RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә

02.11.2012 Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә

Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә
Бешкәк беҙҙе тәүҙә таҙалығы менән хайран итте. Һәр ерҙә йәшеллек һәм шау сәскә ҡаршы ала, әйтерһең, ҡала байрамға әҙерләнә. Унан кешеләренең күңел таҙалығы һоҡландырҙы. Кемгә генә барып, ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итмә, тәүҙә туҡтап ихлас йылмая һәм яуап бирә. Беҙҙәге ҡырыҫлыҡ уларҙа бер ҙә сағылманы. Күңелдәге тыныслыҡ һәм көрлөк кенә икенсе берәүгә изгелек ҡылырға өндәй торғандыр. Тыныслыҡ тигәндән, ҡырғыҙҙар Рәсәйгә бик ышанып ҡарағандай тойолдо, улар беҙҙә терәк күргәндәй. Ил Президенты В. Путиндың сентябрь айындағы визитын бик тә оло ваҡиға булараҡ телгә алдылар. Тимәк, үҙ-ара бәйләнештәребеҙ нығыр, теләктәшлек артыр, тигән өмөттә улар. Американдар менән дуҫ булғансы, Рәсәй кешеһе беҙгә туғаныраҡ, тиҙәр.
Бешкәк үҙәгендә В. Ленинға ла һәйкәл бар. Дөрөҫөрәге, элек булғаны һаман һаҡланып ҡалғандыр. Уң ҡулын һуҙып, ҡайҙалыр әйҙәгән һынға оҙаҡ ҡарап торғандан һуң үтеп барыусыларҙан һорашып ҡарарға булдыҡ, кем был, ҡырғыҙҙың ниндәй бөйөк улы, йәнәһе.
Өлкән, сал сәсле ағай:
– Вы что? Вождя пролетариата не знаете? – тип һалдырҙы. Әйткәндәй, бында барыһы ла русса һәйбәт белә. Ә бына Үзбәкстанда беҙҙең оло ағайҙың теле бик үк популяр түгел, икмәк-тоҙлоҡ та белмәгәндәр бихисап. Ул саҡта бер-береңде аңлауы ҡалай ауыр икәнен шунда ғына төшөнәһең. Беҙ бит шулай ғәҙәтләнгән, бөтөнләй бер-береңде аңламаһаң, русса аңлашаһың. Хатта башҡа милләттән булған әсә менән балаһы ла. Сөнки балаһы үҙ телен белмәгәс...
Йәш бер ҡыҙҙан Ленинды һорайбыҙ. Ул төплө аңлатты.
– Элек СССР тигән ҙур ил булған. Шуның тәүге Президенты − Ленин. Ул күп милләттәргә азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ та биргән. Шулай уҡ ҡырғыҙҙарға ла. Шуға бына уға һәйкәл ҡуйғандар, – саҡ көлмәй торабыҙ. Әлдә эргәбеҙҙә Зюганов әфәнде юҡ, шатлығынан, биллаһи, ҡыҙҙы тотоп үбә ине. Совет осоронда насар йәшәмәгән Азиялағы был илдәр. Һуңғараҡ ул осорҙо һағынып һөйләгән өлкәндәр менән күп осраштыҡ. Улар нисә завод, фабриканың ябылғанын бармаҡ менән һанап ҡына күрһәтмәне, шул осорҙа күпме эш хаҡы алғандарын тиненә тиклем иҫләп аптыратты. Нисек кенә булмаһын, беҙ быны тарихҡа иғтибар тип ҡабул иттек.
Үткәндәргә иғтибар булһа, шәхестәргә лә ихтирам ҙур бында. ҡасандыр Ленин, Киров, Фрунзе, совет иленең башҡа бөйөк эшмәкәр­ҙәре исемен йөрөткән урам, театр, хеҙмәт ойошмалары, парк-баҡсалар атамалары, үҙҙәренең тарих төпкөлөнән алып, бөгөнгө көндәге данлыҡлы шәхестәренең исемдәренә алмаштырылған. Һәр урамда – ҡырғыҙ фамилиялары. Әлбиттә, беҙ уларҙы бөтөнләй белмәйбеҙ. Йә ул тарихсы, йә мәғрифәтсе, йә дин әһеле, йә сәнғәт эшмәкәре, йә табип... Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә шәхестәр бюстарынан оҙон аллея хасил булған. Һоҡланғыс инде торғаны. Барыбер ҙә баяғы ҡыҙ бала әйткән бойондороҡһоҙлоҡ, үҙаллылыҡ милләттең үҙ асылында, үҙ тарихында, үҙ тирмәһендә йәшәүгә алып килә. Беҙ шәхестәргә улай уҡ хөрмәт күрһәтә алмайбыҙ әле. Әлеге сәфәрҙәштәрем − Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының үҙенә лә, ундағы бейеү театрына ла данлыҡлы шәхестәребеҙ исемен биреп булмаймы ни? Заһир Исмәғилев, Рәшит Назаров, Рәүеф Мортазин, Мәғәфүр Хисмәтуллин... атаҡлы композитор, шағир, йырсылар әҙме ни?! Бейеүселәр театрға нигеҙ һалыусы Хәлил Ишбирҙинды был сәнғәт төрөндә алла урынына күрә. Уның исемен ниңә бирмәҫкә? Үҙе иҫән булһа ни? Хәҙер ул пенсияла.
