RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ТЕГЕ ДОНЪЯНАН СМС

30.11.2012 ТЕГЕ ДОНЪЯНАН СМС

йәки Донъя бөтәсәкме?
2012 йылдың 21 декабрендә “донъя бөтәсәге” тураһындағы хәбәрҙе ишеткәнһегеҙҙер инде, моғайын. Бәлки, “теге донъя”нан смс-хәбәр ҙә алғанһығыҙҙыр әле, “ошо смсты тағы ла ун кешегә ебәрһәгеҙ, иҫән ҡаласаҡһығыҙ”, − тип тә өҫтәлгәндер унда. Булыр-булыр, кешеләр араһында юҡ-барға ышаныусылар ҙа, төп башына ултыртыусылар ҙа етерлек шул.
“Гаишник” булып эшләүсе бер танышым шылтыратып, ҡыҙыҡ ҡына хәбәр һөйләне: ҡағиҙә боҙоусы водителдәр араһында штраф түләргә ашыҡмаусылар һәм был ҡылыҡтарын: “Ә ниңә түләп торорға, тиҙҙән донъя бөтәсәк бит!” − тип аңлатыусылар күренә башлаған икән. Әллә шаяралар, әллә донъя бөтәсәк, тигән хәбәргә инде, ысынлап та, ышаныусылар бар. Әйткәндәй, һиҙгәнһегеҙҙер – күптәр үҙ-ара һөйләшкәндә лә: “Ярай инде, барыбер бер йәки ике айҙан донъя бөтәсәк бит”, − тип шаярыу ҡатыш һөйләргә күнегеп алды. Шаярыу шаярыу менән, әммә арабыҙҙа балалар һәм артыҡ ышанып барыусылар, артыҡ хислеләр ҙә барлығын онотмаһаҡ ине.
Интернетта йәшен тиҙлеге менән, 2012 йылдың 21 декабрендә донъя бөтәсәк, тигән хәбәр тарала. Дуҫ-таныштарыбыҙҙың барыһы ла ябай һәм аҡыллы ғына кеүек күренһә лә, улар араһында ошо көнгә ҡағылышлы төрлө-төрлө хәбәр ҙә һөйләп ҡуйыу­сылар табыла.
Ниндәйҙер бер монастырҙа йәшәүсе монах һөйләй икән был хәбәрҙе (әллә һөйләй, әллә юҡ, ысынында был ҡурҡытыу хәбәренең осона сығырлыҡ та түгел). Имеш, 21 декабрҙә бөтә ерҙә лә ут һүнәсәк, һыу менән тәьмин итеү системалары ватыласаҡ, ҡыҫҡаһы, ҡала халҡы ысын апокалипсис кисерәсәк. Ә бына ауыл ерендә утын яғып, һыу ташып йәшәүселәргә рәхәт була: улар­ҙа бер нимә лә үҙгәрмәй, электр утынан башҡа бөтә нәмә лә үҙ урынында ҡаласаҡ, имеш. Шәмдәр алырға кәрәк икән. Уныһы бөтһә ни, ҡараңғыла ла йәшәп торорға мөмкин. Борон йәшәгәндәр бит. Шуға ла 2012 йылдың 21 декабрендә барса халыҡҡа ауыл­ға күсеп торорға кәңәш итәләр. Яҙға тиклем (ҡалай шәп булыр ине, ә! Ауыл балаларын әллә ни һыйҙырмаған был рәхимһеҙ ҡалала тыуып үҫкән кешеләргә бер бүлмәле бәләкәс кенә фатирҙы айына 15 мең һумға ҡуртымға биреп торорға. Донъя бөтөүен бөтһә лә, үҙенең түңәрәк икәнлеген иҫбат итер ине, ә? Форс-мажор ваҡиғалары сәбәпле хаҡтарҙы арттырып та ебәрергә мөмкин).

