19.10.2012 «Ҡулым тейгән әйберҙәр матур ҙа, тарихи яҡтан дөрөҫ тә булһын тип тырышам»
йәки Рафаэль Амантаев оҫтаханаһында фекерҙәштәре менән күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиелары эшләй
Бөтә ҡатын-ҡыҙҙар кеүек үк, төрлө таштарҙан эшләнгән биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһынһам да, уларҙың нисек эшләнеүе тураһында уйлап та ҡарағаным булманы. Биҙәүестәр ҡулдан эшләнә тип һаналған осраҡта ла, ниндәйҙер ҡорамалдар ярҙамында еңел генә барлыҡҡа килә кеүек ине. Шуға ла биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаханаһына юл төшкәс, ят машиналар күрергә өмөтләнгәйнем. Тик баш ҡалабыҙҙа эшләүсе “Амантай” оҫтаханаһына килеп ингәс, аптырап киттем – унда мин ғүмерҙә лә күрмәгән ниндәйҙер әйберҙәр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ сүкештәр, бысаҡтар, тимер-томор һәм тағы әллә нәмәләр теҙелешеп тора. ҡарап йөрөй торғас, барыһы ла ҡул көсөн, шәхси оҫталыҡты талап иткән ҡоралдар икәнен аңланым.
Дөрөҫ, был оҫтахана тик биҙәүестәр эшләү менән генә шөғөлләнә, тип әйтеп булмай – башлыса, сәхнә, сәнғәт өсөн кәрәкле изделиелар әҙерләнә. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, хәҙер инде хаҡлы ялда булған Рафаэль Амантаев ойошторған ижади оҫтахана тураһында һүҙем. Заманында сәхнәлә өҙә баҫып бейеүе менән тамашасыларын һоҡландырған, бөгөн 50 йәшлек юбилейын билдәләгән, йәнһеҙ тимер, таш киҫәктәрен сәнғәт өлгөләренә әүерелдергән Рафаэль Амантаев менән әңгәмәбеҙ барышында бөгөнгөнө лә, кисәгене лә барланыҡ.
– Рус классигы: “Талантлы кеше – һәр ерҙә ла талантлы”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер инде. Шулай ҙа һорағы килә – бер кешелә атаҡлы бейеүсе лә, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы ла нисек һыйыша алды икән?
− Ижади оҫтахана асыу теләге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләгән ваҡытта уянды. Ансамблдең сығыштары һәр ваҡыт көнкүреш әйберҙәре менән байытылып, ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙекеләр баҫҡанда сәхнә балҡып тора, егеттәр осҡон сәсрәтеп бейей! Хәрби-тарихи ҡорамалдар, эш ҡоралдары кеүек әйберҙәр ҡулланылыуы ла бейеүҙәрҙе байыта, тамашасылар күңеленә хуш килә. Әлбиттә, концерт атрибуттары тора-бара иҫкерә, ватыла. Шуға ла, үҙем дә сәхнә кешеһе булараҡ, концерттар өсөн ҡайыштар, ян, сыбыртҡы, сабата, ситек, ҡамсы, уҡ-һаҙаҡ кеүек нәмәләр эшләп ҡарарға булдым. Тәүҙә был эшемә ҡыйыуһыҙ ғына тотонғайным, башҡаларҙың хеҙмәт емештәремде яратҡанын күреп, тағы ла киңерәк ҡолас менән эшләй башланым.