– Хәлил ағай кеүек таланттар быуатҡа бер генә тыуалыр, – тип һөйләй театрҙың ветераны, ошо көндәрҙә шулай уҡ пенсияға йыйыныусы Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Руслан Сөләймәнов. – Ул беҙгә, бейеүселәргә, бейеүгә һөйөү генә уятманы, уны йәшәү рәүеше итте, рухыбыҙ менән бөркөт бейеклектәренә, тауҙар үрҙәренә күтәрелеп кенә ҡалманыҡ, ә тауҙарҙың үҙен бөркөт булып күтәреп алып китер көс тоябыҙ. Беҙ ысын мәғәнәһендә сектанттар инек. Матур мәғәнәлә, әлбиттә, сәнғәткә ғашиҡ, бейеүгә табыныу­сы сектанттар! Хәлил ағайҙың күҙенә генә ҡарап торҙоҡ. Ямғыр түгел, таш яумаймы, һәр ергә тиҙ генә йыйына ла сығып китә инек. Һәм һәр ерҙән дан-шөһрәт менән ҡайта инек.
Хәҙер был бейеү театры ярты Ер шарын тиерлек йөрөп сыҡҡан. ҡыйыу рухлы, данлы тарихлы башҡорттарҙы күптәр улар бейеүе аша ла белә. Уларҙа − Хәлил рухы, Хәлил стиле.
Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә
Бешкәктең үҙәге бөтөнләй арбаны. Ундағы ҙур, бигерәк ҙур байраҡ әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Ул бейек ҡолғаға эленгән. Яҡыныраҡ килеп, уның беҙҙең Ленин мавзолейындағы, йә Мәңгелек ут янындағы кеүек парад кейемендә ике һалдаттың тура баҫып һаҡлап тороуын күргәс, тел шартлаттыҡ. ҡолға төбөнә яҡын барып булмай, ул ялтыр сылбыр менән уратып алынған, ә һалдаттар быяла ышыҡта тора. Беҙ килеп баҫҡас, улар команда аҫтында иңдәренән мылтыҡтарын алып, алға һуҙып, беҙгә честь бирҙе. Уларҙың дәүләт символына хөрмәт күрһәтеүебеҙ шундай баһаға лайыҡ булды. Әйтеүҙәренсә, Төркиәлә бик ҙур аҡса түләп тектергәндәр был байраҡты. Унда ҡыҙыл фонда ҡырғыҙ иленең төп символы – ҡояшты ла хәтерләткән, берҙәмлекте лә белдергән, йылы өйҙө лә кәүҙәләндергән ҡош бейеклегенән күренгән тирмә башы һүрәтләнгән. Таксист Филиппич, юҡҡа аҡса бөтөрәләр инде, тип һуҡранһа ла, бик оҡшаны был күренеш беҙгә. Рухты күтәргән, берҙәмлеккә саҡырған, патриотлыҡ тойғоһо уятҡан, барыһын да ил йөрәгендә тупланыр­ға саҡырған маяҡ кеүек күренде. Сит бауырға ғына аҡса янсығы булып күренә ул.
Арыраҡ – күккә ашҡан Манас батыр һәйкәле. Ошо исемле эпос – ҡырғыҙ халҡының иң ҙур байлығы. Ул донъяла иң оҙон эпос һанала, 417 меңгә яҡын шиғыр юлы иҫәпләнә унда. Манас һәр ауылда, һәр ҡышлаҡта, һәр ҡалала. Уның исемен йөрөтмәгән урам йә һәйкәл булмаған урын юҡ бында. Рәсәйҙә Ленин исемен йөрөтмәгән ҡала юҡ бит – шуның һымаҡ. Беҙҙә, Башҡортостанда, бөйөк эпосыбыҙ – «Урал батыр» исемен йөрөткән урам да юҡ. Осрашыуҙарҙа ҡырғыҙстанда йәшәгән милләт­тәр­ҙең дуҫлыҡ ойошмаһы вәкилдәренең: «ҡыр­ғыҙ менән башҡорттоң бик боронғо эпостары «Манас» менән «Урал батыр» был милләттең генә түгел, кешелектең оло байлығы ул», – тип һөйләүе берсә ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, икенсенән, был эпосҡа булған мөнәсәбәтебеҙ менән оят та булып китә.
