RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бура тулы иген, ҡура тулы мал

13.11.2012 Бура тулы иген, ҡура тулы мал

Яңыраҡ республиканың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Быға тиклем Башҡортостандың бөтә райондарында ла ауыл эшсәндәре урындарҙа көҙгө уңышты барланы, тырыштарҙы билдәләне. Ә инде кисен республикабыҙҙың иң ҙур уңыштарға өлгәшкән хужалыҡтары етәкселәре, баҫыу батырҙары, механизаторҙар, малсылар, һауынсылар һәм башҡа бик күп хеҙмәт алдынғыһы баш ҡалаға йыйылды. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары һәм башҡалар тәбрикләне.
2012 йыл ауыл халҡы өсөн еңелдән булманы. Баҫыуҙар, болондар, яландарыбыҙ 2011 йылғы тәбиғәт бүләктәренә – ямғырҙарға, ҡояшлы көндәргә туйынып та өлгөрмәне, быйылғы йыл насарыраҡ “күстәнәстәрен” килтереп тә еткерҙе. Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы арҡаһында иген, йәшелсә йүнләп үҫә алманы. Шунлыҡтан быйылғы уңыштың әллә ни мул түгеллеген билдәләмәй булмай. Ләкин бөгөн байрам кәйефен бер ҙә боҙғо килмәй. Ни тиһәң дә, ауыл эшсәндәре, тәбиғәттең бер ниндәй көйһөҙлөгөнә ҡарамай, республика халҡын йыл буйына туйҙырырлыҡ икмәк, йәшелсә үҫтереүгә өлгәшкән. Иген ике миллион тоннаға яҡын булһа, икенсе икмәк – картуф 900 мең тонна йыйып алынған. Тимәк, баҫыуҙарҙа, ауыл хужалығының башҡа тармаҡтарында эшләүселәрҙең гөрләп байрам итергә нигеҙе бар. Беҙ ҙә, республикабыҙҙың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте тармағы уңғандарын һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һәр өҫтәлдең батшаһы булған икмәк – һеҙҙең эшегеҙҙең емеше! Һуңғы йылдарҙа тормошобоҙ ныҡ ҡына үҙгәрҙе, заманса технологиялар ҙа көнкүрешебеҙҙе еңелләштерә, байыта. Ләкин, бер нәмәгә лә ҡарамай, ауылдағы эштәр, ҡул эше бөгөн дә бик мөһим һәм кәрәк.
Быйыл республикала, уртаса алғанда, бер гектар майҙандан 14,1 центнер уңыш алынған. Әлбиттә, был әллә ни юғары түгел, ләкин йылдың үҙенсәлекле булыуын күҙ уңында тотһаң, баҫыу уңғандарының тырышлығы күренә. Мал да иҫән-һау ҡыш сығасаҡ – бер шартлы баш малға 27 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. ҡышҡа тыныс күңел, буралар тулы иген, ҡуралар тулы мал менән инәбеҙ.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”