RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өйлө булыу – ҙур бәхет!

06.11.2012 Өйлө булыу – ҙур бәхет!

Өйлө булыу – ҙур бәхет!
Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәүсе Әлиә һәм Илдус Ғәбитовтар, донъя йөгөн бергәләп тартһаң, бөтәһе лә килеп сыға, тип иҫәпләй
Ауылдарҙа эшһеҙлек һәм эскелек хөкөм итә, тип зарланғанда барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай. Уңғандар бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла бирешмәй. Улар балалар ҙа үҫтерә, мал да таба, рәт-йүнен күреп, ырамлы ғына донъя йөгөн дә тарта. Ә улар һалған өйҙәр элек иҫебеҙ китеп ҡараған Бразилия сериалындағы йорттар­ҙан һис кәм түгел.
Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәүсе Әлиә һәм Илдус Ғәбитовтар менән танышҡас, бар ул бына тигән йәштәребеҙ, тип ихлас ҡыуандыҡ. Күҙҙең яуын алырҙай йорт-ҡаралты, емерелеп үҫкән баҡса әллә ҡайҙан уҡ бында уңған, эшһөйәр кешеләр йәшәүе тураһында һөйләй.
Илдус Ырымбур автотранспорт техникумын тамамлаған, бөгөн «Транснефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең именлек хеҙмәтендә эшләй. Әлиә һөнәре буйынса логопед-педагог. Йәш ғаиләлә алты йәшлек Илдар һәм дүрт йәшлек Айнур үҫә. Бер ай элек кенә Ғәбитовтар бәхетле мәл кисергән – улар йорт туйлаған.
2005 йылда өйләнешкәс, Мораҡ ауылының күркәм урынында иҫке генә өй һатып алалар. Маҡсаттары – ошо урында ике ҡатлы йорт күтәреү. Бер нисә йылдан йәштәр ең һыҙғанып эшкә тотона. Ссуда, «әсәлек капиталы», яҡындарының ярҙамы хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндерә. Бәхеттәренә, «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы буйынса төҙөлөшкә 453 мең һум күләмендә субсидия ла бирелә. Йорт һалыуға яҡынса миллион һум аҡса сарыф ителгән.
Өйлө булыу – ҙур бәхет!
− Атай-әсәйҙәргә, туғандарға рәхмәт, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итәләр. Дәүләт хәстәре, «әсәлек капиталы» бик урынлы булды. Бындай йорт хаҡында малай саҡтан уҡ хыяллана инем. Тырыша торғас, булдыр­ҙыҡ бит! ҡыуанып йәшәргә лә йә­шәр­гә ин­де хәҙер, – ғаилә баш­лығы шатлығын һәм ғо­рур­лығын йә­шер­мәне.
Зал, аш-һыу, икенсе ҡаттағы йоҡо бүлмәләре – һәммәһенә заманса төҫ ҡундырылған, урын-еренә еткереп эшләнгән, күркәм йыһаздар алынған. Оҫталарға ҡуштығыҙмы, тигән һорауға Әлиә, йылмайып:
− Үҙебеҙ оҫтарып бөттөк инде. Өлгөләрҙе интернеттан ҡарайбыҙ ҙа, шуға оҡшатып эшләйбеҙ. Күңе­лебеҙгә ятҡан стилде, төҫтәр­ҙе һайлайбыҙ. Өй эсендә бик күп ваҡ эш ҡалды әле. Төҙөлөш материалдары ҡиммәт, ҡапылғара барыһын да эшләп бөтөү мөмкин түгел, кеҫәгә ҡарап яйлап төҙөкләндерәбеҙ.
− Йылылыҡ, һыу селтәрҙәре үткәреү өсөн 120 мең һум аҡса сарыф ителде, әле ишек алдын йүнәтәһе бар, – тип һүҙгә ҡушылды хужа.
Был сама ҙур йортта күп баланың тауышы яңғырап торорға тейештер, тиеүгә йәштәр, бер-береһенә сер­ле ҡарашып: «Уйлайбыҙ ул турала», – тине.
Урамда иркен гараж, ҡарағайҙан мунса, һарай төҙөлгән. Уңған хужалар киләсәктә ҡура тултырып ҡош-ҡорт аҫрарға уйлай. Быйыл 27 сутый ерҙәренән мул уңыш алғандар.
Йорт һалырға йөрьәт итмәй, ауырлыҡтарҙан ҡурҡҡан тиңдәштәренә уларҙың миҫалы үрнәк. Йәшлек дәрте урғылып торған Ғәбитовтарҙың нигеҙе ырыҫлы, ҡотло булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”