13.11.2012 Темәскә цивилизация килде
Башҡортостандың бай тарихлы ауылы халҡының тормошо күҙгә күренеп яҡшыра
Иҫләһәгеҙ, 2010 йылда гәзит, телевидениела Көньяҡ Урал райондарында, атап әйткәндә, Баймаҡ районында байтаҡ ауылдың яңы урамдарында газ, һыу, электр уты булмауы хаҡында мәғлүмәт донъя күргәйне. Дөрөҫләп әйткәндә, Республика Президенты Р. Хәмитовтың райондарға танышыу сәфәренән һуң әйткән фекере. Был яҡтарҙы ваҡытында Башҡортостандың үгәй балаһы менән сағыштырып та ҡуйғайным: көсө, имеш, хәләл, ә ҡәҙере – ашъяулыҡтың ситендәрәк. Хәҙер килеп, темәстәр хәл-тороштоң яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлауы хаҡында һөйөнсөләне.
Баймаҡ районының Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рауил Хөрмәт улы Йәнсурин үҙгәрештәр хаҡында тәфсирләп һөйләп бирҙе:
− Темәс, Һаҡмар, Үрге һәм Түбәнге Таһир, Әмин, Күн заводы, Сәксәй, Бетерә, Ишей, Темәстең Өсөнсө ферма тип йөрөтөлгән өлөшө − туғыҙ ауылды берләштергән Темәс ауыл хакимиәте биләмәһендә бөтәһе 7 меңгә яҡын кеше йәшәй. Күреп тораһығыҙ, территория бик ҙур. Һуңғы арала ошо Темәс ауыл биләмәһендә бик күп эш атҡарылды. Тәү ҡарашҡа был эштәр, бәлки, күҙгә ташланып та бармайҙыр, әммә һанап сыҡҡанда, байтаҡ үҙгәреш булғаны күренә. Һеҙ, «Йәшлек»тәр, Темәстәге тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына капиталь ремонт кәрәклеге хаҡында яҙып сыҡҡайнығыҙ; капиталь ремонт тулы күләмдә эшләнде. Бынан тыш, музей ҡаршыһында торған Әхмәтзәки Вәлиди бюсына реставрация үткәрелде. Шулай уҡ Темәс мәҙәниәт йорто ла капиталь ремонт кисерҙе. Музейға − 5 миллион, мәҙәниәт йортона 25 миллион һум аҡса тотонолдо.
Темәс ауыл биләмәһендәге өс мәктәптә: Темәс, Һаҡмарҙа тулыһынса, Таһирҙа өлөшләтә тәҙрәләр евротәҙрәләргә алмаштырылды.
Беҙҙә шулай уҡ һыу мәсьәләһе киҫкен тора ине. Советтар Союзы ваҡытында үткәрелгән һыу үткәргес торбалар күптән сереп бөткәйне, уларҙы яңыларына алмаштырып, Леспромхоз һәм Совхоз микрорайондарына 5 километр оҙонлоғонда һыу үткәргес тергеҙелде. Һыу үткәреүҙә 8 миллион һумлыҡ эш башҡарылды.
Тәбиғи газ үтеүе хаҡында ла һөйөнсөләй алам: былтыр Леспромхоз микрорайонының Хоҙайбирҙин, Салауат Юлаев, Йәштәр, Калинин урамдарында бөтәһе 14 км оҙонлоғонда газ торбалары һуҙылды. Бынан тыш, быйыл 1,5 км оҙонлоҡта юғары баҫымлы газ торбалары һалып сығылды. Республика көнө алдынан яңы ҡулланыусыларға тәбиғи газ биреүҙе тантаналы рәүештә билдәләп үттек. Газ үткәреү эштәренә бөтәһе 14,5 миллион һум аҡса тотонолдо.
Халыҡтың юл мәшәҡәттәрен кәметеү, ғөмүмән, көнкүрешен яҡшыртыу маҡсатында Шырҙы, Талашты, Һаҡмар йылғалары аша бөтәһе дүрт күпер ремонтланды. Бетерә, Ишей, Темәс, Һаҡмар ауылдары зыяраттарының ҡоймаларын яңыртып, алмаштырып, буяп ҡуйҙыҡ.
Инвестицияларға килгәндә, Темәстә һөт комбинаты төҙөлә башланы: был эшкә Куспан Бурашевич Батысев исемле ҡаҙаҡ эшҡыуары күп кенә финанс бүлде әлеге мәлдә. Бетерәлә ағас эшкәртеү цехы төҙөлә: бөгөнгә ҡорамалдар алып киленгән, ҡуйылған, уларҙы көйләү эштәре бара. Тиҙҙән был ағас эшкәртеү комбинаты сафҡа инәсәк.
Тағы ла, тыуған яҡтарында халыҡты эш менән тәьмин итеү, үҙ эшен асыу ниәтенән сығып тырышыусы яҡташтар менән хеҙмәттәшлек итергә тырышабыҙ: Түбәнге Новгородта йәшәүсе Баймаҡ егете Илһам Әҙеһәм улы Баймырҙин етәкләгән «Огонек» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Темәстең элекке сусҡа фермаһы базаһында таш эшкәртеү цехы асырға йөрөй. Йөҙгә яҡын өҫтәмә эш урыны буласаҡ, таш эшкәртеү йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ барасаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: урындағы эшҡыуарҙарыбыҙ ҙа ағас эшкәртеү менән бер юлы тәбиғи ташты эшкәртеүгә күсеү хыялы менән янып йөрөй, был юҫыҡта ҡайһы бер эштәрҙе урынынан ҡуҙғата башланылар.
Башҡортостан Хөкүмәте быйыл урындарҙа юл хужалығын, төҙөкләндереү эштәренә тотонор өсөн ауыл хакимиәттәренә аҡса бүлеүҙе практикалай башланы. Был яҡтан Темәс ауыл хакимиәте йыл башынан 400 000 һум аҡса алып, атап үтелгән өлкәләрҙә тотондо ла инде. Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына, мәҙәниәт йортона, газ һәм һыу үткәреү өсөн финанслау республика адреслы программалары буйынса башҡарылды.
Рауил ағай Йәнсурин тағы ла бер яңылыҡ хаҡында шатланып хәбәр итте. Әмин ауылындағы элекке мәсет совет заманында клубҡа әйләндерелгәйне, бөгөн иһә ауыл халҡының теләгенә ярашлы мәсет кире ҡабат тергеҙелгән. Шулай уҡ урындағы ике егет − ағалы-ҡустылы Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндар инициативаһы һәм ярҙамында Бетерә ауылында бик матур мәсет һалынған. Тимәк, совет осоронан алып килгән ҡарашты үҙгәртеп, халыҡ рухи сәләмәтлек хаҡында ла уйлана башлаған, ниһайәт.
Илшат ҡАНСУРИН.
Автор фотолары.