RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сираттарһыҙ урын бармы икән?

23.11.2012 Сираттарһыҙ урын бармы икән?

Гөлшат Усманова, Баймаҡ районы, Сыңғыҙ ауылы:
– 2007 йылда, йәш ғаилә булараҡ, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн район хакимиәтенә субсидия юллауға сиратҡа торғайныҡ. Һаман да был аҡсаны ала алмайбыҙ. Сиратығыҙ еткәнен көтөгөҙ, тиҙәр...

Баймаҡ районы хакимиәтенең торлаҡ мәсьәләләре буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, райондың Сыңғыҙ ауылынан Гөлшат һәм Ирек Усмановтар “Торлаҡ” федераль программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” ярҙамсы программаһы буйынса район хакимиәтендә 101-се булып сиратта тора. Улар 2008 йылда документтарын тапшырған. Бы­йыл 2006 йылдан сиратта торған 20 ғаиләнең субсидия алыуын иҫәпкә алғанда, һеҙгә, Усма­новтар, сабыр ғына көтөргә ҡала.

Фәһимә ЙОМАҒОЛОВА, Фе­доровка районы, Яуыш ауылы:
− Дәүләт Думаһы депутаттарына әйтер һүҙем бар: тиҙерәк ҡышҡы ваҡытҡа күсеү тураһындағы законға үҙгәрештәр индер­һендәр ине. Ауыл кешеһенә йәйге ваҡыт менән йәшәү шул тиклем ауыр. Яҡтырмайынса малды ҡарап булмай. Көтөүҙе ҡыумайынса эшкә китә алмайбыҙ. Балалар ҡараңғыла мәктәпкә бара. Фельдшер булараҡ та әйтәм, был һаулыҡ өсөн дә зыянлы.
“Ваҡытты иҫәпләү тураһында”­ғы федераль закон 2011 йылда ул ваҡытта ил Президенты булған Д. Медведев тарафынан раҫланғайны. Шулай итеп, беҙ йәйге ваҡыттан һуң ҡышҡы ваҡытҡа күсмәнек. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, халыҡтың күбеһе сәғәт телен сезонлы күсереү бөтөрөлөүен ҙур хата тип һанай. Табиптар, кешенең биоритмдары ҡояш сығыу менән уяна, был ваҡыттан тайпылыу организмға ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, тигән фекерҙә. Бәлки, тәбиғәт закондарын иҫәпкә алмай ҡабул ителгән закондың хата булыуын аңларға ваҡыттыр. Ил башлығы Владимир Путин да, власҡа килгәс, ваҡытты иҫәпләүҙең яңы системаһын тәнҡитләне. Яҡын киләсәктә, бәлки, хөкүмәт ҡышҡы ваҡытҡа күсеү мәсьәләһен хәл итер, тип ышанғы килә.

Зифа МОРАТОВА, Баймаҡ райо­ны, Әбделкәрим ауылы:
− Тормош иптәшем Миңлеғәле Моратов − 37 йыл ғүмерен медицинаға арнаған кеше. Бөгөн II төркөм инвалиды, коляска менән генә йөрөй ала. Октябрҙә сирләп, Баймаҡ район дауаханаһында ятып сыҡты, унда табиптар Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына барып, ангиохирургҡа күренергә ҡушты. Был белгескә йүнәлтмәне район дауаханаһынан аҙнаһына бер генә кешегә бирәләр икән. Сиратыбыҙ еткәнсе анализдарыбыҙ ҙа иҫкерә. Хәле лә ауырайып китер тип ҡурҡам. Ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән?

Бар ғүмерен кешеләр һаулығын һаҡлауға арнаған кешегә медицина учреждениеһында сират булырға тейешме икән?
Зифа апайҙың үтенесе буйынса Ғ. ҡыуатов исемендәге Рес­публика клиник дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Марат Һиҙиәт улы Сәйетовҡа шылтыратҡас: “Үҙе­беҙҙең коллегаларҙы, кеше ярҙамынан тыш йөрөй алмаған инвалидтарҙы, йүнәлтмәһе юҡ тип, бер ҡасан да кире бороп ҡайтарғаныбыҙ юҡ. Моратовтар әҙер анализдары менән килһен, ангиохирургҡа күренерҙәр”, − тип ярҙам итергә вәғәҙә биргәйне. Үткән аҙнала Зифа апай тормош иптәше менән Өфөгә килеп, табип­ҡа күренеп ҡайттылар.

А. АСАИНОВА, Йылайыр райо­ны:
− Тормош иптәшем менән гражданлыҡ никахында йәшәнек. Улыбыҙ бар. Иптәшем былтыр вафат булды. ҡараусыһын юғалтыу буйынса улыма пенсия түләнә. Был аҡсаны үҙемә лә юллап ала аламмы икән?

Закон буйынса ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия мәрхүмдең балаларына 23 йәшкә тиклем түләнә. Үҙегеҙгә пенсия юллау мәсьәләһе буйынса консультация биреүҙе һорап, пенсия фондының урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирер инек.

Шылтыратыуҙарҙы
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”