RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

20.11.2012 Асыҡ ишек бәләһе

Коммуналь фатирҙа йәшәүсе ғаилә (ирле-ҡатынлы һәм ике бәләкәй бала) төшкө аштан һуң татлы йоҡоға тала. Ишекте бикләп тормайҙар, көпә-көндөҙ кем йөрөһөн, тип уйлай улар. Ошо мәлдә улар­ҙың күршеһенә быға тиклем закон менән проблемалары булған 31 йәшлек ир килә. Ул үҙе менән 29 йәшлек өйҙәшен дә эйәрткән. Таныштары өйҙә булмай, улар китергә торғанда күршеләге бүлмә ишегенең бер аҙ асыҡ торғанына иғтибар итә. Ир һаҡ ҡына баҫып үтә лә, өҫтәлдә ятҡан кеҫә телефонын һәм биш мең һум аҡсаны сәлдерә. Тағы ла ноутбукты алырға була, әммә шул саҡ йорт хужаһы уянып китә. ҡараҡ, бүлмәләрҙе бутағанмын икән, тип шундуҡ сығып китеү яғын ҡарай. Ул киткәс тә хужалар аҡса һәм телефондың юҡлығын күрә.
Анһат ҡына байыған ир менән ҡатын урамда осраған бер ҡатын­ға осһоҙ хаҡҡа телефонды һата. Йәшәү мәғәнәһен тик эскелектә күргән был икәү күп итеп аҙыҡ-түлек, спиртлы эсемлек һатып ала ла өйҙәренә ҡайта. Уларға оҙаҡ шатланырға тура килмәй – полиция килеп тә етә. Ир менән ҡатындың алты йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Урланған телефонды һатып алыу­сы ҡатын-ҡыҙ ҙа полиция иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ул телефонһыҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалды. Етмәһә, белә тороп урлан­ған әйберҙе һатып алғаны өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ, ике йылға төрмәгә оҙатыласаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”