RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош сәме бар уларҙа

27.11.2012 Тормош сәме бар уларҙа

Тормош сәме бар уларҙа
Ижадҡа тотонор өсөн алтын ҡәләм дә, батша һарайы ла, сикһеҙ байлыҡ та кәрәкмәй. Аяҡ-ҡулдар тыңламаһа ла, күңел һабантуйҙағы юртаҡ аттай булһа, уны тыйырмын тимә. Йөрәкте йыртып сыҡҡан хистәр бына-бына ташып түгелер сиккә еткәндә тыуа ул әҫәр.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында халыҡ күңелле ваҡиғаға – китап туйына йыйылды. Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең башҡорт, рус һәм татар телендәге шиғырҙары “Артылыш” (русса “Преодоление”, татарса “Омтылыш”) китабында донъя күрҙе.
Был изге эшкә башланғысты Фатима Ғәлиева һалған. “Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең әҫәрҙәрен йыйынтыҡ итеп баҫтырыу уйы килгәс тә ең һыҙғанып эшкә тотондом. Ярты йыл буйы материал тупланды, эш еңел бирелде. Баҫ­тырыуға килгәндә, ҡаршылыҡтар тыуҙы. Китап өсөн бер аҙ аҡса йыйылды, әммә бер нисә нәшриәт мине кире бороп сығарҙы. Әҙме-күпме аҡсаны алдым да: “Йыйын­тыҡты, ҡыҫҡартып булһа ла, ошо суммаға баҫтырһағыҙ ине”, − тип З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә мөрәжәғәт иттем. Оло бәхеткә, уны бушлай һәм тулы килеш баҫтырырға булдылар. “Китап” хеҙмәткәрҙәренә, йыйынтыҡты туплауға ярҙам итеүселәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!” – тине ул. Фатима Ғә­лиева ошо хаҡта һөйләгәндә сараға килеүселәрҙең күҙҙәре йәшләнде. Был китаптың донъя күреүе улар өсөн бик мәртәбәле.
БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғон: “Ысын сәнғәтте яратҡан кешеләр Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй, тигән бөйөк әҙип Мостай Кәрим. Ошо зал­­да ҡояшлы яҡта йә­шәүсе­ләр йыйыл­ған...” − тине. Эйе, был кешеләр йөрәгендә ҡояш йылыһын йөрөтә. Ошо нур улар­ға йәшәүгә көс бирә.
Тормош сәме бар уларҙа
Кисәлә Салауат районының Арҡауыл ауылынан Ғәтиәт Садиҡов, Саҡмағош райо­нының Таҫ­ҡаҡлы ауылынан Земфир Әхиәров, Ғафури районының Байымбәт ауылынан Рәйлә Нәҙерғолова, Күмер­тауҙан Виктор Ураз­баев, Өфөнән Ольга Мос­квина, Шамил Исхаҡов һ.б. шиғырҙарын уҡыны. Улар­ҙың әҫәрҙәрендә тормошҡа һө­йөү, эске һыҙланыу, йәм­ғиәткә бер аҙ үпкә, өмөт сағылды. Стәрле­тамаҡ баш­­­ҡорт сәнғәт колледжында белем алыусы Светлана Шәрипова, шиғыр­ҙан тыш, йыр ҙа ижад итә икән. Гәл­сәр тауышлы ҡыҙҙың моңо һәр кемгә оҡшаны.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов: “Батып ба­рыу­сы һаламға йәбешә, ә һеҙ шиғриәткә тотон­ғанһығыҙ һәм үҙегеҙҙе, яҙмышы­ғыҙҙы ҡотҡарғанһығыҙ. Әҙәбиәткә китмәҫкә килгәнһегеҙ.
Тотош ғәрип илдә ғәрип булмауы әҙәп­һеҙ ҙә кеүек. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һауҙарға үрнәк булырҙай, улар­ҙың рухы көслө, сәләмәт. Быны быйыл Паралимпияла спортсылар ҙа дәлилләне. Бөгөнгө йәмғиәттә рухи ғәриптәр күберәк, шуныһы аяныслы. Ә һеҙ – бик батыр һәм тәүәккәл­һегеҙ”, – тине.
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте оло маҡтауға лайыҡ булған эш башҡарған. “Артылыш” йыйынтығы баҫылыуы күптәрҙең хыялын тормошҡа ашыр­ҙы, үҙ-үҙҙәренә ышаныу тойғоһо уятты һәм ауырлыҡтарҙы еңел генә артылырлыҡ көс өҫтәне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”