RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Һәр ҡайтыуым тыуған ергә булған мөхәббәтте ҡабат яңырта…»

27.11.2012 «Һәр ҡайтыуым тыуған ергә булған мөхәббәтте ҡабат яңырта…»

«Һәр ҡайтыуым тыуған ергә булған мөхәббәтте ҡабат яңырта…»
Марсель ҡотлоғәлләмов: «ҡунаҡ төшһә, йортҡа йәм» тиһәләр ҙә, янымда ултырған ҡәҙерле кешемде тулы мәғәнәһендә ҡунаҡ ролендә күрге лә килмәй, сөнки Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт һәм Муса Йәлил исемендәге йәштәр премиялары лауреаты, Татарстан Дәүләт Советы депутаты Роберт Миңнуллин − Илеш районының Нәжәде ауылында тыуып, Шәммәт ауылында быуын нығытҡан кеше, Башҡортостан егете, яҡташыбыҙ. Һаумыһығыҙ!
Роберт МИҢНУЛЛИН: Xәйерле көндәр, Марсель яҡташ.
М. ҡ. Хәлдәр нисек?
Р. М. Аллаға шөкөр, бына, ғүмер булғас, юлдар төшкәс, Өфөгә килдем, дөрөҫөрәге, ҡайттым тыуған яҡтарыма.
М. ҡ. Көндәр йонсоу тип тормайынса, алыҫ ерҙе яҡын итеп килеүегеҙгә рәхмәт инде. Ниндәй ниәттәр алып килде Өфөгә?
Р. М. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Айҙар Ғәлимов менән икебеҙҙең ижад концерты. Шағир өсөн концерт тигән һүҙ ятыраҡ, әлбиттә, уны кисә тиһәң дә була. Айҙар Ғәлимов минең бик күп йырымды башҡара. Беҙ уның менән күптәнге дуҫтар, фекерҙәштәр, етмәһә, икебеҙ ҙә депутат.
М. ҡ. Бик хуп. Айҙарҙы яҡшы беләбеҙ, үҙебеҙҙең егет. Бик ихлас йырсы инде ул, ғәжәп кеше. Роберт, һине, олуғ шәхесте, ябайлаштырып, дуҫым, тип мөрәжәғәт итһәм, кәмһенмәҫһеңме?
Р. М. Беҙ һәр ваҡыт һинең менән фекер­ҙәштәр, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәнек. Бер төрлө уйлайбыҙ, тиһәң дә була. Шуға күрә мин бик ихластан, үҙемдән өлкән булыуыңа ҡарамаҫтан, һиңә һәр ваҡыт Марсель тип өндәшәм.
М. ҡ. Рәхмәт. Был беҙҙең мөнәсәбәттәр­ҙең ихласлығын раҫлай.
Роберт Мөғәллим улы менән «Йәшлек»те уҡыусыларҙы тәфсирләп таныштырып тороу кәрәкме икән? Әгәр ундай ихтыяж була ҡалһа, бер кәлимә менән булһа ла әйтеп үтәйем.
Халыҡ шағиры, ҙур дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Миңнуллинды кескәйҙәр һәм өлкәндәр өсөн яҙылған «Беренсе ҡарлуғас­тар», «Бәхетле булығыҙ», «Һөйөнһөндәр әле ҡайындар», «Мәңгелек сәфәр», «Әсәйҙең аҡ сәстәре», «Талбишек» һәм бүтән бик күп китабы аша беләләр. Әйткәндәй, Роберт Миңнуллиндың балалар өсөн яҙылған китаптары башҡа телдәргә тәржемә ителеп, бар донъя балаларына тәҡдим ителеүсе әҫәрҙәр исемлегенә индерелгән. Мин дә шәхси китапханамда уның китаптары булыуы менән ғорурланам һәм шуның өсөн, Роберт, һиңә рәхмәт.
Р. М. ҡунаҡ ашы − ҡара-ҡаршы, һинең китаптарың да минең өйөмдө, китап кәштәләрен биҙәп тора, рәхмәт үҙеңә.
