04.12.2012 Урлайҙар, йәшерәләр…
Рәсәй Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республика парламенты депутаты, Стәрлетамаҡ станоктар заводы директоры 22 миллион һум һалым түләмәүҙә шик аҫтына алынған.
Тикшереү 2008 йылдың ноябренән 2011 йылдың майынаса заводтың һалым түләү буйынса бурысы барлығын асыҡлаған. Ә етәксеһе иһә, был фактты йәшерер өсөн, төрлө банкыларҙа бөтөнөһө 53 иҫәп асҡан, аҡсаны кредит түләүгә йүнәлткән. Мутлыҡ юлы менән башҡарылған әллә нисә финанс операцияһы 22 миллион һум аҡсаны йәшерергә маташыуҙы күрһәткән. Элек тә ошо етәксе заводтың 45 миллион һум аҡсаһын үҙенә тотоноуҙа ғәйепләнгән булған. Бындай енәйәт статьяһында хөкөм – биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
Әйткәндәй
Өфө полицияһы хеҙмәткәрҙәре төҙөкләндереү буйынса бер предприятиела “үлек йәндәр” барлығын асыҡлаған. Эшселәр исемлегендә исем-шәрифтәр бар, эш хаҡы яҙыла, ә ысынында улар – юҡ, йәғни предприятиела эшләмәй.
Шундай һорау тыуа: эш хаҡын кем алған һуң? Билдәле инде – етәкселек, директор менән баш бухгалтер бүлешкән. Һирәкләп әлеге “эшселәр”ҙең эш хаҡы картаһы менән район хакимиәтенең бер чиновнигы ла файҙаланған. Был турала банкылағы видеокүҙәтеү аппараты “әйткән”. ҡала бюджетына ярты миллион һумдан күберәк зыян килтерелгән.
А. АҡБУЛАТОВА.