Жалал-Абад ҡалаһында концерт алдынан рәсми өлөштә бер ҡырғыҙҙың, сәхнәгә сығып:
– Нишләптер беҙ башҡорттар тураһында аҙ беләбеҙ, уларҙы татарҙар менән бутап бер булабыҙ. Улар бик боронғо, ҡәҙерле һәм ҡыйыу милләт булған. Төрки халыҡтар араһында Сыңғыҙ ханға баш эймәгән берҙән-бер ғорур халыҡ ул башҡорттар, – тип әйтеүен халыҡ көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Ә минең баш әйләнде, ғорурлыҡтан, ата-бабаларыма һоҡланыуҙан ғына түгел, шул данды лайыҡлы күтәрә беләбеҙме, тигән уйылып китерлек уйҙан.
Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә
Манастың һәйкәленә ҡарап күҙем сағылды. ҡояш нурҙары шулай уйнағандыр...
ҡырғыҙстанда «Туған тел» тигән татар-башҡорт йәмәғәт ойошмаһы бар. ҡәрҙәштәребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы берләштереүсе үҙәк инде торғаны. Президенты Гөлсинә Хәйҙәр ҡыҙы Үлмәҫҡолова унда хәстәрлекле әсә лә, йүнсел ҡуллы атай ҙа.
Ойошма 24 йыл элек ойошҡан, йәғни СССР заманынан уҡ эшләп килә. Гөлсинә апай хәҙер 15 йыл етәкләй уны. Һәр яҡташын үҙ ҡанаты аҫтына алырҙай был ил инәһен яраталар, бик һанлайҙар. Йома көнөн өлкәндәр көтөп ала. Улар үҙ-ара йыйылышып, дин дәресе үтә. ҡөрьән уҡырға өйрәнә, намаҙ тәртиптәрен, исем атау, никах уҡыу серҙәрен төшөнә, мәйет йыуыу (донъя бит) кеүек мәшәҡәттәргә лә иғтибар бүлә. Ә аҙнаның өс көнө йәштәрҙеке, улар йырлай-бейей, таныша, табыша, ҡауыша, донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итә. Шуныһы әһәмиәтле: айҙың һуңғы йәкшәмбеһендә түңәрәк өҫтәлгә йыйылалар ҙа төрлө темаға тик әсә телендә (!), тимәк, татарса һәм башҡортса, әңгәмә ҡоралар. Шулай фекер алышыуҙа уртаҡ уйҙар, уртаҡ теләктәр хасил була. Шулай улар бер-береһенә йәндәш, ҡәрҙәш икәнен тоя. Ситтә был бик тә мөһим. Өҫтәл дә буш булмай – һәр кем хәленсә ниҙер бешереп алып килә.
– Беҙҙең ойошманы хөкүмәт байрамына ла, ҡала концертына ла саҡыралар. Унда үҙебеҙҙең милли йолаларыбыҙҙы, фольклорыбыҙҙы мөмкин тиклем тейешле кимәлдә күрһәтергә ынтылабыҙ, – тип һөйләй Гөлсинә апай. – ҡырғыҙҙарҙың мөнәсәбәте бик йылы, яраталар беҙҙе. Беҙгә һәр йыр, һәр моң ҡәҙерле. Үҙ телебеҙҙә яңы йыр ишетһәк, отоп алып, бергәләп өйрәнергә торабыҙ. Шуға Башҡортостанға, Татарстанға юлыбыҙ төшһә, мотлаҡ унан яңы кассета-дискылар алып ҡайтабыҙ. Йәштәребеҙ телде тейешле кимәлдә белһен өсөн «Әлифба» кеүек ябай әсбаптарҙан, дәреслектәрҙән алып методик белешмәләр, телде өйрәтеүсе телевизион тапшырыу­ҙар яҙмаларына тиклем кәрәк. Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр күп. Башҡорт милли кейемен дә үҙебеҙ тегәбеҙ. Яңылышыуҙан ҡурҡабыҙ. Өлгө булырҙай бер пар ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн милли кейем булһа, бигерәк тә һөйөнөр инек. Бындағы тарих музейына ҡуйыр өсөн дә, килгән ҡунаҡтарҙы ысын башҡорт кейемендә ҡаршы алырлыҡ булһын өсөн дә. Шул турала гәзит аша әйтеп ките­геҙ әле, – тип тә үтенде Г. Үлмәҫҡолова.
