RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сура батыр исеме мәңгеләштерелде

20.11.2012 Сура батыр исеме мәңгеләштерелде

Сура батыр исеме мәңгеләштерелде
Октябрь аҙағында Әбйәлил районында иҫтәлекле ваҡиға булды. Бынан 500 йыллап элек йәшәгән Тамъян ырыуы вәкиле Сура батыр хөрмәтенә уның ҡәберендә ҡара мәрмәрҙән стела ҡуйылды. Был сарала ҡатнашыу өсөн Сура батыр тураһында легенданы яҙып алып, «Башҡорт халыҡ ижады» китабына индереп, исемен мәңгеләштергән филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, район Советы секретары Булат Исламбаев, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Линиза Сәғәҙиева, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мирхәт Рәжәпов, башҡарма комитеты секретары Иштимер Ғүмәров, Рысҡужанан Рәжәп, Азат, Айсаф, Нурислам Яҡуповтар, Асҡарҙан Мулләхмәт Усманов, ҡаҙмаш мәктәбенән Хәлил Фәттәхов, Гөлназ Абдрахманова, 6 − 9-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.
Тантананы асып, Иштимер Ғүмәров легендар шәхесебеҙ Сура батырға стела асылыуына ҡыуанысын белдерҙе һәм артабан һүҙҙе билдәле шәхес хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе туплап, китап итеп сығарыусы ҡаҙмаш урта мәктәбе директоры Рәжәп Яҡуповҡа бирҙе. Рәжәп Хәлфетдин улы «Сура батыр» китабын ҡунаҡтарға таратты, стеланы ҡуйыуҙа ярҙам күрһәткән Мирхәт Рәжәповҡа, Иштимер Ғүмәровҡа рәхмәт белдерҙе.
– 90-сы йылдарҙа шәжәрә байрамдары үткәрелә башлағас, беҙ был өлкәлә эҙләнеүҙәр алып барҙыҡ, ата-олатайҙарҙан һорашып, Сура батырҙың ҡәберен табып, ҡәбер ташы ҡуйҙыҡ, – тине Рәжәп Хәлфетдин улы.
Ул Сураның батыр исемен 1550 – 1552 йылдарҙа ҡазанды яҡлап һуғышҡан осорҙа алыуы, уның үҙ ғәскәре менән башҡорт ерҙәрен баҫҡынсыларҙан азат итеүе тураһында бәйән итте.
Әхмәт Сөләймәнов, бө­гөнгө сараның тарихи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Сарала ҡат­наш­ҡан балалар һуңынан был турала һөйләр, был ваҡиға ла берәй ҡасан легенда булып ҡалыр, тине ул.
– Әлеге мәлдә тарихи ерҙәрҙе, онотолмаһын өсөн, бәләкәй таш менән булһа ла билдәләп барып, һуңынан мөмкинлек булһа, һәйкәл ҡуйырға кәрәк, – тине Әхмәт Мөхәмәтвәли улы. – Башҡа яҡтарҙа Сура батырҙы беҙҙеке тип әйтеүҙәре ихтимал, ләкин яҙып алынғанса, Сура батырҙың Тамъян ырыуынан икәне билдәле. Башҡаларҙың Сура батыр­ҙы беҙҙеке тиеүенең сәбәбе боронғо йолаларға бәйле. Элекке заманда батыр кешенән түл алып ҡалыу йолаһы булған, шуға ла төрлө яҡта уның тоҡомдары йәшәүе мөмкин.
Сарала ҡатнашҡан балаларҙы Әхмәт Сөләймәнов шәжәрәләрен ныҡлап өйрәнергә саҡырҙы, тамырҙарҙы белеү тормошта кәрәк, бына ошо стела шәжәрәне белеү һөҙөмтәһе булып һеҙҙең алда тора, тине.
Мирхәт Рәжәпов Сура батыр хаҡында мәғлүмәт йыйған Рәжәп Яҡуповҡа рәхмәт әйтте. Батырға һәйкәл ҡуйылды, киләсәктә бында тарихи урын булараҡ күптәр килер, тигән өмөт белдерҙе.
Булат Исламбаев әһәмиәтле сараны ойоштороусыларға хакимиәт исеменән рәхмәт белдерҙе. Әбйәлилдә райондың күренекле шәхестәренә таҡтаташтар, урамға уларҙың исемдәрен биреүҙе һәйбәт күренеш булараҡ баһаланы һәм эште артабан да шулай дауам итергә саҡырҙы.

Азат КӨМӨШБАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”