Землянка түгел, ә бункер

“ДелюксБункер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Артур Толасов билдәләүенсә, уларҙың компанияһы етештергән продукцияға һорау артҡандан-арта бара икән. Исеменән үк күренеп тороуынса, был ойошма ер аҫтында бункерҙар һәм башҡа ваҡытлыса йәшәп тороу урындары төҙөү менән шөғөлләнә. Халыҡ айырыуса 2012 йылда ер аҫтына төшөбөрәк йәшәргә тырыша башлаған. Әлеге компания быйыл проект­тарын үткән йылдағынан ике тапҡыр­ға күберәк тормошҡа ашырған. Бункер арзан бәхет түгел. Йәшәү секторы булған, аҙыҡ-түлек һаҡлау урыны йыһазландырылған, санузелы ла булдырылған бункер төҙөтөү кәмендә 16 миллион һумға барып төшә. Ярай инде былары – бай мәскәүҙәр ҡыланышы. Башҡортостанда ер аҫтында бункер төҙөп йәшәргә маташыусылар тура­һында ишеткәнем юҡ-юҡлығын. Күрәһең, беҙҙә аҡса әҙерәктер. “Теләмәйҙәр” тип яҙырға ҡул бармай тора – ни тиһәң дә, быйыл декабрҙә беҙҙе ҡаплап аласаҡ “ҡараңғылыҡ һәм апокалипсис”тан ер аҫтында ҡасып ҡотолорға тырышыусылар бар. Әлеге бункерҙарҙа 2 – 3 көндән бер йылға тиклем йәшәргә була, барыһы ла уларҙағы һауаны таҙартыу һәм автономиялы генераторҙың нисек эшләүенә бәйле икән. Бындай ҡиммәтле нәмәләрҙе байҙар күберәк осраҡта ҡала ситендә урынлашҡан резиденцияларында эшләтә. Унда бассейн, спорт залы, паркинг, китапхана кеүек нәмәләрҙе лә урынлаштырырға мөмкин. Аҡсаң етһә, әйҙә рәхәтлән. Әлбиттә, бункерға заказдарҙың күпселеге торлаҡ йорттар, ҙур бизнес-үҙәктәр төҙөүселәрҙән килә. Былары – беҙ бөтәбеҙ ҙә белгән бомбанан ҡасыу урыны кеүек тәғәйенләнеше аңлашылған объекттарҙы төҙөүселәр. Ә быйыл күптәр донъя бөтөү афәтенән ҡотолоп ҡалыу өсөн ер аҫтында йәшәп торорға маташа икән. Ахырызаман еткәндә байҙар ер аҫтында ҡасып ҡала инде, йәнәһе.
Тик ул бункерҙарҙан ҡасан да булһа сығырға кәрәк бит әле. Донъя бөткән, бөтә халыҡ һәм тереклек юҡҡа сыҡҡан, ә берәү һин дә мин ер аҫтынан килеп сыға ла, артабан рәхәтләнеп йәшәй башлаймы икән ни? Донъя бөткәндә ҡайҙалыр ҡасып ҡалырға маташыусыларҙың ҡылығы бигерәк ҡыҙыҡ тойола.
Ә бит күптәребеҙ үҙен мосолман тип һанай. Шулай булғас, әллә ҡайҙа ятҡан ниндәйҙер әллә бар, әллә юҡ монахтың һүҙҙәренә иғтибар итеү – мәғәнәһеҙлектең аръяғы. Мосолмандарға донъя бөтөр алдынан ниндәй билдәләр буласағы тураһында аныҡ әйтелгән. Тағы ла әллә нәмәләр уйлап сығарыуҙың кемгә кәрәге бар – аңлашылмай.

