RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «йәшәүгә йәм һәм көс бирә», – ти алты балаға ғүмер биргән Гөлнур һәм Әмир Баймырҙиндар

20.11.2012 «йәшәүгә йәм һәм көс бирә», – ти алты балаға ғүмер биргән Гөлнур һәм Әмир Баймырҙиндар

«йәшәүгә йәм һәм көс бирә», – ти алты балаға ғүмер биргән Гөлнур һәм Әмир Баймырҙиндар
– Әйҙә, үтегеҙ, балалар һеҙҙе күптән көтә.
Урта йәштәрҙәге ир өйгә инергә ҡоҙаланы. Тәҙрәнән беҙгә уҡталған ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарҙы тойоп, йортҡа үтәбеҙ. Йәшлек дәрте урғылған һөйкөмлө ҡатын, матур йылмайып, беҙҙе сәләмләне. Төпкө бүлмәнән күҙҙәрендә шуҡлыҡ осҡондары сәсрәгән ҡыҙсыҡтар һәм малайҙар күренде.

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында матур ғаилә менән таны­шыр­ға насип булды. Гөлнур һәм Әмир Баймырҙиндар алты балаға ғүмер бүләк иткән. Оло улдары Әнүр Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының психология факультетында уҡый. Гөлшат Мораҡ ауылындағы башҡорт гимназияһының 11-се синыфында белем ала. Үҫмер ҡыҙ әлеге мәлдә һәр сығарылыш синыф уҡыусыһын борсоған ике һорау өҫтөндә уйлана: нисек дәүләт имтихандарын тапшырырға, ҡайҙа уҡырға барырға? Айнур 8-се синыфта уҡый, хыялы – кадет мәктәбе курсанты булыу. Ибраһим – 5-се класс уҡыусыһы, яратҡан шөғөлө футбол һәм бейеү. Алты йәшлек Наҙгөл менән ике йәшлек Илназ балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығы райондың эске эштәр бүлегендә водитель булып эшләй. Ә хужабикә йорт усағын һаҡлай, балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Ул 2006 йылда “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған.
– Икебеҙ ҙә йыр-моң яратабыҙ. Йәш саҡта сәхнәнән төшмәнек, район күләмендәге мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнаныҡ. Беҙҙең һәләт балаларыбыҙға күскән. Өлкән улыбыҙ “Дәрүиш” бейеү ансамблендә шөғөлләнә, бәләкәстәре мәктәптәге мәҙәни байрам­дар­ҙа һәр саҡ ҡатнаша, – ти Гөлнур.
Гөлнур ҙа, Әмир ҙә күп балалы ғаиләлә үҫкән. “Иптәшемдең һигеҙ туғаны бар, ә беҙ биш бала үҫтек. Шуныһы ҡыҙыҡ – икебеҙ ҙә ғаиләләге иң бәләкәй бала”, – ти хужабикә. Гөлнур Бөрйән районының ҡотан ауылында тыуып үҫкән. Апаһы Күгәрсен районына кейәүгә сыҡҡас, ул шунда ҡунаҡҡа бара. Шул саҡта Әмир уны осрата ла инде. Ике йәш йөрәк бер аҙна ғына аралашҡас (!) өйләнешергә ҡарар итә.
Балалы йорт ҡотло була, әлбиттә, әммә мәшәҡәттәре лә күберәктер, моғайын, тигәс:
– Йорттағы бар эште күмәкләп башҡарабыҙ. Малайҙар миңә ярҙам итә, ҡыҙҙар − әсәһенә. Балалар бер-береһенә өйгә эштәрен аңлата, улар бик татыу, берҙәм, шуға бик ҡыуанабыҙ.
Дәүләт ярҙамын һуҙа, әммә кредит-рассрочкаларҙан ҡотолоп булмай. Өйҙө төҙөкләндерергә, йорт-ҡура тирәһен тәртипкә килтерергә, газ үткәрергә кәрәк. Барыһына ла етди сығымдар талап ителә, – тине ғаилә башлығы.
Мораҡ ауылына тулыһынса тиерлек газ үтһә лә, ҡайынлыҡ сауҡалығы биҫтәһенә ни сәбәптәндер “зәңгәр яғыулыҡ” һаман килеп етмәй. Быйыл йәй аҙағында көслө дауыл арҡаһында биҫтәлә бер нисә йорт етди зыян күргән. Дауыл Баймырҙиндарҙың йортоноң ҡыйығын алып ташлаған. Уларға район бюджетынан 19 мең һум аҡса бүленә, тиҙ арала ҡыйыҡты эшләп тә ҡуялар. “Етәкселәргә, бигерәк тә район хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға рәхмәтлебеҙ”, – ти улар.
Балаларығыҙҙың киләсәген нисек күрәһегеҙ, тигәс, ата кеше, бәхетле йылмайып:
– Барыһына ла мотлаҡ юғары белем бирәсәкбеҙ, Намыҫлы булып, беҙҙән өлгө алып буй еткерһендәр ине, – тине.
– Балалар, атай, тип өҙөлөп тора. Ул төшкө ашҡа ҡайтһа, әле береһе, әле икенсеһе янында урала, әммә аталары ял иткән саҡта уны бер ҡасан да бимазаламайҙар, тауыш-тынһыҙ ғына йөрөргә тырышалар, – тине Гөлнур.
Ғаиләлә атай абруйын үҫтереү­ҙә, әлбиттә, әсә кешенең роле ҙур.
Әсәнең һиҙгер йөрәге тотош ғаиләне ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлау, һәр кемгә күңел йылыһын өләшеү һәләтенә эйә. Нәҡ ул балаларҙа матур, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә. Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән ул. Донъяла был мөхәббәт-теләкте тыйыр бер генә ҡөҙрәт юҡтыр, тип уйлайым.
Ошо көндәрҙә ғаилә башлығы алты айға Чечен Республикаһының Моздок ҡалаһына полиция водителе сифатында хеҙмәт итергә юлланды. Уға имен-һау әйләнеп ҡайтыр­ға яҙһын.
Күп бала үҫтереүсе ғаиләләрҙең барыһы ла өлгөлө тип әйтеп булмай. Йәшерен-батырыны юҡ, аҙғын тормошто һайлаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күпләп бала таба. Тәүге һулыштан уҡ бәхетһеҙлеккә дусар ителгән сабыйҙар урам гиҙә һәм бер нисә йылдан ата-әсәһенең юлын ҡабатлай. Аҙғын әҙәмдәрҙе аҡылға ултыртырға маташыуға, улар­ҙың балаларын тәрбиәләүгә дәүләт күп аҡса һәм көс сарыф итә. Әммә көтөлгән һөҙөмтә юҡ. Әгәр ҙә сәләмәт рухлы балалар үҫеүен, быуындан-быуынға тапшырылып килгән ҡиммәттәрҙең һаҡланыуын теләһәк, Баймырҙин­дар кеүек күркәм ғаиләләргә күберәк иғтибар бүләйек.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”