорт сараһына ҡарата теркәү ғәмәлдәрен тыйыу һәм ваҡытлыса Рәсәйҙән ситкә сығыуҙы сикләү тураһында ҡарар сығарыла. ҡатынға 2010 йылдың 31 декабренә тиклем «РУСФИНАНС БАНК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте файҙаһына бурысын ҡаплай башлау тураһында талап тапшырыла. Әммә бурыслы суд приставына, был талапты үтәй алмайым, тип хәбәр итә. Шул ваҡытта мәжбүри түләтеү сараһын күреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Аресҡа алынған автомобиль тартып алына һәм ышаныс ҡағыҙы буйынса вәкилгә акт буйынса аресҡа алынған мөлкәт һаҡлауға тапшырыла. Шулай уҡ транспорт сараһын дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ, страховкалау полисы, сервис кенәгәһе, дәүләт техник күҙәтеүе талоны тартып алына һәм, һаҡлау урынын билдәләп, яуаплы һаҡлаусыны тәғәйенләү тураһында ҡарар сығарыла.
Быйыл март айында Рәсәй Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының район суд приставтары бүлегенә «РУСФИНАНС БАНК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән бурыслыны транспорт сараһына теркәү ғәмәлдәрен үткәреү буйынса һалынған арестан азат итеү тураһында ғариза килә. Суд приставы башҡарыусы тарафынан мөлкәтте тапшырыу акты буйынса пүнәтәйҙәр ҡатнашлығында автомобиль ҡатынға тапшырыла. Транспорт сараһын алған ваҡытта уның яғынан бер ниндәй ҙә дәғүәләр һәм иҫкәрмәләр булмай, был актта уның ҡултамғаһы менән раҫланған. Бер нисә көндән һуң «РУСФИНАНС БАНК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан башҡарыу ҡағыҙы һоратып алына, шуның нигеҙендә суд приставы теркәү ғәмәлдәрен тыйыу һәм мөлкәтте арестан азат итеү, башҡарыу производствоһының тамамланыуы һәм башҡарыу ҡағыҙының түләттереүсегә ҡайтарылыуы тураһында ҡарарҙар сығара.
Әйтергә кәрәк, суд приставтары эшмәкәрлегенә ҡарата гражданка Г-ның ялыуы буйынса район прокуратураһы тикшереүе барышында бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоу асыҡланмаған. Шулай итеп, мәҡәләлә күрһәтелгән суд приставы-башҡарыусы яғынан законға ҡаршы ғәмәлдәр башҡарыу факты раҫланманы.

РФ Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”