Исламда донъя бөтөүе

Аллаһы Тәғәлә донъя бөткән көндө бер кемгә лә әйтмәгән. Был – сер. Шуға ла, теге йәки был ваҡытта донъя бөтәсәк, тип һөйләүселәр ысын мәғәнәһендә алдаша. Әлбиттә, кешеләр һәр ваҡыт бәйғәмбәр­ҙәр­ҙән Яуап көнө ҡасан буласағын белергә теләгән. Ләкин уларҙың береһе лә был көн тураһында аныҡ ҡына әйтмәгән, сөнки үҙҙәре лә белмәгән.
Бәйғәмбәрҙең бурысы ла башҡа – ҡиәмәт көнөнөң ҡасан килеп етәсәге тураһында түгел, ә ҡасан ла булһа мотлаҡ буласағы хаҡында кешеләрҙе иҫкәртеп тороу. Исламда донъя бөтәсәк көн тураһында кешеләргә хәбәр итмәүҙең тәрән мәғәнәһе бар – халыҡ ҡасан да булһа был көндөң буласағын ныҡлы аңлап, гонаһ ҡылыуҙан ары торорға тейеш.
Шулай ҙа мосолмандарға ҡиәмәт көнөнөң яҡынлашыуын күрһәтеүсе ваҡиғалар, билдәләр тураһында аныҡ әйтелгән. Уларҙы бөйөк һәм ябай билдәләргә бүлеп йөрөтөргә була. Билдәләрҙең алдан әйтелеүе кешеләр күңелендә иман нығыһын өсөн башҡарылған. Ислам буйынса, һәр кем ҡиәмәт көнө тураһында уйланырға тейеш. Билдәләргә күҙ һалайыҡ:
Беренсе билдә − Мөхәммәт бәйғәмбәр­ҙең (ғәләйһис-сәләм) тыуыуы. Ергә килгән һәр бер бәйғәмбәр кешеләргә һуңғы Хоҙай илсеһе килмәй тороп, донъя бөтмәйәсәген хәбәр итеп киткән. Мөхәммәт бәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) үҙе менән ҡиәмәт көнө араһындағы арауыҡ тураһында, ни бары ике бармаҡ араһындағы оҙонлоҡ ҡына, тип әйткән булған. Быны ергә башҡа бәйғәмбәр килмәйәсәк тип аңларға кәрәк.
Икенсе билдә − ҡеүәтле ике ислам державаһы араһындағы һуғыш.
Өсөнсө билдә − “ҡол үҙенә батша тыуҙырасаҡ”. Ғалимдар был билдәне төрлөсә аңлата. Күптәр фекеренсә, ниндәйҙер бер бөйөк кеше ҡолға өйләнәсәк һәм улар­ҙың балаһы тыуасаҡ. ҡайһы берәүҙәр был билдәне, балалар ата-әсәһен һанламай башлаясаҡ, тип тә аңлата. Шулай уҡ был һүҙҙәр хәйерселәрҙең ҡапыл ғына ныҡлап байып китәсәген аңлаталыр, тип тә һанай­ҙар.
Дүртенсе билдә − кешеләр ҙур гонаһтар­ҙы йышыраҡ ҡыла башлаясаҡ. Быға зина, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу инә. Был ҡылыҡтар Хоҙай Тәғәләне асыуландыра. Хатта эскеселәр һәм зинасыларҙан башҡа яҡшы кешеләр күп булған осраҡта ла ҡиәмәт көнө яҡынлашасаҡ.
Бишенсе билдә − ысынлап та, аҡыллы һәм белемле булған ғалимдар аҙаясаҡ. Етәксе итеп һайланыусылар үҙҙәренең ҡул аҫтында эшләүселәрҙән аҡыл йәһәтенән түбәнерәк торасаҡ. Был кешеләр араһында бер-береңә, ғәҙеллеккә ышаныуҙы кәметә. Йәмғиәттә үҙен аҡыллы тип һанап, насар кәңәш биреүселәр күбәйәсәк. Һөҙөмтәлә кешеләр кемгә ышанырға белмәй, аптырай башлаясаҡ.
Алтынсы билдә − ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ға ҡарағанда аҙая барыуы. ҡайһы бер илдәрҙә ике енес араһындағы һан айырмаһы бигерәк ҙур буласаҡ.
Етенсе билдә − алдаҡсы бәйғәмбәрҙәр­ҙең килеп, кешеләрҙе ялғанға ышандырыуы. Бер хәҙистә ялған бәйғәмбәрҙәр һанының утыҙға яҡын буласағын әйтәләр.
Һигеҙенсе билдә − ер тетрәүҙәр йышыраҡ күҙәтеләсәк.
Туғыҙынсы билдә – ваҡыт шәберәк уҙасаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, көн йәки төн тиҙ-тиҙ генә үтеп китәсәк. Был ваҡыттың ҡәҙерен белмәгәнлектән килә. Кешеләр ваҡытты аңламай, бер бәләкәй генә эште лә көн буйы эшләй алмаҫтай тойоласаҡ.
Унынсы билдә − кешеләрҙең бер-береһен үлтереү осраҡтары йышаясаҡ.
Ун беренсе билдә − байҙар шул тиклем күбәйәсәк, хатта Зәҡәт бирергә кеше табып булмаясаҡ. Кешеләрҙә йәшәү теләге бөтәсәк. Бигерәк тә диндар кешеләргә йәшәүе ауырлашасаҡ, сөнки эргә-тирәлә гонаһ тулып ятасаҡ.
Быларҙың барыһы ла кесерәк билдәләр. Уларҙың бөтәһе лә бер юлы ла, төрлөһө төрлө ваҡытта ла күҙәтелеүе ихтимал.

