RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәшлек”тәр ни өсөн тарта, тартмай?

16.11.2012 “Йәшлек”тәр ни өсөн тарта, тартмай?

Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе:

– Уҡыусылар аптырамаһын, үкенескә күрә, ошо алама ғәҙәт менән мауығам бит әй. Хатта ҡайһы саҡта таныштарым, тартып торғанды күрһә, һин дә был әшәке менән дуҫһыңмы ни, бер ҙә уйламағайным, тип оялтып та ҡуя. Ә барыһы ла бәләкәй саҡта үҙемде өлкәнерәк хис итеү өсөн башланғайны. Тәүҙә ташлап та йөрөйһөң, тик ул йылан ҡаныңа үтеп инһә, айырылыуы еңел түгел. Хәҙер инде берәй нәмәгә йән көйгәндә үҙеңде тынысландырыр өсөн дә ауыҙға тәмәке алырға тораһың. Үкенесле, әлбиттә. Әлегә ташларға уйлап та ҡарағаным юҡ, шулай ҙа бер көн килеп мәңгелеккә был хәшәрәттән ҡотолормон,тигән өмөт бар.
Бөгөн нимәгә көйәмме? Әлбиттә, подписка өсөн. Әгәр гәзит уҡыусылар “Йәшлек”кә дәррәү яҙылып, тиражыбыҙ 20 мең дананан артып китһә, шунда уҡ тәмәке тартыуҙы ташларға һүҙ бирәм.

Мөнир ҡУНАФИН, яуаплы сәркәтип:

– Йәшлек йүләрлеге һәм дүрәклеге менән ун биш йыл тәмәке менән дуҫ булып йөрөлдө. Тын ҡыҫыла, хәл бөтә башлағас, уның дошман икәнен аңланым да ташланым. Буласаҡ кәләшемде өйөмә алып ҡайт­ҡан көн был дошманды тупһаның теге яғында ҡалдырҙым: «Башҡаса мине борсома!» Тәүге мәл борсоп маташты, тик үҙен яҡынлатманым. Хәҙер туғыҙ йыл унһыҙ һин дә мин көн итәм. Тик бер нимәгә аптырайым: иң гүзәл, дәртле саҡта нимә тип уны ауыҙыма алғанмындыр, әшәке нәмәне.

Нур ҡӘҘЕРБАЕВ, компьютер бүлеге начальнигы:

– Ул яман холоҡто әрмелә өйрәтеп ҡайтарҙылар, ҡәһәр һуҡҡыры... Бәләкәй саҡта шаярыңҡыраған мәл булды, әммә бер нисә тапҡыр ғына. Ә инде үҫмер саҡта бөтөнләй тәмәкегә ҡағылманым. Әрмегә барғас та ул шөғөлдән ситтә булдым. «Служак» иптәштәрем ҡабалана-ҡабалана тартҡанда мин уларҙы һүгеп, шул тәмәкенән ниндәй ләззәт табаһығыҙ ул, тип йыш ҡына әйтә торғайным. Бигерәк тә Мәскәү малайҙары уға әүәҫ ине. Ата-әсәләре ай һайын посылка менән һалыр булды шул ағыуҙы. Ул ваҡытта Marlboro сигареты модала ине. Хаҡы ла һаман иҫтә әле ул − 1 һум 50 тин. Улар маҡтана-маҡтана шуны көйрәтер булды. Хеҙмәтемде тултырырға 4 – 5 ай ҡалғас, эшһеҙлектән мин дә был «ковбой» сигаретын ҡыҙыҡ өсөн тартып ҡарарға булдым. Сәсәй-сәсәй бер тарттым, бер аҙҙан һуң тәҡдим иткәс, йәнә шаярып маташтым. Һуңынан инде үҙем дә һатып алып, бер ҡапты бер аҙнаға еткерә торғайным. Тик барыбер әрменән ҡайтҡас та тәмәкегә ҡағылмаясағыма ышана инем. Малайҙар әйтеңкерәп маташты ул, йәнәһе, ташлай алмайым тип. ҡайтҡас, бер айға яҡын тәмәкегә ҡағылмай йөрөүен-йөрөнөм. Тик шул мәжлестәрҙән һуң теге ғәҙәт үҙенекен итте. ҡолға әйләндерҙе... Шулай ҙа әрмеләге бурысымды үтәйәсәгемә һаман да ышанысым бөтмәгән. Сочиҙағы Олимпиада уйындарын көтәм, шул йылда ҡотолормон тигән ниәттәмен.

Рөстәм ИЛТЕНБАЕВ, рәссам:

– Бишенсе синыфта уҡығанда дуҫтар менән ҡыҙыҡ өсөн бер нисә тапҡыр тартып ҡарағайныҡ. Шул мәлдә уҡытыусыбыҙ, тәмәке тартыу, йә тартмау һәр кемдең шәхси эше, үҙегеҙ ҡарағыҙ, тине һәм никотиндың зыяны, уның эҙемтәләре хаҡында тәфсирләп һөйләне. Шул мәлдән башлап уны ауыҙға алған юҡ, тартмаясаҡмын да.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”