М. ҡ. Роберт Мөғәллимович, һин көҙ етеп килгәндә, Әбйәлил районынан, минең ауыл эргәһенән үтеп барышлай шылтыратҡайның. ҡазан ҡайҙа ла, Башҡортостандың Урал аръяғы ҡайҙа. Әйткәндәй, беҙҙең ҡаҙмаш ауылында алтын приискылары хужалары Рәмиевтарҙың йәйге резиденцияларының береһе булған, был факт документта раҫланған инде. Мин бейек таш нигеҙгә кондовый ҡарағайҙан күтәрелеп, ҡалай менән ябылған ҙур-ҙур йорттарҙы хәтерләйем. Улар мәктәп булып та хеҙмәт итте, колхоз идараһы булып та... Оҙаҡҡа тиклем ултырҙылар, аҙаҡтан ҡайһыһын Темәс ауылына, икенселәрен район үҙәгенә алып киттеләр. Һин дә Урал аръяғына Дәрдмәндтең эҙҙәрен юллап барып сыҡманыңмы ул?
Р. М. Уның тарихы былайыраҡ. Мин һуңғы йылдарҙа, ғөмүмән, Башҡортостандың шул яҡтарына сәфәр ҡылырға ярата башланым. Бер нисә йыл элек Ишембай, Ғафури, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондарында йөрөп ҡайттым. Вәлидиҙең тыуған ауылы Көҙәндә булдым, Жәлил Кейекбаевтың тыуған ауылына барҙым. Мәжит Ғафуриҙың, Ғәлимйән Ибраһимовтың... Бына ошондай күңел тартҡан, һораған ауылдарҙы, яҡтарҙы ҡарарға инде... Унан элегерәк Белорет районында, унан − Иглин, Нуриман райондарында булдым.
М. ҡ. ҡарале, ни тиклем сәфәрҙәр ҡылып йөрөйһөң.
Р. М. Бик күргем килгәйне. Ә инде Баймаҡ яҡтарына мине күптән саҡыралар ине, уның сәбәбе бик өҫтә ята, сөнки Илеш менән Баймаҡтың дуҫлығына 40 йыллап бар. Ул бик ҙур дуҫлыҡ, башҡаларға ла өлгө. Быйыл беҙҙе Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат туған Ситдиҡов саҡырҙы. Һәм бик күргем килгәйне, әлбиттә, Дәрдмәнд эҙҙәрен. Унан Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәс бит инде, унан һуң − Мирхәйҙәр Фәйзи. Бик күңелем булып ҡайтты, үҙем күрмәгәндәремде күрҙем, бөтөнләй башҡа тәбиғәт, бүтән ландшафт, халыҡ икенсе... Ғөмүмән, мин ябай халыҡ менән осраштым, өйҙәренә инеп, сәйҙәрен эстем, ҡороттарынан, ҡымыҙҙан ауыҙ иттем, буҙанан... Бөтөнөһөнән дә шуныһын әйтәйем: бер ниндәй айырыу, татар-башҡорт тигән һүҙҙе ишетмәнем. Бер-беребеҙҙе аңланыҡ, хәлдәребеҙҙе белештек, шул хәтлем рәхәт булды. Баҡһаң, минең шиғриәтемде беләләр, уҡыйҙар икән. Башҡортса сыҡҡан китаптарымды ла, татарса сыҡҡандарын да. Ятлап та күрһәттеләр, йырҙарымды йырланылар. Миңә ҙур байрам булды Баймаҡта.
М. ҡ. Дәрдмәндең эҙҙәрен тапмаған хәлдә лә, Мирхәйҙәр Фәйзиҙең эҙҙәре һиҙеләлер бит инде ул яҡтарҙа?
Р. М. Дәрдмәндеке лә һиҙелә. Ундағы рух бөтөнләй икенсе. Бер быуат элек булған тормош күҙ алдына килә. Унда тау-таштар ғына түгел, Дәрдмәндтең байлығынан ҡалған һин әйткән келәттәр, йорттар, тимер ишектәр − бөтөнөһө лә күҙ алдына килә. Беҙ улар тураһында китаптан уҡып ҡына беләбеҙ.