Ҙур билдәләр ҙә бар, бына улар:
Беренсе билдә − мосолмандарҙың ғәҙел етәксеһе барлыҡҡа киләсәк. Быны раҫлаусы хәҙистәр бар.
Икенсе билдә − ҡояш көнбайыштан сығып, төштән һуң киренән көнбайышҡа батасаҡ. Бынан һуң Аллаһы Тәғәлә диндән яҙған мосолмандарҙың да, атеистарҙың да үтенестәрен ҡабул итмәйәсәк. Әлеге көндә бик күп кеше ислам динен ҡабул итергә теләйәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡояштың ғүмер­ҙә булмағанса батыуын физик күренеш тип аңлатырға маташыусылар ҙа табыласаҡ. Аллаһы Тәғәлә был билдә менән үҙенең ҡеүәтен күрһәтергә теләй.
Өсөнсө билдә − һөйләшә белеүсе хайуан барлыҡҡа киләсәк. Ул икенсе билдә күренгән көндө халыҡҡа киләсәк.
Дүртенсе билдә − ҡуйы төтөн сығып, Ерҙәге барса халыҡты интектерәсәк.
Бишенсе билдә − үҙен алла тип атаусы Дәжжәл барлыҡҡа киләсәк. Ул Ер йөҙөндә 40 көн йәшәйәсәк.
Алтынсы билдә − Иса бәйғәмбәр (ғәләй­һис-сәләм) тереләсәк. Ул ғәрәп кешеләре кеүек кейенгән буласаҡ. Иң тәүҙә ул Дәжжәлде үлтерә, бынан һуң тәрене емерә һәм иң һуңынан дуңғыҙҙы үлтерә. Иса бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ер йөҙөндә 40 йыл йәшәйәсәк, ул үлгәс, мосолман итеп күмеләсәк.
Етенсе билдә − Йәджүж һәм Мәджүж тип аталған милләттәр барлыҡҡа киләсәк. Улар ҡеүәтле кәүҙәле буласаҡ, әммә ерҙә насарлыҡ һәм аҙғынлыҡ таратасаҡ. Аллаһы Тәғәлә был милләтте бер ҡорт ярҙамында юҡҡа сығарасаҡ, ҡорт кешеләрҙең организмына үтеп инеп, үлтерәсәк.
Һигеҙенсе билдә − өс ҙур ер тетрәү буласаҡ.
Туғыҙынсы билдә − ҡөрьән ҡабат күтәреләсәк.
Унынсы билдә − Хоҙайға ышанған кешеләр ҡалмаясаҡ.
Ун беренсе билдә − Хоҙай Тәғәлә һил генә ел ярҙамында үҙенә ышанған бөтә кеше­ләр­ҙең дә йәндәрен аласаҡ. ҡәғбә юҡҡа сығасаҡ.
Ун икенсе билдә − Йеменда ҙур ут буласаҡ. Барса халыҡ был уттан ҡасып, бер урын­ға йыйыласаҡ.
Былары – ислам динендә билдәләнгәнсә, ҡиәмәт көнө яҡынлашыуын күрһәтеүсе билдәләр. Улар кешеләрҙе ҡурҡытыу ғына түгел, иманға ҡайтырға саҡырыу өсөн алдан күрһәтелә.
Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”