Ураҙа, ҡорбан ғәйеттәрен киң билдәләй яҡташтарыбыҙ. ҡорбан салып, мохтаждарға тараталар. Йөрөй алмағандарҙың өйҙәренә лә баралар. Йәштәр бигерәк тә бында оло кешеләргә иғтибарлы икән. Өйҙәрен барып йыуыу, йыйыштырыу, аҙыҡ-түлек алып барыу – улар өсөн оло сауаплы эш. Һоҡланғыс бит. Ойошма хатта, аҙ тәьмин ителгәндәрҙең араһынан мәрхүм булһалар, ерләү сығымдарын үҙ өҫтөнә ала. Минең теҙеп яҙғандарымда бер нәмәгә төшөнәһегеҙҙер: бер-береһенә ҡалай ҡәҙерле, иғтибарлы улар. Ошолай бер-береһенә өҙөлөп тороуҙары һоҡландыра.Тормошта был кәрәк, үтә лә кәрәк сифат бит ул. Ситтә бигерәк тә. Ситтә тип, торған ерҙәре тыуған илдәренә әйләнгән инде хәҙер күптәренә. Һөйәгең ошо ерҙә ятыр булғас.
– 2005 йылда уйғырҙар менән бергә биш гектар ер алдыҡ. Зыярат өсөн. Мәйеттәрҙе һуңғы юлға оҙатыу бик ҡиммәт хәҙер. Ә бында бушҡа. Аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн бер ярҙам да был, – шундай донъя­уи мәсьәләне лә хәстәрләй ойошма президенты.
Һабантуй, әлбиттә, киң ҡолас менән үтә. Бар ҡырғыҙстандан башҡорт-татар йыйыла бында. Дүртенсе йыл рәттән Башҡор­тостан артистары килеп һөйөндөрөүен шатланып һөйләнеләр.
Бешкәк үҙәгендә урынлашҡан Мәҙәниәт министрлығындағы ҙур офистарына килеп ингәс тә, күҙгә беҙҙең һәм Татарстан Республи­каһы Президенттарының ҙур портреттары күҙгә ташлана. Шулай уҡ башҡорт һәм татар халыҡтарының тормош-көнкүрешен сағылдырған сувенирҙар, әсбаптар зауыҡ менән урынлаштырылған. Был ике илде күҙ алдына баҫтырырҙай утрауҙы хәтерләтә был киң зал-кабинет. Бында халыҡтар ассамблеяһына 29 милләт ҡарай һәм улар араһында эшмәкәрлеге һәм үҙ иленә тоғролоғо менән «Туған тел» ойошмаһының айырылып тороуы беҙгә лә ғорурлыҡ өҫтәне. Ситтән килгән ҡунаҡтарҙы мотлаҡ бында алып инәләр.
ҡайһы бер кешеләрҙең, ойошманың эш кабинетын күреп:
– Был башҡорт-татарҙарҙың музейымы ул? – тип һорауына һоҡланырға ғына ҡала.
– Ә бында беҙҙең халыҡ күпме һуң ул? – тип һорайым Гөлсинә апайҙан.
– ҡырғыҙстанда 40 меңдән ашыу татар-башҡорт йәшәй, тибеҙ. Тик был һан күберәк, тип уйлайым. Сөнки башҡорт һәм татар иленән вәкилдәр, артистар килгән һайын беҙҙең сафтар тулылана бара, ҡәрҙәштәребеҙ табылып-табылып тора. Бөгөн генә ойошмаға Ғәлиә исемле ҡатын шылтырата, башҡорттар килгән, тиҙәр, шул дөрөҫмө ул, ти. Эйе, тим. Эй, һағындым, киләм, ике балам менән киләм, тине. Таныштыҡ, элек беҙ уны белмәй инек. Бына шулай көтмәгәндә артып та китәбеҙ, – тип көлә яҡташтарым президенты. – Ойошманы бер белгәндәр бәйләнеште һис тә өҙмәй.
– Яңыраҡ В. Путин килеп китте. Илебеҙ менән бәйләнештәребеҙ тағы ла нығыясаҡ, тип һөйөндөк. Башҡортостан – ҡеүәтле республика, моғайын да, ҡырғыҙ иле менән дә хеҙмәттәшлек итер, тигән өмөттәбеҙ. Президент Рөстәм Хәмитовтың килеүен көтәбеҙ, – тигән теләген дә еткерҙе ойошма етәксеһе. – Татарстандан йыш киләләр, Премьер-министрҙары килеп хөрмәт күрһәтте. Шунан унан бизнесмендар ҙа күп була беҙҙә, улар татар донъяһын тулыраҡ күрһәтер өсөн һәр саҡ матди ярҙам күрһәтеп тора. Был йәһәттән башҡорттарҙың әүҙем булыуын теләр инем.

Мөнир ҡУНАФИН.
ҡырғыҙстан, Үзбәкстан.
Автор фотолары.

(Дауамы. Башы 83-сө һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”