Дәрдмәнд, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич йөрөгән юлдан йөрөү − ул шағир өсөн ғүмер буйы үҙең теләгән эштәрҙе эшләү кеүек миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Әле шиғырҙар ҙа яҙылыр тип торам, минең яҙып ҡуйған әйберҙәр ҙә бар. Ғөмүмән, шиғыр донъя күрергә тейеш. Беҙ бит Башҡортостанды бик ҙур ил тип беләбеҙ. Уны, дөрөҫөн әйткәндә, ныҡлап белмәйбеҙ ҙә. Мин олоғайған көнөмә ҡәҙәр Өфөнән ары киткән кеше түгел бит инде. Башҡортостанды беләм, тип әйтә алмай инем, ә хәҙер инде күҙ алдыма килә.
М. ҡ. Беҙ Урал аръяғында ла, был яғында ла ғүмер буйы «Ғәлиәбаныу»ҙы йырлап йөрөйбөҙ...
Р. М. Күрҙем, ишеттем... Татар йырҙарын да йырлап йөрөйҙәр, башҡорт йырҙарын да. Бөтөнөһө лә. Бер ниндәй ҙә айырма юҡ.
М. ҡ. Рәхәтләнеп йырлайбыҙ һәм рәхәтләнеп тыңлайбыҙ. Ғөмүмән, йырҙы милләткә айырып булмай бит инде.
Р. М. Татар менән башҡорттоң бергәлеге лә иң элек йырҙа сағыла. Боронғо йырҙар­ҙа, бөгөнгө йырҙарҙа. Күпме табында башҡорттар, татарҙар менән бергәләп ултырған бар. Татар йырҙарын, рәхәтләнеп, башҡорттар башҡортса йырлай. Быны бер кем дә мәжбүр итмәй, ул күңеленә һеңгән, ул тота ла үҙе яратҡан йырҙы һуҙа. Унан һуң, башҡорттоң оҙон йырҙарын мәжлестә йырлап булмай. Унда тормош тиҙ бара. Һөйләшәһең, мәрәкәләшеп алаһың… Унда шундай йырҙар кәрәк. Ә татарҙың шундай йырҙары күп.
М. ҡ. Бына күптән түгел генә «Юлдаш» радиоһы үткәргән конкурста ҡатнашыусыларҙы тыңланыҡ. Татар халҡының бик күп матур йырҙарын йырланылар.
Р. М. Ә бына мин башҡорт йырҙарынан башҡа йәшәй алмайым. Бына беҙҙең ҡазанда ике кеше бар. Береһе Рәдиф Ғаташ − Кушнаренко районы егете. Халыҡ шағиры. Мин Өфөгә барып ҡайтһам, ул, ниндәй дискылар, ниндәй йырҙар алып ҡайттың, тип һорай һала. Ғаташ менән телефондан һөйләшәбеҙ, тегендә уның башҡорт йырҙары яңғырап тора. Һәр ваҡыт ҡурай яңғырап тора. Икебеҙҙе башҡорт йырҙарының тәмен, тәрәнлеген ныҡ тойған кешеләр тип иҫәпләйем мин. Иҫ киткес моң башҡортта ғына. Шуныһы ла ғәжәп, башҡорт йырҙарының һәр береһенең тарихын беләләр. Юлай Ғәйнетдинов бигерәк тә инде. Бер йырын йырлаһаң, һиңә уның тарихын сәғәт ярым һөйләй. Минең өйөмдә башҡорт йырҙары бик күп. Дискылар, кассеталар бөтөнөһө лә миндә һаҡлана. Мин буш ҡул менән ҡайтмайым Өфөнән.
М. ҡ. Ә минең иң яратҡан композиторым − Рөстәм Яхин. Уны һәр ваҡыт тыңлайым.
Р. М. Бына Рөстәм Яхин тигәндән, уртаҡ дуҫыбыҙ Марат Илһамов ағай... Бына улар бик яҡын дуҫтар ине. Рөстәм Яхин тиһәң, ағайҙың күҙҙәренә йәштәр килә.
Һәм мин шул яҡтан бәхетле, беҙ уның менән бер нисә бик матур йыр яҙып ҡалдыҡ. «Килен төшкәндә», унан «Әсәйҙең аҡ сәстәре» тигән, тағы бер нисә йыр...