− Был эшкә тотонор өсөн оҫталыҡ ҡына түгел, белем дә кәрәк бит әле…
− Атайым балалар йортонда үҫкән кеше. Унда тәрбиәләнеүселәр оҫта ҡуллы була торғайны бит. Төрлө ҡул эшенә өйрәнәләр ҙә, артабан шул оҫталыҡтары менән аҡса ла эшләйҙәр. Атайым да һәр ваҡыт нимәлер сүкеп, семәрләп, төрлө материалдарға биҙәк баҫып ултырыр ине. Үҙем бәләкәй генәмен, уның янында ураланып йөрөйөм. Эшләгән нәмәләренә күҙем ҡыҙа, тиҙ генә уларҙы эшләп ҡарағым килә. Атайым ҡайсаҡ мине, туҡтауһыҙ һорау яуҙырып, ҡыҫылып йөрөгән малайҙы, башҡа төрлө ҡыҙыҡһыныуҙары ла булһын типтер инде, әрләңкерәп тә ебәрә. Ләкин әсәйем, яҡлашып, улым да өйрәнһен, тип кенә торҙо. Ғөмүмән, атай-әсәйем, тырыш кешеләр булып, беҙ – балалары был тормошта үҙ урынын тапһын, таланттарын асһын, тип көстәрен йәлләмәне. Икенсе синыфта уҡығанда уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөй башланым. Тора-бара Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алдылар. Унда өс турҙан торған конкурсты үтеп, 17 йәшемдә беренсе тапҡыр сит илгә − Испанияға ике айлыҡ гастролгә юлландым. Әйткәндәй, шунда 18 йәшемде тултырып ҡайттым, унда миңә биргән бүләктәрҙе һаман да ҡәҙерләп һаҡлайым.
80-се йылдар башында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың халыҡ артисы Риф Ғәбитов “Еҙ үксә” бейеүен ҡуйырға йөрөй ине. Шул бейеү өсөн ситектәргә махсус, ныҡлы үксә кәрәк бит инде. Риф Ғәбитов менән шул үксәне нисегерәк эшләргә кәрәклеген уйларға тотондоҡ. Тәүҙә үксә урынына ябай, тутыҡмаҫ тимер ҡалаҡ ҡуйып ҡараным. Ләкин булмаҫтай тойола – нисектер матур түгел. Уйлай торғас, “Еҙ үксә” бейеүе өсөн ярарлыҡ ситек килтереп сығарҙыҡ бит! Үксәнең ҙурлығын, биҙәктәрен Риф Ғәбитов менән уйлап таптыҡ. Барлыҡ талантты егеп, оҙаҡ ҡына тырышҡандан һуң бик шәп ситектәр килеп сыҡты.
“Дүрт егет” бейеүе өсөн бик бай ҡайыш кәрәк ине, эшләгәйнем – бик уңышлы булды. Егеттәр әле һаман бер нисә тиҫтә йыл элек эшләнгән ошо ҡайыштар менән концерт ҡуя. Тора-бара башҡа бейеүҙәр өсөн дә күн, тимерле ҡайыштар эшләй башланым. ҡыҙҙар күрә бит инде минең емештәрҙе – төрлө биҙәүестәр эшләп биреүҙе һоранылар. Шулай башланды инде эш.
− Оҫтаханағыҙға көн дә киләһегеҙме, әллә төрлө материалдарға биҙәк эшләү, сүкеү һеҙҙең хобби ғына булып торамы?
− Бейеүселәр пенсияға иртә сыға – сәхнәнән китеү менән “Амантай” тип аталған ижади биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаханамда һәр көн эшләй башланым. Был хәҙер хобби ғына түгел, төп эшем. Дөйөм алғанда, фольклор, бейеү һәм театр коллективтары өсөн изделиелар эшләүемә 20 йылдан ашыу инде. Заказдар тотош республиканан килә, өлгөр генә! Ярай әле янымда бергә уҡыған дуҫтарым, хеҙмәттәштәрем бар: ҙур заказ килеп төшһә − оҫтаханала етешәр кеше таң атҡанын да һиҙмәй эшләйбеҙ. Минең оҫтаханала сүкеп, биҙәп эшләнгән әйберҙәр, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыштарынан тыш, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Өфө “Нур” дәүләт татар театры, “Мираҫ” бейеү һәм йыр ансамбле һәм башҡаларҙың да сәхнәһен биҙәй. Сүкеп эшләнгән элементтары булған костюмдарымды кейгән артистарҙы күреү ҡыуандыра, эшемдең кәрәклеге, мөһимлеге көс бирә.
ҡасандыр етәкселек эшендә лә хеҙмәт итеп ҡараным. Ләкин бындай вазифалар минең өсөн түгел. Донъяла етәксе булырлыҡ нисәмә кеше бар, ниңә күрә-белә тороп башҡа кешенең урынын биләп ултырырға? Оҫтаханам донъям кеүек, иртә менән унда осоп тигәндәй киләм һәм башкөллө эшкә сумам. Күңелемә ятҡан эшем бар, етмәһә, ул миңә матди яҡтан да ярҙам итә − был бит торғаны бер бәхет!
