26.10.2012 Хатта Урал тетрәй...
Сейсмологтар 9 октябрҙә төшкө сәғәт бер менән ике араһында Бөрйән районында ер тетрәүҙе теркәй. Бөрйән районы Урал тауҙарында урынлашҡан, ә улар, геологтар фекеренсә, палеозой океаны урынында янартау атылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Был океан 400 миллион йыл элек хәҙерге Атлантик океан дәүмәлендә була.
– Беҙҙең район сейсмологик яҡтан хәүефһеҙ һанала. Ер аҫтындағы геодинамик үҙгәрештәр арҡаһында ер ҡатламы төптәрендә күтәрелеү йәки убылыуҙан еңелсә тетрәү булды, – ти Бөрйән районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгесе Азамат Дауытов.
Филологтар, «Урал батыр» эпосының тел семантикаһында ер тетрәү ваҡытындағы өндәр модусы бар, тип иҫбатлай. Ә Бөрйән районы бөйөк «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары килеп сыҡҡан төбәк тип иҫәпләнә.
Был нимә? Тарихтың ҡабатланыуымы?
Л. ТАШБУЛАТОВА.
Иғтибар: ялған аҡса
Бөрө районы тәртип һаҡсылары ялған аҡса менән эш итеүсе ирҙе эҙләй. Ул бер нисә һатыусыны төп башына ултыртып киткән. Ир ҙур булмаған сауҙа нөктәләрендә: “Ашығыс рәүештә бүләк алырға кәрәк, ә Рәсәй аҡсаһы миндә юҡ, тауар өсөн евро менән түләйем дә ҡуям”,− тип, бер магазиндан 20 мең һумлыҡ ике кеҫә телефоны, “Балыҡсы” магазинынан 15 мең һумлыҡ балыҡ тотоу ҡорамалдары “һатып” ала.
Экспертиза асыҡлауынса, әлеге аҡса Бразилияның әйләнештән сыҡҡан аҡсаһы булған. Һаҡ булығыҙ, аферист ауына эләгеп ҡуймағыҙ.
Г. ЯХИНА.