М. ҡ. «Әсәйҙең аҡ сәстәре» тигәндән... Һинең ижадыңды әҙерәк белгән дә кеүекмен, китаптарыңды уҡып барам. Мин шағирҙар араһында ижадының күп өлөшөн әсәһенә арнаған бүтән шағирҙы белмәйем. Ул нимәнән? Гөлйәүһәр апайҙың шул тиклем ниндәйҙер беҙ аңламаған, белмәгән үҙенсәлекле сифаттары булыуҙанмы, улының шул тиклем әсәһенә ҡарата хатта ғәҙәти булмаған һөйөүенәнме?
Р. М. Марсель, беләһеңме, шулай тойола ғына ул. Башҡа шағирҙар ҙа, башҡа яҙыусылар ҙа әсәләре тураһында шаҡтай күп яҙа. Ләкин, ни хикмәттер, һәр бер яҙғаным халыҡтың күңеленә барып етте. Үҙем дә көтмәгәйнем. Унан әсәй − ул бер миҫал ғына, прототип. Барлыҡ әсәләрҙе күҙ унында тотам. Әлбиттә, бында шәхси яғы ла бар. Әсәй беҙҙе, биш баланы, үҫтерҙе йырҙағыса. Йәшләй генә йәтимә булып ҡалды бит. Беҙ ҙә етемдәр инек, мин бишенсе синыфта ғына инем. Ә минең төпсөк энем Кимдең йәше лә тулмағайны... Әсәйгә һикһән һигеҙенсе йәш инде. Аллаға шөкөр, иҫән-һау. Уникаль бер кеше инде ул. Бөтөн яҡтан килгән. Бына хәҙер уның тураһында ҙурыраҡ әйбер яҙырға хыялланып йөрөйөм. Уның бер ваҡытта ла серен сискәне юҡ беҙгә, зарланғанын хәтерләмәйем. Хәтеремдә бер мәл, етем тип, миңә бүрек кейҙереп ҡайтарҙылар. Мәктәптән, ярҙам йөҙөнән. Әсәй быға шул тиклем ғәрләнде. Түбән оста Айрат тигән етем бала бар, улым, шуға илтеп бир был бүректе, кәрәк бүректе мин һиңә алып бирермен, тине.
М. ҡ. Шул тиклем ғорурлыҡ булған үҙендә…
Р. М. Етем үҫкән ҡатын инде ул, Өфөлә балалар йортонда тәрбиәләнгән, «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә ул ваҡытта 15-се татар мәктәбе булған, шунда уҡып йөрөгән. Һәм минең бер оло ғорурлығым инде, әсәй тураһында «Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайт­ҡан» тигән китап сығарҙым. Әле бер генә шағирҙың да, башҡортта ла, татарҙа ла, руста ла үҙ әсәһенә бағышлап яҙған китапты мин белмәйем, һәр хәлдә... Әсәйем алдында бер бурысымды үтәнем, тип иҫләйем.
М. ҡ. Миңә афарин тип әйтәһе генә ҡала. Шәйхи Маннурҙың: «Татар менән башҡорт араһы − бер әсәнең ике балаһы», − тигән ҡанатлы һүҙҙәрен хәтергә төшкәнгә генә килтерәм. Әммә татар һәм башҡорт − үҙ теле, үҙ тарихы, үҙ мәҙәниәте һәм, хәҙер килеп, үҙ дәүләтселеге булған ҡәүемдәр. Шулай ҙа халыҡтарыбыҙҙы ниндәй факторҙар яҡынайта, берләштерә, туғанлаштыра? Нимәләр беҙҙе айыра ла икән?
Р. М. Иң элек ике бөйөк милләт. Әгәр ҙә кешелек тарихында айырым-айырым башҡорт милләтенең тарихын, татар милләтенең тарихын айырып ҡараһаң, башҡалар менән сағыштырып ҡараһаң… Бер генә лә башҡа бөйөк милләттәрҙән беҙ кәм түгел. Был турала һүҙ ҙә юҡ. Һәм үҙенең тарихы. Башҡорттоң үҙ тарихы, татарҙың үҙенеке. Уртаҡ әйберҙәре лә бик күп. Шуға күрә Татарстандың, Башҡортостандың үҙ дәүләтселеге булыуы бик тә тәбиғи иҫәпләйем. Башҡортостанда тыуып, Татарстанда шағир булып өлгөрөп, ике республиканың, ике халыҡтың тарихын да, бөгөнгөһөн дә яҡшы уҡ белгәнгә күрә ике халыҡтың уртаҡ яҡтарын табырға тырышам. Әлбиттә, мин милләтселәрен дә аңлайым, халыҡты оло итеп күрһәтеү өсөн һәр ике милләттең үҙ милләтселәре лә булырға тейеш. Уларҙың үҙ вазифалары бар был донъяла, шулай булырға тейештер, күрәһең.
