RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

19.10.2012 Был аҙнала беҙҙе...

Уйландырҙы...
Рәсәй Африка илдәренең 20 млрд доллар бурысын ғәфү иткән.
Был хаҡта БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ултырышында РФ Сит ил эштәре министрлығының Халыҡ-ара ойошмалар департаменты башлығы Владимир Сергеев белдерҙе. Шулай уҡ, дипломат әйтеүенсә, БМО-ның «Үҫеш өсөн бурыстар» инициативаһы сиктәрендә Рәсәй Замбия һәм Танзания менән уларҙың Рәсәй алдындағы бурыстарын медицина, ауыл хужалығы һәм мәғариф өлкәһендә перспективалы проекттарҙы финанслау өсөн файҙаланыуҙы күҙ уңында тотҡан ике яҡлы килешеү төҙөгән. Бенин, Мозамбик һәм Эфиопия менән дә ошондай уҡ килешеүҙәр төҙөү өсөн әҙерлек алып барыла. Бынан тыш, Рәсәй Сахаранан көньяҡта урынлашҡан илдәргә ярҙам итеү өсөн Бөтә донъя банкына 50 млн доллар аҡса бүлгән. Рәсәй был илдәрҙең һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаһына ла ярайһы ғына ярҙам күрһәтә. Атап әйткәндә, БМО-ның «Мәғариф барыһы өсөн дә» программаһына ярашлы, үҫешеүсе илдәрҙә, шул иҫәптән Африкала башланғыс белем биреүҙең сифатын күтәреү өсөн 42,9 млн доллар бүлеү планлаштырылған. Ә СПИД, туберкулез һәм малярияға ҡаршы көрәшеү өсөн глобаль фондҡа индерелгән аҡса күләме 100 миллион долларға еткән.

Өмөтләндерҙе...
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа «Мәғариф тураһында»ғы закон проектын ҡабул итте.
Әйткәндәй, ике йыл эсендә был закон ун тапҡыр күсереп яҙылған. Проектҡа 292 депутат ыңғай тауыш биргән. Яңы закон мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреүҙән алып вуздан һуңғы белемгә тиклем мәғариф кимәлдәренең аныҡ системаһын билдәләй. Унда берҙәм дәүләт имтиханы ла һаҡлана, шулай уҡ дистанцион белем биреү ҙә күҙ уңында тотола. Парламент тарафынан яңы закондың йыл аҙағына тиклем тулыһынса ҡабул ителеүе һәм 2013 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инеүе күҙаллана. Был закон проекты 1992 һәм 1996 йылдарҙа ҡабул ителгән «Мәғариф тураһында» һәм «Юғары вуздан һуңғы профессиональ белем тураһында»ғы ике төп законды алмаштырырға тейеш. РФ мәғариф министры Дмитрий Ливанов билдәләүенсә, яңы закон уҡыу процесында уҡыусыларҙың ата-әсәләренең хоҡуҡтарын һәм ролен нығыта. Мәҫәлән, улар балалары өсөн фәндәрҙе һайлау һәм белем биреүҙе ойоштороу менән идара итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ливанов, шулай уҡ документта бушлай белем биреүҙең дәүләт гарантиялары һәм социаль гарантиялар һаҡланып ҡына ҡалмай, киңәйә лә, тип ышандыра.

Аптыратты...
Грецияла авиадиспетчерҙарҙың баш күтәреүе арҡаһында тиҫтәләгән рейс туҡтатылған.
Урындағы Aegean Airlines авиакомпанияһы 12 рейс­ты туҡтатҡан һәм тағы ла 20-һен күсергән. Тағы бер грек компанияһы Olympic Air 34 рейсты туҡтатып, 44-ен күсергән, ЕasyJet халыҡ-ара компанияһы 18 рейстың ваҡытын үҙгәрткән. Әммә бының Рәсәй менән авиабәйләнешкә йоғонтоһо булмаған тиерлек, Мәскәүгә самолеттарҙың барыһы ла ваҡытында осасаҡ, тик «Аэрофлот»тың SU 2110 рейсы ғына бер сәғәткә һуңлаясаҡ.
Шулай уҡ ҡаршылыҡ акциялары арҡаһында илдә борам һәм тимер юл хәрәкәте лә туҡталып ҡалған. Афинала троллейбустар ҙа, таксиҙар ҙа, электричкалар ҙа йөрөмәй, ә метро менән автобустар хәрәкәте бер сәғәткә һуңыраҡ башланасаҡ. Бындай ҡаршылыҡ акциялары башланыуына Греция Хөкүмәтенең Евросоюз һәм МВФ кредиттарына сираттағы транш­ты экономиялау сараларын күреүгә йүнәлтелгән планы сәбәпсе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”