RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә һин нәҫел-нәсәбеңде яҡшы беләһеңме?

30.11.2012 Ә һин нәҫел-нәсәбеңде яҡшы беләһеңме?

Руслан КҮСКИЛДИН, Өфө ҡалаһы:
– Мин шәжәрәмде уртаса беләм, тип әйтер инем. Атайым туғыҙ быуынға тиклем шәжәрәбеҙҙе төҙөнө. Беҙ уны матурлап ҡағыҙға төшөрҙөк һәм баҫтыҡ. Бер нисәүһенең ҡайҙа эшләгәне күрһәтелгән хатта, нәҫелебеҙҙә муллалар ҙа булған. Шәжәрәне киләсәк быуынға еткереү артабан минең бурыс буласаҡ. Был хаҡта уйланғаным бар.

Сәрбиямал ИХСАНОВА, Әбйәлил районы, Рысҡужа ауылы:
– Яҡшы беләм тип уйлайым.Туғандар менән яҡындан аралашып йәшәйем. Ә туғандарым, Аллаға шөкөр, бик күп. Бер туғандар ғына һигеҙ кешебеҙ.
Балаларыма ла еткерергә тырышам. Улар ҙа ике,‒өс туғандары менән яҡындан таныш. Шәжәрәләрен беләләр, шөкөр. 1990 йылдан, нәҫелдәрен белеп, аралашып үҫһендәр тип, бәләкәй ҡоролтай үткәреүҙе йолаға әйләндерҙек. Йыл һайын бер ғаилә йәй башында туғандарҙы бала-сағаһы менән йыйып, саҡырып ала. Тәбиғәт ҡосағында ял итеп, аралашып тарала инек. Был ғәҙәт, һуңғы бер нисә йыл эсендә туйҙар, юбилейҙар күбәйеп китеү сәбәпле, туҡтап тора.
Нәҫелебеҙҙә, арҙаҡлы уҡ тимәһәк тә, эштәре, тормошҡа ҡараштары менән балаларыбыҙға ла, үҙебеҙгә лә өлгө булған кешеләр бик күп. ҡәйнәмдең ике туған ҡустыһы Марат Илһамовты, оло апайымдың ире, Ленин ордены кавалеры Әхиәр Юлмөхәмәтовты һ.б. бик күптәрҙең исемен нәҫелебеҙҙең ғорурлығы тип атап китергә мөмкин.

Илнар ҡАРАБАЕВ, Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы:
– Барлыҡ туған-тыумасамды беләм тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, бер олатайым Бөйөк Ватан һуғышында әсирлектә булғандан һуң ҡайтырға ҡурҡа. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ул ваҡытта әсирҙәрҙе һатлыҡ йәндәргә тиңләгәндәр. Шунлыҡтан Тажикстанда төпләнеп, икенсе ҡатын алып тормош көтә. 90-сы йылдарҙа ул ҡайтты. Өләсәйем менән барлыҡ балаларында, туғандарында ҡунаҡ булып йөрөнө, һәр береһенең нисек йәшәүе менән танышты. Әйтерһең дә, олатай тыуған тупрағына үлер өсөн ҡайтҡан, Тажикстанға кире юлланманы ул, ә бер аҙҙан донъя ҡуйҙы. Бына уның тажик ҡатынынан тыуған балаларын, ейәндәрен табыр­ға, танышырға, аралашырға ине тигән уй борсой.

Ирек БИКМӘТОВ, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Нәҫелемде бик яҡшы, 14 быуынға тиклем, беләм. Шәжәрәбеҙ 1625 йылдан алып төҙөлгән, унда 3100 самаһы нәҫел-нәсәп теркәлгән. Был эш менән 1994 йылдан шөғөлләнә башланыҡ, «Миррәүфи» тигән фәнни-ижтимағи ойошма төҙөнөк. Төрлө тармаҡтарҙа эшләгән 12 кешенән торған ҡор ҙа булдырҙыҡ. Әлегә тиклем өс тапҡыр эре йыйын уҙғарҙыҡ. 2009 йылда үткән йыйында барлығы 230 туған ҡатнашты, унда Рәсәйҙең 11 субъектынан, хатта ҡаҙағстан, Эстония һәм башҡа сит илдәрҙән килделәр.
2011 йылда нәҫелебеҙҙең ғорурлығы булған дәүләт эшмәкәре Дәүләтша кантонға Силәбе өлкәһе ҡоншаҡ районының Яңы ҡорман ауылында һәйкәл ҡуйҙыҡ. Сөнки килеп сығышыбыҙ ошо яҡтарға тоташҡан. Дәүләтша Бикмәтов император Николай Беренсегә барған делегацияны етәкләгән. Улар һөйләшеүҙәр менән башҡорттарҙан аҫабалыҡты тартып алыу һәм крепостной итеү тураһындағы бына-бына сығырға торған ҡарарҙы туҡтатҡан. Тағы ла Арғаяш районында биш Бикмәтов һуғышҡа сығып киткән өй бар, унда мәрмәр таш ҡуйҙыҡ. Әлегә ике баҫмала китаптарыбыҙ булһа ла, эҙләнеүҙәр һис туҡтамай. Мәҫәлән, ошо Дәүләтшаның утыҙ балаһы булған, ә беҙ алтауһын ғына таптыҡ.
Бындай оло эштәрҙе аҡсаһыҙ башҡарып булмай, әлбиттә. Уларҙы туғандарҙан йыйылған аҡсаға атҡарыу йолаға ингән, дәүләттән бер тин дә һоранып йөрөгәнебеҙ юҡ. Хәллерәктәр күберәк бирә, хәленән килмәүселәрҙән һорамайбыҙ тигәндәй, үҙебеҙҙе үҙебеҙ финанслайбыҙ.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”