RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Реформаға бер йыл “өҫтәлде”

23.11.2012 Реформаға бер йыл “өҫтәлде”

Пенсия өлкәһенең киләсәге тирәһендә шау-гөр килделәр ҙә, үҙгәрештәрҙе 2014 йылға ҡалдырырға булдылар. Был дөрөҫ ҡарарҙыр, моғайын, шундай мөһим мәсьәләне ашыҡ-бошоҡ атҡарырға ярамай. Юҡҡа ғына, ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тимәй­ҙәр. Бар йәһәттән үлсәп, дөрөҫ фекергә килеү мөһим. Күптәрҙең ҡарап торғаны шул пенсия бит.
РФ Прези­денты В. Путин пенсия реформаһын 2014 йылдың 1 ғинуарына күсерергә кәрәклеген билдәләне. Был фекерҙе эксперттар ҙа дәррәү хупланы. “Ошо ваҡыт эсендә, халыҡтың һәм профессиональ берләшмәләрҙең фекере иҫәпкә алынып, пенсия системаһы параметрҙары урын-еренә еткереп әҙерләнер. РФ Президентының пенсияның тупланма өлөшөн инфраструктура проекттары инвестицияһына йүнәлтеү тураһындағы тәҡдиме лә урынлы кеүек. Йәғни пенсия аҡсаһы ил иҡтисады өсөн эшләйәсәк”, – ти белгестәр.
Пенсия фондына аҡсаһын һалғандар борсолмаһын, улар 2014 йылдың 1 ғинуарынан һуң да мөмкинлектәре менән файҙалана ала. “Был системала ҡалырға теләүсе граждандар артабан да ҡала ала. Уларға һайлау хоҡуғы бирергә тейешбеҙ”, – тине В. Путин.
Хәтерегеҙҙә булһа, хеҙмәткә түләү фондынан 4 процентты пенсияның страховкалау өлөшөнә йүнәлтергә тәҡдим ителгәйне. Был аҙым тәү сиратта РФ Пенсия фондындағы 1 трлн һумдан ашыу дефицитты ҡаплау өсөн эшләнә.
Пенсияны яңыса иҫәпләү системаһы тураһында РФ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры урынбаҫары Юрий Воронин: “2002 йылға тиклем булған “шәхси коэффициент” формулаһына кире ҡайтасаҡбыҙ, әлбиттә, ул камиллаштырыласаҡ”, – тип белдерҙе. Белгестәр фекеренсә, әлеге пенсия формулаһы үҙен аҡламаған. Ул банк депозиты принцибы буйынса эшләй: эшләүсе граждан өсөн күпме иғәнә индерелә, һуңынан уға шул күләмдә пенсия түләнергә тейеш. Әммә был формула бөгөн проблемалар тыуҙырҙы һәм тупикка терәне.
Ә яңы формулала стаж коэффициенты иҫәпләнәсәк. Әлегә уның күләме хаҡында һөйләшеүҙәр бара. ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә ул 30 йыл тиелә. Минималь стаждан ашҡан һәр бер йыл өсөн 0,01 күләмендә коэффициент өҫтәлә, ә кәм булған өсөн, киреһенсә, һәр йылға 0, 01-гә кәметелә. Стаж коэффициенты уртаса йыллыҡ шәхси эш хаҡына һәм ил буйынса уртаса йыллыҡ эш хаҡы нисбәтенә ҡабатланасаҡ. Халыҡ-ара тәжрибәнән өлгө алып, пенсияны иҫәпләүҙең “интеграциялау коэффициенты” (йәғни макроиҡтисади һәм демографик хәлгә ҡарап) формулаһы ла ҡаралған.
Эйе, пенсия өлкәһенә нигеҙле үҙгәрештәр кәрәк. Әммә уларҙы тормошҡа ашырыр алдынан элекке хаталарҙан һабаҡ алыу, иҡтисади көрсөк мәлендә эшләү шарттарын күҙ уңында тотоу мөһим. Шулай уҡ халыҡҡа бар яңылыҡтарҙы ваҡытында еткерергә кәрәк. Юғиһә 2002 йылдағы пенсия реформаһы хаҡында (“яҡшы пенсия тураһында һәр кем үҙе хәстәрлек күрергә тейеш, ә дәүләткә ышанырға түгел”) буласаҡ пенсионерҙар хәбәрҙар түгел ине. Һәм күптәр ярыҡ ялғаш алдында тороп ҡалды.

Г. ЯхинА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”