23.10.2012 Башҡортостандыҡын һәр кем таный
Беҙҙең ауыл хужалығы эшсәндәре Мәскәүҙә 468 миҙал яуланы
Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре Мәскәүҙән “Алтын көҙ” күргәҙмәһенән бер һандыҡ алтын-көмөш миҙалдар менән ҡайтты.
Илдең иң әһәмиәтле һәм ҙур сараларының береһендә республикабыҙҙың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм эшкәртеүселәре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, тармаҡтың етәкселәре ҡатнашты. Күргәҙмәгә Рәсәйҙең 82 төбәге хужалыҡтары вәкилдәре килде. Сит ил ҡунаҡтары ла күп булды.
Башҡортостан “Алтын көҙ” күргәҙмәһенә 140 предприятие етештергән тауарҙы алып барҙы. Унда уларҙың барыһы ла уртаҡ стенд, матур экспозициялар әҙерләне. Күргәҙмәлә, башлыса, һөт, ит ризыҡтары етештереүселәр, икмәк бешереүселәр булды. Әлбиттә, Башҡортостан стендын башҡорт балынан башҡа күҙ алдына ла килтереү ҡыйын. Шуға ла төп милли ғорурлығыбыҙ “Алтын көҙ”ҙә ҙур урын алып торҙо. Алтын миҙал алыусылар араһында ла умартасыларға етеүселәр булманы. Беҙҙән килтерелгән колбаса, ит, икмәк, кондитер изделиелары, һөт продукцияһы, минераль һыу бөтәһендә лә ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәр сифатлы булыуы менән күргәҙмәгә килеүселәрҙе йәлеп итте.
Әйтеп үтебеҙсә, беҙҙең ауыл хужалығы эшсәндәре “Алтын көҙ”ҙә 468 миҙал яуланы. Уларҙың 329-ы – алтын. Иң шәбе – Башҡортостан Хөкүмәте илдең иң мөһим ауыл хужалығы күргәҙмәһендә гран-при яуланы. Бындай юғары баһаның һөҙөмтәһе – Башҡортостан ойошмалары “Алтын көҙ”ҙә бик күп килешеү төҙөнө. Улар республика хужалыҡтарына табыш килтерһен, Башҡортостан тауарҙарын бөтә ерҙә лә танырлыҡ итһен, тип өмөтләнергә ҡала.
Л. СОЛТАНОВА.