RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәскәүгә лә инделәр, Парижды ла күрерҙәр!

02.11.2012 Мәскәүгә лә инделәр, Парижды ла күрерҙәр!

Мәскәүгә лә инделәр, Парижды ла күрерҙәр!
Учалыла йәшәүсе Мәжит Ибраһимов һуңғы ике йылда өс тарихи реконструкцияла ҡатнашҡан
Машинанан килеп төшкән егеткә күҙ һирптем дә, юлға ҡарап тороуымды белдем. Ләкин уның туп-тура миңә табан килеүен күҙ сите менән аңғарып ҡалғас, егеткә иғтибарлыраҡ ҡараным. Һәм көлөп ебәрҙем:
– Мәжит, был һинме ни?
– Әйе, мин, һаҡал-мыйыҡты ҡырғайным, – килеп еткәс, ул үҙе лә көлөп ҡуйҙы. – Яуҙарҙы реконструкциялауға барыр алдынан һәр ваҡыт шулай һаҡал-мыйыҡ үҫтерәм. Былтыр танышҡанда октябрҙә Лейпциг янындағы данлыҡлы «Халыҡтар яуы»н реконструкциялауға барырға тейеш инем бит, ә быйыл иһә Бородиноға барып ҡайттым. Унан һуң күп тә тормай беҙҙе Павлов Посадҡа саҡырҙылар. Шунан ҡайтып тороуым.
Бородино тураһында барыбыҙ ҙа хәбәрҙар. Ә Павлов Посадта ниҙәр булғаны тураһында Мәжит Ибраһимовтан ишетеп белдем. Баҡтиһәң, 1812 йылдың сентябрендә маршал Нейҙың корпус частары француз армияһына аҙыҡ-түлек йыйыр өсөн шунда ебәрелә. Богородскиҙа (хәҙерге Ногинск) төпләнгәс, дошман һалдаттары күрше ауылдарҙы «һелкетә» башлай. ҡайһы берҙә Наполеондың махсус ҡарары буйынса сығарылған ялған ассигнациялар менән дә алыш-биреш итеп маташалар, ләкин күпселектә көс ҡулланып, крәҫтиәндәрҙе талайҙар. Шуға ла ауылдарын һаҡлар өсөн, француздарҙан таланған байлыҡты кире ҡайтарыу маҡсатында халыҡ отрядтарға берләшә. Береһе Павлово (икенсе исеме Вохна) ауылында барлыҡҡа килә. 1812 йылдың октябрь башында бында көслө яу була. Кутузов крәҫтиәндәргә ярҙам­ға казактарҙы, шул иҫәптән башҡорттарҙы ла ебәрә. Беренсе тапҡыр яуҙы 2002 йылда «тергеҙәләр», шунан бирле тыуған илдең тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар Вохна йылғаһы ярына йыл һайын тиерлек йыйыла.
– Һуңғы ике йылда һин, тимәк, өс яу реконструкцияһында ҡатнашҡан­һың. ҡайһыһы нығыраҡ оҡшаны?
– Өсөһө лә оҡшаны. Айырма бар, әлбиттә. Бородинола кемгә ат эләкмәй, шул төп яуҙарҙан ситтә тороп ҡала. Артығыраҡ кешене штаб һаҡлар­ға ҡушалармы шунда, йә артиллерияға һаҡҡа ҡуялармы... Ә Лейпцигта бер кем дә ситтә ҡалмай, килеүселәрҙең барыһы ла ҡатнаша. Шунан һуң Лейпцигта репетиция яһап тормайҙар. Беренсе көндө үк яуға инәһең дә китәһең (икенсе көнөнә монументҡа сәскә һалаһың да шуның менән реконструкция тамамлана). Шулай уҡ унда артиллерия хәтәр көслө! Кескәй генә, уйынсыҡ һымаҡ пушкаларынан алып, ҙур-ҙур пушкалары ла яланға сығарыла. Дарыны йәлләп тормайҙар, аталар ғына! Бөтөн ялан төтөнгә күмелә, һин шуның эсендә йүткереп-сәсәп йө­рөй­һөң. Немецтарҙа импровизация ла ныҡ көслө. Әйтәйек, рәт-рәт булып сафҡа теҙелеп, штык тотоп киләләр ҙә, туп атһа, рәттәре менән «ҡырылып», тәгәрәшеп яталар. Шул тиклем ролгә инеп китәләр, ысын актер­ҙармы ни! Кавалерия унда ҙур түгел, үкенескә күрә. Нишләп аттарҙы аҙ ҡатнаштыраһығыҙ, тип һорағас, атты тәрбиәләп ҡарау ныҡ ҡиммәткә төшә, тип яуапланылар.
Хәйер, был реконструк­циялар­ҙа ҡатнашыуым менән бик бәхетлемен! Күп кеше беҙҙе күреп, ишетеп белеп, дәртләнеп китә ул. Әммә барыһы ла тиерлек һуңынан, дәрт бар ҙа, дарман юҡ, тигән һымаҡ, һыуыналар.
– Ә һин йөрөйһөң дә һуң...