− Бер пар алҡа эшләү өсөн күпме ваҡыт китә?
− Тик шул алҡа менән генә булышып ултырһаң, өс-дүрт көндә әҙерләп була. Тик быныһы ябай алҡалар ғына. Ниндәйҙер үҙенсәлекле эксклюзив изделие өсөн айҙар ҙа етмәүе ихтимал. Әлегә эксклюзив әйберҙәр менән булышырға ваҡытым юғыраҡ. Башлыса, заказдар буйынса эшләйем. Яңыраҡ ювелирҙар курсын үттем, белемемде артабан да арттырырға ине. Әле бына Бородино яуына 200 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған ҙур сараға барып ҡайттым. Унда Башҡортостандан барыусылар миңә костюмдар, башҡа атрибуттар эшләргә заказ биргәйне – ҡыҙыҡһынып киттем дә, автобуста буш урын булғанлығын белгәс, ултырҙым да киттем. Был минең өсөн ҡыҙыҡлы сара ғына түгел, белем туплау мөмкинлеге лә булды.
Тәүҙә изделиеларымдың матурлығы һәм сифаты тураһында ғына уйлай инем. Хәҙер милли костюмдарҙы әҙерләгәндә уларҙың тарихи яҡтан дөрөҫ итеп тегелешенә, биҙәлешенә лә ҡарай башланым. Фильмдар ҡараһам да, спектаклдәргә барһам да, концерт күрһәм дә, тыныс ҡына ултыра алмайым – костюмдарҙың тарихи дөрөҫлөккә тап киләме-юҡмы икәнлеген тикшереп, өйрәнеп, һәр деталде башыма һалам. ҡамсы үрергә, күн, кейеҙ кеүек материалдар менән дә эшләргә тура килә.
− Оҫтаханаға күберәк ниндәй заказдар килә?
− Изделиеларҙы күберәк сәхнә өсөн әҙерләйем, әлбиттә. Шулай ҙа хәҙер сәхнә кешеләре генә түгел, башҡалар ҙа үҙҙәренә ҡайыштар, биҙәүестәр, уҡ-һаҙаҡ кеүек нәмәләр эшләтә башланы. Яңғыҙым эшләмәйем, дуҫым, билдәле рәссам Азат ҡужин менән һәр идеяны ентекләп тикшереп, камиллаштырабыҙ. Ул минең ысын-ысындан ижадташым. Сәхнә өсөн биҙәүестәр әҙерләгәндә, башлыса, мельхиор ҡулланам, башҡа таштарҙы эшкәртергә лә өйрәндем. Мельхиорҙы һәйбәтләп эшкәртһәң, ул бөтөнләй ҡараймай, боҙолмай, матурлығын әллә нисәмә тиҫтә йыл буйы юғалтмай һаҡлай.
− Бөгөн − һеҙҙең юбилейығыҙ. Моғайын, ошондай матур, “алтын” тыуған көнөгөҙҙә төрлө пландар менән янаһығыҙҙыр әле?
− Әлбиттә! Тыуған көн байрам ғына түгел, йомғаҡтар яһау, киләсәк тураһында уйлана ла торған көн бит ул. Әйтеп үтеүемсә, ижади биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә үҙемде таптым. Артабан да ошо йүнәлештә эшләүемде дауам итмәксемен. Ошо эшем миндә илһөйәрлек тойғоларын айырыуса көсәйтте, хәҙер һәр һалған биҙәгемде ҡасан да булһа тарихи документ булараҡ та ҡулланырға мөмкин икәнлеген белеп эш итәм. Таштарға ла йән биргән кеүек бит эшебеҙ. “Амантай” ижади биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаханаһында эшләнгән изделиелар халыҡ күңеленә лә ятһын, күҙҙәрҙе лә ҡамаштырһын, тарихты ла күрһәтһен, тигән хыял менән йәшәйем. Бәхетлемен. Яратҡан эшем, ғаиләм, дуҫтарым, ижадташтарым бар.
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.