20.11.2012 Балалар ниндәй хоҡуҡҡа эйә?
Тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә бала хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы мәсьәлә 1924 йылда Милләттәр лигаһы тарафынан ҡабул ителгән Женева бала хоҡуҡтары декларацияһында күтәрелә. Әммә Икенсе бөтә донъя һуғышы уны тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. 1945 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм уның Балалар фонды төҙөлөп, 1948 йылда Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһы ҡабул ителгәс кенә бала хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһен маҡсатҡа ярашлы хәл итеү мөмкинлеге тыуа.
1959 йылдың 20 ноябрендә БМО-ның Генераль ассамблеяһы бала хоҡуҡтары декларацияһын ҡабул итә. 1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән милләттәр Ойошмаһының Бала хоҡуҡтары тураһында Конвенцияһы ҡабул ителә. Был документ ҙур әһәмиәткә эйә. Ул – бала хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу гарантияларын юридик яҡтан нығытыусы тәүге халыҡ-ара хоҡуҡи акт.
Конвенцияға ярашлы, һәр бала үҙ-үҙе булып ҡалырға хоҡуҡлы. Бының төп билдәләре – исем, фамилия, гражданлыҡ, ғаилә мөнәсәбәттәре. Балаға исем ата-әсәһенең килешеүе буйынса бирелә. Фамилия ла ата-әсәһенән күсә. Ата-әсә балаға 16 йәш тулғанға тиклем генә уның исемен һәм фамилияһын үҙгәртергә хоҡуҡлы.
Баланың ғаиләлә тәрбиәләнеү хоҡуғы
Иң мөһим бала хоҡуҡтарының береһе – уның ғаилә тәрбиәһенә хоҡуғы. Был хоҡуҡ балаға ғаиләлә йәшәү һәм тәрбиәләнеү мөмкинлеген тәьмин итә. Бер ниндәй йәмғиәт тәрбиәһе формаһы ла ғаилә тәрбиәһе менән сағыштырыла алмай.
Бала ата-әсәһе менән бергә йәшәү хоҡуғына эйә. Конвенцияның 10-сы статьяһына ярашлы, ҡатнашыусы дәүләттәр тарҡалған ғаиләләрҙе яраштырыуға йоғонто яһарға бурыслы. Бала мөмкин булған тиклем үҙенең ата-әсәһен белергә хоҡуҡлы.
Бала ата-әсәһенең хәстәренә, мәнфәғәттәрен яҡлауға һәм кешелек сифаттарын хөрмәт итеүгә хоҡуҡлы. Ата-әсә айырылышып, айырым йәшәгән осраҡта ла балаға уларҙың икәүһе менән дә аралашыу хоҡуғы бирелгән.
Баланың ғаилә тәрбиәһенә хоҡуғы шулай уҡ үҙенең ҡартатайҙары, өләсәйҙәре, апайҙары, ағайҙары һәм башҡа туғандары менән аралашыуҙы ла үҙ эсенә ала. Баланың был хоҡуғы ата-әсәһенең никахы тарҡалған осраҡта ла һаҡлана.
Бала ғәҙәттән тыш хәлгә осрағанда (бәләгә тарыһа, ауыр сиргә юлыҡһа, йә ҡулға алынһа) яҡындарының айырыуса хәстәренә мохтаж. Шуға күрә бындай осраҡта етди нигеҙ булғанда ғына ата-әсәһе йә туғандары менән аралашыу тыйыла. Мәҫәлән, был кешеләрҙе реанимация палатаһына индереү бала ғүмере өсөн хәүеф менән янаһа.
Баланың милек хоҡуғы
Баланың милек хоҡуғы Ғаилә кодексы менән түгел, ә Граждандар ҡануниәте менән көйләнә. Балалар һәм ата-әсә бер-береһенең милкенә, милек хоҡуғына дәғүә итә алмай. Әммә улар бергә йәшәгән осраҡта үҙ-ара килешеү буйынса бер-береһенең милке менән файҙалана ала. Балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең хоҡуғында булған милеккә бер ниндәй ҙә айырым хоҡуҡи режим юҡ.
