19.10.2012 Диндар һәм гонаһлы кешенең үлеме
Бик ҡарт диндар Аллаһы Тәғәләнән дин тотоусы һәм гонаһлы кешенең үлемен ҡарауҙы һорай. ҡартҡа күктән фәрештә төшөп, ҡайҙа барырға икәнлеген күрһәтә.
ҡарт дин әһеленең өйөнә килеп, ҡунып сығырға рөхсәт һорай.
– Беҙ һине бик ҡыуанып индерер инек тә ул, – ти йорт хужаһы, – тик атайыбыҙ бик ауыр хәлдә түшәктә ята.
Был һүҙҙәрҙе ишетеп ятҡан атай кеше балаларына юлсыны индерергә ҡуша. ҡарт өйгә инә, шул саҡ ауырыу улдарын һәм килендәрен үҙе эргәһенә саҡырып ала. Бөтә өгөт-нәсихәттәрен, әйтер һүҙҙәрен, теләктәрен уларға еткерә. Улдарына ҡылған изгелек һәм игелектәре өсөн рәхмәтен әйтә. Бөтәһе менән дә матур итеп бәхилләшә. Ә төндә күктән фәрештә килеп, уның йәнен ожмахҡа алып китә. Әлбиттә, быны теге ҡарттан башҡа бер кем дә күрмәй. Юлсы мәрхүмде ерләүҙәрен, аҙаҡ уны иҫкә алып аят уҡығандарын көтөп тора ла, икенсе ‒ гонаһлы кеше йәшәгән йортҡа китә.
Хужабикәнән ҡунып сығырға рөхсәт ала һәм өйгә инә. Ә унда аталы-уллы ир-ат ҡайҙандыр ҡайтып инә һәм юҡ-бар һөйләп, бер-береһенә ҡысҡырыша, йүнһеҙ йырҙар йырлай, шарап-араҡы эсә. Көтмәгәндә береһе лә күрмәгәндә өй хужаһының әжәле килә лә, ирҙең башына тондора. Быны теге диндар ҡарт ҡына күрә.
– ҡалай ауырта! Башыма түҙә алмайым, – тип ир иҙәнгә ауа ла шунда уҡ йән дә бирә.
Гонаһлы кешене һуңғы юлға оҙатҡандарын көтөп, дин әһеле өйөнә ҡайтырға сыға. Үҙе юл ыңғайында Аллаһы Тәғәләгә диндар һәм гонаһлы кешеләрҙең үлемен күрһәткәне өсөн рәхмәт уҡый.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.