RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мауыҡтырғыс та, мөғжизәле лә студент йылдары

20.11.2012 Мауыҡтырғыс та, мөғжизәле лә студент йылдары

Мауыҡтырғыс та, мөғжизәле лә студент йылдары
Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе курс студенттары өсөн һуңғы ике аҙна айырыуса тулҡынландырғыс булды. ҡыҙҙар һәм егеттәр шау-гөр килеп “Һаумы, минең университетым!” смотр-конкурсҡа әҙерләнде. Шунан өс көн буйы дауамына һайлап алыу туры барҙы. Был сара күркәм традияға әйләгән, ул йыл һайын беренсе курс студенттары араһында үткәрелә.
Уҙған аҙнала баш ҡаланың Йәштәр һарайы студенттарҙың йыр-моңона күмелде. Унда “Һаумы, минең университетым!” гала-концерты булды. Беренсе курс студенттары бер аҙ тулҡынланһа ла, һыр бирмәне: төрлө милләт бейеүҙәре, төрлө телдәге һәм стилдәге йырҙар, “Күләгәләр театры” шоуы, студент тормошонан интермедиялар тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы, Сергей Есенин һәм Рәми Ғариповтың шиғри юлдары ла яңғыраны.
“ҡазанды алыу маршы” көйөн ҡурайҙа уйнаған ике егет менән таныштыҡ. Мәләүез районының Восточный ауылынан Алмас Кинйәбулатов биология-технология факультетында белем ала. Икенсе егет – Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылынан Рушан Төркмәнов. Ул урыҫ мәктәбендә уҡыһа ла, саф башҡорт телендә һөйләшә. “Беҙҙең районда бер нисә башҡорт ауылы бар. Ғаиләлә тик башҡортса аралашабыҙ. Үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ. Милләтемдең тарихын, мәҙәниәтен үҙ аллы өйрәндем. Бала саҡтан ҡурайҙа уйнайым“, – тине Рушан. Ә ни өсөн нәҡ ошо университетты һайланың, тиеүгә, ул: “Яҡын тирәлә тик бында ғына умартасы һөнәрен алырға мөмкин. Хыялым – ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү. Шулай уҡ башҡорт мөхитендә, милләттәштәрҙең баш ҡалаһында йәшәү – минең өсөн оло мәртәбә”, – тине.
Белорустар бейеүен бейергә, тип сәхнә артында әҙерләнеп тороусы Зөһрә Рамаҙанованы туҡтаттым. Ул Учалы райо­нының Оҙонкүл ауылынан. ҡыҙ студент тормошо тураһында: “Мин ғаиләлә иң өлкән бала, күптән үҙаллымын. Шуғалыр яңы тормошҡа өйрәнеп китеүе ауыр булманы. Уҡыуға ла, төрлө сараларға ла ваҡытым етә. Өфө ҡалаһы шундай матур, бында миңә бик оҡшай”, – тине. Уның һүҙен Баймаҡтан Рәфис Иҙрисов дауам итте: “Минең алда ҡайҙа уҡырға барыр­ға, тигән һорау булманы. Атайым ошо университетта белем алған, шуға бала саҡтан, бында уҡыясаҡмын, тип хыялландым”. Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Зиләрә Йосопова ла мәктәп уҡыусыһы булған саҡтан уҡ ошо белем йортон һайлаған.
Университеттың инглиз теле кафедраһы уҡытыусыһы Ләйсән Фәтҡуллина әйтеүенсә, уҡыу йортонда йыл әйләнәһенә төрлө саралар үтә. Студенттар, белем алыуҙан тыш, бар йәһәттән камиллаша.
Гала-концерт аҙағында еңеүсе факультеттар билдәләнде. Буласаҡ иҡтисадсылар гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урынды – механика, икенсене – информацион техника һәм идара итеү, өсөнсөнө биология-технология менән ер ҡоролошо һәм урман хужалығы факультеттары алды. Университет етәкселеге йәштәрҙе студент тормошонда тәүге сирҡаныс алыуы менән ҡотлап, аҡсалата премия тапшырҙы.
Башҡорт дәүләт аграр университетында бына шундай һәләтле һәм сая йәштәр бар. Улар үҙҙәрен киләсәктә нығыраҡ танытыр әле.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”