М. ҡ. Улар милләттең мәртәбәһен ҡуҙғытып тороусылар...
Р. М. Әлбиттә, ҡытыҡлап торорға тейештәр. Ләкин был икенсе милләтте кәмһетеү бәрәбәренә булмаҫҡа тейеш. Үҙеңдең ололоғоң башҡаларҙы кәмһетмәһен. Мин бит инде нисәмә тиҫтә йыл − ике арала. ҡайһы саҡта фронт һыҙығы буйлап барған кеүекмен.
М. ҡ. Назар ағай әйтмешләй, ҡапҡа асыусы.
Р. М. Эйе, ҡапҡа асам. Мин ике халыҡҡа ла ҡапҡа асып тороусы һәм бик һәйбәт вазифа тип уйлайым уны. Ул бөтә кешегә лә эләкмәй. Сәйәсәт менән бәйләнгәс, ул төрлө саҡтар була. Ике республика араһында ла, ике халыҡ араһында ла... Мин бында халыҡ тип былай ғына әйтәм. Халыҡ үҙ көйөнсә йәшәй ул, уға тейергә ярамай. Бына шунда тәнҡиттәр ҙә эләгә. Башҡорт яғынан да, татар яғынан да. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа бик һәйбәт тәртип урынлашып китте. Бына мин депутат. Егерме йылдан артыҡ. Хәтерләйем, Михаил Алексеевич Зайцев парламент етәксеһе булғанда беҙ бында килеп уртаҡ килешеү − шартнамә төҙөп киткәйнек, дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек тураһында. Беҙ уны бер нисә тапҡыр яңырттыҡ, мин хатта ошо комиссияның рәйестәше лә булдым Татарстан яғынан. Пландар ҡорҙоҡ, уларҙың күбеһе үтәлде, һуңғы йылдарҙа ғына мин бик һөйөнөп йөрөйөм − ике парламент араһында, комитеттар араһында уртаҡ йыйылыштар була. Беҙ бында килеп һөйләшеүҙәрҙә «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә, сессияларҙа ҡатнашабыҙ. Бына әле күптән түгел генә Башҡортостан парламентынан − ҡоролтайҙан бер төркөм депутаттар булды. Беҙҙең федераль хакимиәт алдында ла уртаҡ проблемаларыбыҙ бар. Улар ҡабул иткән закондар беҙгә лә, һеҙгә лә килеп ҡағыла. Улар һайлап тормай, сөнки беҙ, күпме генә тырышһаҡ та татар ҙа, башҡорт та, федераль хакимиәт өсөн бер статус­тағы кешеләр.
М. ҡ. Хәтереңдәлер, 80-се йылдар аҙағында, милләтсел ҡайһы бер әфәнделәрҙең ҡуҙғытыуы арҡаһында беҙҙең башҡорт менән татар араһындағы мөнәсәбәттәр ҡуйырып киткән саҡта, тип әйтәйекме инде, мәшһүр драматург Туфан Миңнуллин, Башҡортостандағы республика гәзиттәренең береһенә биргән интервьюһында: «Зинһар, татар менән башҡортто ыҙғышҡа этәрмәгеҙ, сөнки сит-яттар сәкәләшкән осраҡта ла берәйһенең танауынан ҡан борҡоу менән үк туҡтай. Туғандар үсләшһә, уларҙың береһе йән бирмәйенсә, аңға килмәйҙәр. Үтенәм, туғандарҙы низағтан һаҡлайыҡ», − тигәйне. Мәрхүмдең васыяты әле лә актуаль ҡаламы?

Әңгәмәне Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ алып барҙы.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”