RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

27.11.2012 Енәйет һәм яза

Енәйәт юлы тайғаҡ
Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе 24 һәм 28 йәшлек егеттәргә ҡапыл ғына аҡса кәрәк булып китә. Тик даими эше булмаған кешегә уны ҡайҙан алырға? Улар артыҡ баш ватып тормай, көпә-көндөҙ урам буйында бер ирҙе талай.
Бахырҙың кеҫәһендә ни бары 65 һум аҡса табалар. Быға егеттәрҙең йәне көйөп, уны ныҡ итеп туҡмайҙар. Иҫен юйып, ҡанһыраған ирҙе юл уртаһында ҡалдырып китәләр.
Полиция егеттәрҙе тиҙ таба һәм енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тикшереү эштәре барғансы, улар иректә була. Егеттәрҙең берәүһен әллә намыҫы яфалай башлай, әллә төрмәгә барғыһы килмәй – үҙ-үҙенә ҡул һала. Икенсе ҡараҡ иһә ошо көндәрҙә суд алдына баҫасаҡ.

Хоккейсыны ла аямайҙар

Хоккей матчынан һуң 19 йәшлек спортсы һөйгән ҡыҙы менән ҡайтырға сыға. Үтеп барыусы бер егет ҡыҙға ҡарата әшәке һүҙҙәр яуҙыра. “Толпар” командаһы хоккейсыһы, һөйгәнен яҡлап, ҡаршы яуап бирә.
Шул саҡ егет уға травматик пистолеттан ата. Спортсы дауаханаға эләккән, табиптар уның күкрәк ситлеге йәрәхәтләнеүен билдәләгән. Атыусының исеме асыҡланған. Әлеге факт буйынса тикшереү эштәре бара.

Киң күңеллелек бәләһе

20 йәшлек Илмир, ата-әсәһе ярҙамы менән, егерме мең һумға ноутбук һатып ала. Заманаһы шуны талап итә: рефераттар, курс-диплом эштәре әҙерләргә кәрәк, интернетһыҙ ҙа булмай.
Яңы техника менән ул рәхәтләнеп ҡулланып өлгөрмәй. Ятаҡҡа 25 йәшлек танышы Марсель килә. Илмир уның менән ике йыл элек бер фатирҙы ҡуртымға алып йәшәгән булған. ҡунаҡ ноутбукты шунда уҡ күреп ҡала һәм ике-өс көнгә биреп тороуын үтенә. Илмирҙың биргеһе килмәһә лә, баш тартырға ҡыймай, ни тиһәң дә, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән кеше бит.
Вәғәҙәләгән көнгә Марсель килмәй. Илмир шылтыратһа, ул, дауаханаға эләктем, унан сыҡҡас та килеп етәм, ти. Әммә һуңғараҡ та намыҫһыҙ дуҫы төрлө сәбәптәр уйлап сығарып тора. Ә бер мәл бөтөнләй телефонын һүндерә.
Ноутбуктан ҡолаҡ ҡаҡҡан Илмирға полицияға барыуҙан башҡа сара ҡалмай. Әлеге факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, Марселде полиция эҙләй. Асыҡланыуынса, уның быға тиклем дә закон менән проблемалары булған. Тимәк, был ҡылығы өсөн мут егетте иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

Һунарсылыҡ ҡомары ҡиммәткә төшәсәк

Әлшәй районында полиция хеҙмәткәрҙәре закон­һыҙ рәүештә мышыға һунар итеүсе ирҙе эләктергән. Участка уполномоченныйы, лицензия-рөхсәт биреү системаһы хеҙмәткәрҙәре рейд үткәргән мәлдә урман ситендә хайуандың эс-ҡарынына һәм машина эҙенә юлыға.
Полиция патруле, эҙ буйлап бара торғас, яр буйында мышы түшкәһен эшкәртеп торған иргә юлыға. Ул бер нәмә лә йәшереп тормай, ҡылған эше тураһында шунда уҡ һөйләй. “Тауыҡтарымды ботарлаған берәҙәк эттәрҙе атырға тип, танышымдан мылтыҡ алып торғайным. Ялан буйлап китеп барғанда мышыны күреп ҡалдым. Малҡай иркен йөрөй, эргәлә мылтыҡ... Һунарсылыҡ ҡомары уянды ла китте, ҡәһәрең, үҙемде тыя алманым”, – тигән ул.
Әлеге мәлдә иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул тәбиғәткә 120 мең һумлыҡ зыян килтергән. Был – ошо айҙа өсөнсө законһыҙ һунар осрағы. Быға тиклем Әбйәлил һәм Ейәнсура райондарында ла браконьерҙар тотолған.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”