16.10.2012 Хатта кешене лә урлайҙар
Ике дуҫ бер эшҡыуарға эшкә урынлаша. Хеҙмәт хаҡын тейешенсә түләмәгәс, ғауға ҡуптарып, унан китәләр. Бер аҙҙан эшҡыуар элекке ике хеҙмәткәрен урам буйында күреп ҡалғас, әшнәләре ярҙамы менән уларҙы машинаға ултырта һәм үҙенең коттеджына алып килә. Күрәһең, эшҡыуар уларҙы үҙенә көсләп бил бөктөрмәксе булған.
Дуҫтарҙың берәүһе тәҙрә аша тотҡонлоҡтан ҡотола, ә икенсеһе ҡасыуҙан баш тарта – табырҙар һәм үлтерерҙәр, тип ҡурҡа. ҡасып ҡотолған 29 йәшлек ир туп-тура полицияға йүгерә.
Оператив төркөм коттеджға тиҙ килеп етә. Тап шул ваҡытта егеттәрҙе урлашырға ярҙам иткән әҙәм машинала килеп туҡтай. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны тиҙ генә ҡулға ала һәм коттеджға үтә. Унда иҫерек хужаны һәм урланған кешене тап итәләр.
Әлеге мәлдә енәйәтселәр һаҡ аҫтына алынған, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Т. АМАНОВ.