Бала үҙенә тәғәйен милектең һәм унан алынған килемдең хужаһы иҫәпләнә. Алимент түләү тураһындағы законда ҡаралғанса, ата-әсәһенән һәм башҡа туғандарынан үҙен ҡаратыуға хоҡуҡлы. Түләнгән алимент, пенсия һәм пособие күләме лә баланың милек хоҡуғына инә, әммә бала мәнфәғәтендә был аҡса менән идара итеү хоҡуғы ата-әсәгә бирелгән. Ата-әсәләр йәиһә уларҙы алмаштырыусы кешеләр уларҙы баланы ҡарауға, тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға тотонорға бурыслы.
Бынан тыш, Рәсәйҙәге һәр бала халыҡ-ара һәм эске ҡануниәттәр нормалары буйынса түбәндәге хоҡуҡтарға эйә.
Гражданлыҡ Һам сәйәси хоҡуҡтар өлкәһендә:
– тыуғандан алып исемгә, гражданлыҡҡа, уларҙы үҙгәртеүгә;
– ирекле рәүештә фекерен белдереүгә;
– ирекле рәүештә Рәсәй сиктәренән сығырға һәм ҡаршылыҡһыҙ кире ҡайтырға;
– балалар һәм йәштәр ижтимағи ойошмаларын төҙөүгә һәм уларҙа ҡатнашыуға;
– баланың үҫешенә йүнәлтелгән һәм уның хоҡуҡтарына ҡағылышлы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булырға, шулай уҡ баланың именлегенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән һаҡланырға;
– тыныс шарттарҙа үткән митингыларҙа, демонстрацияларҙа ҡатнашырға.
Мәғариф өлкәһендә:
– үҙенең кешелек сифаттарын хөрмәт итеүгә;
– бушлай башланғыс, төп һәм урта дөйөм белем һәм башланғыс профессиональ белем алыуға, шулай уҡ конкурс нигеҙендә дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларында бушлай урта профессиональ һәм юғары белем алыуға;
– Уставҡа ярашлы белем биреү учреждениеһы менән идара итеүҙә ҡатнашыуға;
– ата-әсәһе белем биреү учреждениеһын һәм белем алыу формаһын һайлағанда үҙ фекерен әйтергә;
– уҡыу йортона уҡырға ингәндә башҡалар менән бер үк хоҡуҡҡа;
– үҙенең фекерҙәрен һәм инаныуҙарын ирекле рәүештә әйтергә һәм хөрмәт итеүгә;
– уҡыу планы менән ҡаралмаған сараларға үҙ теләге буйынса йөрөргә;
– үҙ туған телендә белем алырға.
Социаль яҡлау өлкәһендә;
– пенсия алыуға, дәүләт яғынан социаль-көнкүреш ташламаларына; ҡараусыһын юғалтҡанда балаларға 18 йәшкә тиклем социаль пенсия тәғәйенләнә; бөтә балаларға ла айлыҡ пособие; ишле ғаиләләр балаларына 16 йәшкә тиклем табип рецебы буйынса бушлай дарыуҙарға, бушлай туҡланыуға.
Хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә:
– дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары уҡыуҙан буш ваҡытында эшләй ала: 16 йәше тулмағандарҙы эшкә алыу тыйыла;
– 18 йәштән кесе булғандар төнгө сменаға һәм эш сәғәтенән тыш эшкә йәлеп ителергә тейеш түгел;
– ата-әсәһенең ризалығы буйынса 16 йәшлек үҫмер закон менән тыйылмаған эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә ала;
– дөйөм белем биреү учреждениелары, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар менән килешеү төҙөп, өҫтәмә профессиональ әҙерлек алып бара ала; профессиональ әҙерлек ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың ризалығы менән генә алып барыла;
– уҡымаған, бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән 16 йәшлек бәлиғ булмағандар эшһеҙ тип таныла; 18 йәшкә тиклемге эшһеҙҙәр айырыуса социаль яҡлауға мохтаж тип иҫәпләнә.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.