RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ағас та иҫәп ярата

19.10.2012 Ағас та иҫәп ярата

Өфөлә ағас материалдарын иҫәпкә алыуға арналған конференция үтте.
Форумдың төп маҡсаты – рөхсәт­һеҙ ҡырҡылған ағас әйләнеше мәсьә­ләһен тикшереү. Йәмғиәтебеҙҙә бындай процестарҙың цивилизациялы, законлы булыуы мөһим, ағас эшкәртеүгә бәйле барлыҡ процес­тар­ҙы күҙәтеп барыу шарт.
Әлеге конференция барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Виктор Масляков менән дә осрашты.
Виктор Масляков билдәләүенсә, бөгөн федераль кимәлдә ағасты иҫәпкә алыу системаһын мәғлүмәтләштереү мәсьәләһе тикшерелә.
Субъекттарҙа махсус серверҙар булдырыласаҡ, уларҙа ағас буйынса барлыҡ мәғлүмәт тупланасаҡ. Башҡортостанда федераль структуралар араһындағы бәйләнештәр яйға һалынған. Система яҡшы эшләһен өсөн, иҫәпкә алыуҙан тыш, процессуаль мәсьәләләр ҙә мөһим. Республикала был система тәүге этабында яҡшы үҙләштерелгән. Агентлыҡ етәксеһе тап ошо эш менән ҡыҙыҡһынып, уны илгә таратыу ниәтен белдерҙе.
Бөгөн илдең урман комплексында урман хужалығын, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү буйынса урман сәнәғәте предприятиеларын үҙ эсенә алған ағас материалдарҙы иҫәпкә алыу системаһы юҡ. Был дәүләт һәм бизнес өсөн кире һөҙөмтәләргә килтерә.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, урман комплексының мөмкинлектәре әлеге ваҡытта тулы кимәлендә файҙаланылмай. Ошо хәлде үҙгәртер өсөн производствоны яңыртыу, тәбиғәт ресурстарын теүәл файҙаланыу, шул иҫәптән ағасты тәрән эшкәртеү талап ителә.
Башҡортостан Президенты белдереүенсә, үҙебеҙгә ағас эшкәртеү өлкәһен үҫтерергә, эшкәртеүсе ҙур производстволар барлыҡҡа килһен өсөн шарттар булдырырға кәрәк.
Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә “Kronospan Holdings East Ltd” компаниялар төркөмө башлығы Питер Кайндл менән ағас эшкәртеү һәм төҙөлөш материалдарын етештереү буйынса республикала ҙур предприятие төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны.
Предприятие Өфө районында урынлашасаҡ һәм 2014 йылда продукция етештерә башлаясаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса 15 миллиард һум тәшкил итә.

Әйткәндәй
Урман хужалығы федераль агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылда ил кимәлендә закон боҙоп әҙерләнгән 1,3 миллион кубометр ағас әйләнешкә ебәрелгән. Был Рәсәйҙә легаль булмаған ағас бизнесы үҫешә тигәнде аңлата түгелме?










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”