04.12.2012 Урман шаулап үҫә...
Сибай ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар ылыҫлы үҫентеләр үҫтереп һата
Башта бер проблемаға ике ҡараш хаҡында әйтеп китергә теләйем. «Урманды кем бөтөрҙө – «Селена» бөтөрҙө», – тигәнерәк һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Шулай ҙа быйыл йәй Баймаҡ районында йәшәүсе бер эшҡыуар, үҙенең нисек пилорама асыуын һөйләп, бер көлдөрөп алды әле. Баҡтиһәң, уны, эшһеҙ ятҡан ауыл кешеһен, көсләп, шаҡарып алып барып тигәндәй, эшҡыуар итеп ҡуйғандар икән.
– Ауыл хакимиәте башлығы өйгә килә лә килә, әйҙә, 49 йылға ҡуртымға урман алып ҡал, исмаһам, эшле булырһың, тип өгөтләй. Хәлемдән килмәй бит был эш, тиһәм дә, барыбер күндерҙе. Мин, урманда тыуып үҫкән кеше, шулай ҡаршылашҡанымды, әлбиттә, башҡалар ҙа ҡаршылашҡандыр инде; шул саҡта өй беренсә тигәндәй йөрөп, урмандарҙы ҡуртымға алырға өгөтләп йөрөгәндәрен, үҙебеҙҙең ыжламай ятып ҡалыуыбыҙҙы берәү ҙә иҫкә алмай бит әле. Хәҙер, Аллаға шөкөр, эшем дә көйлө, үҙем дә өйрәнеп алдым урман менән сауҙа итергә. Нисәмә кешене эш менән тәьмин итәм.
Бөгөн иһә, ысынлап та, урмандар ҡуртымға биреп бөтөлгән тиергә була: һәр кешегә үҙ ғүмерендә тейеш булған 150 кубометр урманды ла юллап алыу оло проблемаға әүерелгән.
Ә бына Сибайҙа йәшәүсе бер нисә эшҡыуар, ошо урманға бәйле яңы кәсеп уйлап сығарып, һин дә мин итеп эш асып ебәргән, үәт!
Юрий Иванов һәм уның компаньондары, аталы-уллы Филипповтар, ылыҫлы ағас үҫентеләре үҫтереп һатыуҙы яйға һалған. Был хаҡта беҙгә Юрий түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Бер мәл кәләш менән йортом алдында шыршы үҫентеләре ултыртырға булып киттек. Силәбе өлкәһенә сығып, 1 – 1,5 метрлыҡ шыршы ағастарын һәр береһен 7000 һумға һатып алып ҡайттыҡ. Әйтеүе генә анһат – 7000 һум! Шул мәлдә, был ағастарҙы үҙемә үҫтереп һатып ҡарағанда нисек булыр икән, тигән уй башыма килде.
Башланған эш – бөткән эш – Юра һәм уның кәсептәштәре бөгөнгө көндә 8 сутый ерҙә, гөл көршәктәренә сәсеп, шыршы, пихта, ҡарағай, кедр ағастарын үҫтерә. Яҙ башынан сәселгән 4000 орлоҡтан шуның сама уҡ ылыҫлы үҫенте ҡалҡып сығып, ҡәҙимге генә булып үҫеп тә килә.
– Көршәктә үҫкән ағас, нисек кенә ғәжәп яңғырамаһын, ерҙә үҫкән туғандарына ҡарағанда сыҙамыраҡ була. Күрәһең, ерҙән ҡаҙып алған саҡта, беҙгә күренмәһә лә, ағастың тамыр системаһы зарарлана, ул стресс кисерәлер, тигән фекергә килдем. Көршәктәге үҫентеләр иһә, ваҡытында ашлама индереп, һыу ҡойоп торһаң, күсереп ултыртыуға бигүк бирешеп бармай. Бүре йыҡмай, юғалып бармай, үҫә лә үҫә бирә. Тик ваҡыт-ваҡыты менән ҙурыраҡ көршәккә күсереп торорға кәрәк.
– Юра, энтузиазмыңды аңлайым: һин был эшкә аҡса түккәнһең, унан табыш алырға өмөтләнәһең. Тик хыялдарыңды халыҡ уртаҡлашырмы һуң? Үҫентеләреңде һатып алырҙармы?
– Бөгөн бүлмә гөлөндәй генә булып үҫеүенә ҡарамаҫтан, шыршы үҫентеләрен 500 – 600 һумдан һатып алып китеп торалар. Хәҙер бит шәхси төҙөлөш йылдам бара: кешеләргә йорт ихаталарын матурларға, йәшелләндерергә кәрәк. Шуға ла ағас үҫентеләренә һорау юғары булыр тип өмөтләнәм. Шәхси сектор ғына түгел, ҡала, район, ауыл хакимиәттәре, коммуналь хужалыҡтар менән дә бергәләшеп эшләрбеҙ тип өмөтләнәм.
Юрийҙың кәсебе менән оҙаҡ йөрөп таныштым. Эшҡыуар егет, ылыҫлы ағастарҙың ниндәй матур булыуын, уларҙың кеше организмына файҙалы булған фитонцидтар таратыуын һөйләне лә һөйләне, маҡтаны ла маҡтаны...
ҡалала йәшәп тә, үҙенә кәсеп эҙләп табырға тырышҡан был әрһеҙ егетте, алда телгә алған ирекһеҙҙән эшҡыуар милләттәшем менән сағыштырып, баш сайҡап, үҙ алдыма һөйләнә-һөйләнә, ҡайтыу яғына ыңғайланым.
Илшат ҡАНСУРИН.