16.11.2012 “Ҡала мөхите – 2012” фестиваленә тиҙҙән йомғаҡ яһаласаҡ
Ошо көндәрҙә VIII “ҡала мөхите – 2012” социаль реклама халыҡ-ара фестиваленә эштәр ҡабул итеү тамамланды. Һөҙөмтәләр яһау мәле етте, ниһайәт.
Беренсенән, был конкурсҡа алты йөҙҙән ашыу эш килде (былтырғыға ҡарағанда йөҙ эшкә күберәк). Икенсенән, беҙҙең конкурста беренсе тапҡыр алыҫ илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашты. Украина, Белоруссия, ҡаҙағстан, ҡырғыҙстандан тыш, Германиянан да фестивалгә ҡушылдылар. Илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, беҙҙә ҡатнашыусылар күберәк.
Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, был сарала профессионалдар ғына түгел, студенттар һәм һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнашты. Хатта мәктәп уҡыусылары ла эштәрен ебәрҙе. Уларҙың проекттары тәжрибәле конкурсанттар менән дәғүә итә ала. Ун бер йәшлек малайҙың йәмғиәттең мөһим проблемаларына ҡағылған аудиомөрәжәғәте күңелгә үтеп инде. Һәләтле, ижади алмаш үҫә. Тимәк, социаль рекламаның киләсәге бар!
Баһалама ағзалары алдында еңел булмаған бурыс тора. Алты йөҙҙән ашыу эш араһында “Полиграфия”, “Социаль фото”, “Социаль видео”, “Экология”, “Сәләмәт йәшәү рәүеше”, “Хәрәкәттә – бәрәкәт” номинацияларын һайларға кәрәк.
23 ноябрҙә Йәштәр һарайында иң яҡшы эштәрҙең күргәҙмәһе, социаль реклама өлкәһендәге белгестәрҙең мастер-класы буласаҡ. Шулай уҡ ойоштороу комитеты исеменән бөтә ҡунаҡтарҙы ла бүләктәр көтә.
Роман МАНУЙЛОВ,
“ҡала мөхите – 2012” социаль
реклама фестивале проекты менеджеры.