RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йәшлек» менән бергә булдыҡ, бергә ҡалабыҙ!»

30.10.2012 «Йәшлек» менән бергә булдыҡ, бергә ҡалабыҙ!»

Йорт һала башлаған Рәсилә һәм Ғамир Ғайсиндар, «Йәшлек»-фараз»да отҡан бысҡы хужалыҡта бик кәрәк әйбер, тип ҡыуана
Махсус рәүештә, һеҙгә нимә кәрәк, тип һорап та, бүләктәр менән гәзит уҡыусыларыбыҙға шулай ярап булмаҫ ине әле. Ә был юлы һәр еңеүсебеҙгә иң-иң кәрәкле әйберҙәрҙе алып барғанбыҙ. Әбйәлил районының Аһылай ауылында йәшәүсе «Йәшлек»-фараз» конкурсының төп еңеүселәре Рәсилә һәм Ғамир Ғайсиндар ҙа: «О-о, бысҡы хужалыҡта иң кәрәкле әйбер­ҙәрҙең береһе инде ул!» – тип ҡыуаныстарын йәшермәне. Эйе, дөрөҫ, тигән һымаҡ, алты айлыҡ Ғәзиз бер ата-әсәһенә, бер беҙгә ҡарап, ихлас ауыҙ йырҙы. Баҡтиһәң, улар йорт һала башлаған икән, етмәһә, ғаилә башлығы ике туған ағаһынан күрмәксе евротәҙрә, ишек яңаҡтары эшләүгә лә тотонған. Был осраҡта бысҡыһыҙ бер нисек тә булмай!
Йәш ғаиләнең бысҡы отоуы тураһындағы яңылыҡты иң тәүҙә Рәсиләнең Әбделмәмбәттә йәшәгән әсәһе белеп ҡала. ҡыҙына шылтырата, ләкин уның телефоны һүнгән була, шуға ла Ғамир кейәүенең номерын йыйып, һөйөнсөләй. Ғамир ни уйларға ла белмәй, рәхмәт, тип яуаплай. ҡәйнәһе, нишләп һорамайһың, ниндәй һөйөнсө, тип көлөп ебәрә лә, «Йәшлек»-фаразда» төп призды отҡанһығыҙ, ти.
− ҡыуанып ҡайттым, − Ғамир ирен сите менән генә көлөмһөрәй. − ҡайтһам, Рәсилә лә был хәбәрҙе ишеткән. Оторбоҙ, төп еңеүсе булырбыҙ, тип кем уйлаһын?! Икенсе көндө эшкә барһам, ауылдаштар ҙа, күрше ауылдыҡылар ҙа мине бүләк отоуым менән ҡотланы. Улар ҙа гәзиттән уҡып белеп, ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашты. Кәләшкә рәхмәт, тиражды фаразлап, һандарҙы ул яҙып ебәргәйне бит.
Рәсилә менән Ғамирҙың өйләнешкәненә бер йыл. Рәйсә менән Мирасбай Вәлиевтарҙың татыу ғаиләһендә үҫкән һылыу ҡыҙ Сибай педколледжында уҡып, сит телдәр уҡытыусыһы дипломын ала, шунан һуң Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында сервис һәм туризм буйынса менеджер профессияһын үҙләштерә.
− Кейәүгә сыҡмай йөрөп ята инем, бер көн Ғамирҙың өс туған апаһы, һин һәйбәт ҡыҙ, бына тигән шәп егет менән үҙеңде таныштырам, тигәс, баш тартып торманым, − тип Рәсилә нисек танышыуҙарын һөйләп йыл­май­ҙы. – Шулай итеп, декабрь айында беҙҙе осраштырҙылар, һәм бер-беребеҙҙе тәү күреүҙән оҡшаттыҡ. Аһылайға килгәс тә ауылдың, тирә-яҡ тәбиғәттең матурлығына, кешеләрҙең алсаҡлығына һоҡландым. Тәүҙә Магнитогорск ҡалаһында йәшәргә ниәтләгәйнек, ләкин Ғамирҙың ата-әсәһе мәрхүм булып ҡалғас, малды бөтөрөргә йәлләнек тә бында килдек. Балабыҙ саф һауала, ошондай хозур ерҙә үҫкәнгә ҡыуанып бөтә алмайым. Әйткәндәй, элек ҡәйнәмде Аһылайға бер әхирәте ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан булған. Нәзилә исемле ҡунаҡ ҡыҙға тәү ҡараштан ғашиҡ булған ҡайным, эште оҙаҡҡа һуҙмай, уға тәҡдим яһаған, һәм шулай итеп, улар өйләнешкән. Иң өлкән улдары Йәмил ағай (ирем ыңғайына уға ағай тим дә ҡуям) ҡатыны Вәсилә менән бына тигән донъя ҡороп, ике малай, бер ҡыҙ үҫтереп, Асҡарҙа йәшәй­ҙәр. Улар тураһында яңыраҡ «Осҡон» район гәзитендә матур мәҡәлә сыҡты. Бер ҡыҙ, бер малай тәрбиәләгән Гөлнара апай менән Фәрит еҙнә Магнитогорск ҡалаһында төпләнгән. Гөлфидә менән Илнур кейәү Дәүләт ауылында йәшәй, уларҙың ғаиләһендә ҡыҙ бала үҫә.
Рәсиләнең үҙенең Розалия һәм Ләйсән исемле бер туған һеңлеләре бар. Ғайсиндарҙың тағы бер яҡын кешеләрен атамай булмай − мәрхүм Хажимораттың бер туған апаһы Нәсиха Ғәйнетдинова күрше генә йортта йәшәй. ҡасандыр Үзбәкстанға комсомол путевкаһы буйынса эшкә китеп, шунда кейәүгә сыҡҡан Нәсиха апай, ата-әсәһе ҡартайғас, тыуған ауылына кире ҡайта. Бөгөн йәш ғаиләгә ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, донъяларына күҙ-ҡолаҡ та ул.
− Үткәндә «Йәшлек»те беренсе тапҡыр уҡып сыҡтым, эй ныҡ оҡшаттым, киләһе йылға мотлаҡ яҙылам, − тигән Нәсиха апай­ҙы йөпләп, Рәсилә: «Йәшлек»те күберәк алдырһындар, сөнки ул халыҡсан гәзит, ә беҙ бергә булдыҡ, бергә ҡалабыҙ», − тине. Матур, аҡыллы, эшһөйәр кешеләрҙең ошо һүҙҙәренән һуң арыу-талыуҙар, күңел төшөнкөлөгө ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. ҡайҙарҙа ғына йәшәмәһен, «Йәшлек»-фараз»дың сираттағы еңеүсеһе менән осрашыуҙарҙы көтөп ҡалабыҙ. Гәзитте алдырығыҙ, уҡығыҙ, конкурстарҙа ҡатнашығыҙ, ә бүләктәрҙе көттөртмәй, «һә» тигәнсе килтереп тапшырырбыҙ.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”