30.10.2012 Ҡаза күреүселәргә – яңы йорттар
Быйыл 19 августа Йылайыр ауылының Киров урамында ҙур янғын сығыу һөҙөмтәһендә алты өйҙө бер-бер артлы ут ялмап алды һәм улар бер нисә сәғәт эсендә юҡҡа сыҡты. Быға көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы һәм көслө ел дә булышлыҡ итте. Бер үк ваҡытта ауылдың Скоробогатов урамындағы ике өйҙә ут сығыуы хәлде тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Тик күмәк көс менән генә ҙур бәләгә кәртә ҡуйылды. Ут һүндереүҙә урындағы һәм күрше райондарҙан килгән янғын һүндереүселәр, предприятиелар һәм ойошмаларҙың техникаһы, бөтә ауыл халҡы ҡатнашты.
Республика Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов тарафынан ҡышҡы һалҡындар башланғансы бәләгә тарыусылар өсөн йорттар төҙөргә күрһәтмә бирелгәйне. Төҙөлөш барышы республика Президентының, Хөкүмәтенең һәм район етәкселегенең даими контролендә булды. Һәм төҙөүселәр һынатманы, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бөтә уңайлыҡтары булған заманса торлаҡтарҙы төҙөүгә өлгәште.
25 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов ҡаза күреүселәр өсөн төҙөлгән йорттарҙы тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.
Йылайыр муниципаль районы хакимиәтенең ултырыштар залында Рәүеф Ноғоманов янғын һөҙөмтәһендә бер нәмәһеҙ тороп ҡалған ғаиләләргә яңы йорттарҙың асҡыстарын тапшырҙы. Ә муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике етем баланың ҡулына социаль торлаҡ асҡыстарын тотторҙо.
− Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов янғындан зыян күреүселәрҙе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә торлаҡ менән тәьмин итеү бурысын ҡуйғайны, − тине район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин, йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп. − Быға, әлбиттә, күптәр ышанып етмәгәндер, моғайын. Әммә беҙ төҙөнөк. Төҙөлөштө планлаштырған ваҡытта өйҙәр йәшәү өсөн уңайлы, матур булһын өсөн беҙ бөтәһен дә иҫәпкә алырға тырыштыҡ, шуға күрә бөгөн яңы йорттарҙың асҡыстарын алыусылар, шулай уҡ район халҡы һәм район хакимиәте исеменән ҙур ярҙамы өсөн республикабыҙ Президентына рәхмәт белдергем килә.
Республика Хөкүмәтенең өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе булып ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тора. Бөгөн беҙҙә ошондай ике бала яңы йорттан асҡыстар ала.
Осраҡтан файҙаланып, ошо йорттарҙы төҙөүсе генераль директор Николай Сигаков етәкләгән “Термо-Хольц” төҙөлөш компанияһына һәм Валентин Каплиндың йорттар төҙөү компанияһына, урындағы предприятиелар, ойошмалар етәкселәренә, эшселәренә, төҙөкләндереү буйынса өмәләрҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт.
– Эшләрлек бөтә нәмәләр ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә атҡарылды, – тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов, бәләгә тарыусыларға мөрәжәғәт итеп. – Һеҙ булған фажиғә һөҙөмтәһендә оҙаҡ интекмәһен өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Тормошта барыһы ла була – бәләһе лә, шатлыҡлы мәлдәр ҙә. Ләкин Рәсәйҙә, республикабыҙҙа ла кешеләрҙе ауыр хәлдә яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ. Иң мөһиме – кеше ғүмерҙәре өҙөлмәне.
Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, былтыр республикабыҙҙың Урман ҡасабаһында, шулай уҡ быйыл Приют ҡасабаһында, Бүздәк районында ҙур фажиғәләр булды. Бындай ауыр мәлдәрҙә беҙҙең эш тәжрибәбеҙ бар, зыян күреүселәргә һәр ваҡыт ярҙамға килергә тырышабыҙ.
Йылайырҙа ла 19 августа ҙур янғын сыҡты һәм бер нисә ғаилә йортһоҙ тороп ҡалды.
Бөгөн вәғәҙәбеҙҙе үтәнек. Шуға күрә һеҙҙе ошо ваҡиға менән ысын күңелдән ҡотлайым һәм яңы йорттарығыҙға тиҙерәк урынлашыуығыҙҙы, унда һеҙгә йылы һәм уңайлы булыуын теләйем.
Был мөһим эштә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә, шулай уҡ район хакимиәтенә рәхмәт белдерәм.
Яңы йорттарға асҡыстар тапшырыу тантанаһынан һуң Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Р. Ноғоманов һәм район хакимиәте башлығы И. Фәтҡуллин йорт хужаларының өйҙәрендә булды. Фатир хужалары тәүге көндәрҙән үк хәстәрлек һәм ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика, район етәкселегенә, төҙөүселәргә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәре әйтте.
ҡунаҡтар һәр ғаиләне яңы йорттары менән ҡотлап сыҡҡандан һуң яңы барлыҡҡа килгән урамда ағастар ултыртты.
Б. СОЛТАНОВ.
Йылайыр районы.