– Минең кеүек «вирус» йоҡтор­ғандар ҡала ла инде. Сәғәт ярымлыҡ һуғыш өсөн бер йыл буйына әҙерләнәһең. Реконструкцияла бутафория тигән нәмә юҡ, унда барыһы ла ысын булырға, тарихи ысынбарлыҡҡа тап килергә тейеш.
Мин, мәҫәлән, кейеҙ еләнемде өс ай тиерлек әҙерләнем. Күлдәк-салбарҙы үҙем текһәм дә, уны, яңылыш тегеп, боҙоп ҡуйырмын тип, һеңлемдән тектерҙем. Фәрит Хәсәнов миңә боронғо ысын дары һалғыс табып бирҙе. Ауылдарҙа боронғо әйберҙәр килеп сыҡҡылай ул. Тик уларҙың ҡәҙерен белмәй, йә ташлап ҡуялар, йә икенсе нәмәгә ҡулланалар. Мәҫәлән, бо­рон­ғо ҡылыс тапһалар, тимере ныҡ тип, һындырып бысаҡ эшләйҙәр... Әйткәндәй, мин Бородинонан сувенир ҡылыс алып ҡайттым, хәҙер шуны ипкә килтерергә кәрәк. Яу­ҙарға үткер ҡылыс, осло һөңгө индерергә ярамай. Ысын булһа ла, улар­ҙы махсус рәүештә тупаҫлайҙар.
– Шуға ҡарамаҫтан, моғайын, реконструкцияларҙа барыбер күп кеше йәрәхәт алалыр ул?
– Эйе. Етмәһә, быйыл ямғыр яуып тик торҙо. Ямғырҙан һуң үлән тайғаҡ булғас, атака һайын гусарҙар борсаҡ кеүек тәгәрәп ятып ҡалды. Күҙ алдымда бер казак ергә осоп барып төштө лә, аты башына баҫты. Яу тамамланғансы ул шунда ерҙә ҡанһырап ятты. Артиллерия артында тороусылар ҙа контузия ала, биттәрен, ҡулдарын бешерә. Беҙ, аллаға шөкөр, имен йөрөп ҡайттыҡ. Хатта башҡалар менә алмаған, уйнаҡлап торған аттарҙы менеп яу сапһаҡ та, йығылманыҡ. Беҙҙең шулай аттарҙы тыңлата белеүебеҙгә барыһы ла һоҡланды, һеҙ ысын төньяҡ амурҙары икән, тип тел шартлаттылар.
– Бородиноға улығыҙҙы ла алып барғанһығыҙ икән, был турала Мөнир ҡунафиндың «Ер хәтере хәтәр икән дә...» мәҡәләһенән уҡып белгәйнем.
– Шулай, улым Булаттан тыш, Юлай Ғәлиуллиндың Тимерланы беҙҙең менән бергә йөрөп ҡайтты. Уларҙың икеһенә лә махсус кейем тегелде. Аттарҙы яуҙарҙан һуң улар ҡараны инде. Икеһе лә ҡала малайы булһа ла, беҙҙән дә яҡшыраҡ һыбай сапты, шуның менән аптыраттылар. Төп яу көнөндә ялан халыҡ менән шығрым тулғайны (ике йөҙ меңгә яҡын тамашасы килгәйне), ундағы сыуалыш, буталыш... Бер туҡтауһыҙ динамик аша юғалған балаларҙы медпункт палаткаһы янына саҡырған иғландар яңғырай. Беҙ, кавалерис­тар, өс саҡрым алыҫлыҡта йәшәгәйнек бит инде. Улдарыбыҙ хәҙер һуңлап килеп, яуҙы күрмәй ҡала, тип борсолдоҡ (аҙашалар тип уйламайбыҙ). Һуғышып бөткәс, ҡараһам, беҙҙең егеттәр иң беренсе рәттә ултыра. Ауыҙҙарын йырып кемуҙар­ҙан беҙҙе фотоға төшөрәләр. Нисек анау ҡәҙәрем халыҡ төркөмөн үтә алдығыҙ, тиһәм, терһәк менән үҙебеҙгә юл ярҙыҡ, тиҙәр. Балаларыбыҙ боронғо кейемдә булғанға ла уларҙы өлкәндәр алға үткәргәндер, тип уйлайым. Һәр хәлдә, улымдың реконструкцияла ҡатнашыуынан ҡәнәғәтмен. Ул да ныҡ оҡшатты, тағы ла ҡасан барабыҙ, тип дәртләнеп йөрөй. Аҙаҡ ул минең юлымды дауам итер, тип өмөтләнәм. Сөнки унда ҡатнашыу ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ хәтәр шәп мажара бит ул, ысын ир-егеттәрҙең шөғөлө.
Мәжит Ибраһимов ике йылдан Францияның баш ҡалаһына барырға йыйына – Парижды алыуҙы реконструкциялаясаҡтар. Иң беренсе булып романтик ҡалаға башҡорт яугирҙары аяҡ баҫҡан бит, тимәк, «төньяҡ амурҙары»нан башҡа бер нисек тә булмай. Яҡташымды тыңлап ултыра торғас, минең дә реконструкцияларҙа ҡатнашҡым килде. Мәжиткә һоҡланып ҡараным: бәхетле кеше – үҙ шөғөлөн тапҡан!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”