RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юл ҡағиҙәләре ҠАН менән яҙылған

16.10.2012 Юл ҡағиҙәләре ҠАН менән яҙылған

ҡаты талаптар юлда тәртип булдырырмы?
Автомобиль – байлыҡ билдәһе түгел, ә араларҙы үтеү сараһы, тиҙәр. Тиҙҙән тап киреһе булыуы ихтимал. Бензинға хаҡтарҙың көндән-көн артыуы етмәгән, хәҙер водителдәргә ҡарата талаптар ҙа көсәйә. “Тимер аты” булған кеше байлыҡты һәм айыҡлыҡты, сабырлыҡты һәм аҡылды кәүҙәләндермәҫ тимә. РФ Дәүләт Думаһы Депутаттары яңы закон проекты әҙерләне, ул ошо көндәрҙә ҡабул ителәсәк. Тиҙлек яратыу­сыларға штраф 25 тапҡырға арттырыласаҡ. Ә был ҡағиҙәне бер нисә тапҡыр үтәмәгәндәрҙең хатта “рәшәткә” артына эләгеүе ихтимал.
Яңы законда иҫерек водителдәргә ҡарата иң ҡаты язалар булдырыл­ған. Әгәр ҙә водителдең ҡанындағы спирт 0,2 промиллегә тиклем тәшкил итһә, уға бер нәмә лә булмаясаҡ. Ә был һан 0,5 промилле булһа, водителгә 1,5 − 2 йылға тиклем автомобиль менән идара итеү тыйыласаҡ һәм 20 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ. Әгәр ҙә инде 0,8 промилле булһа, өс йылға рулгә ултырыу тыйыласаҡ һәм штраф күләме 30 мең һум тәшкил итәсәк. Водитель ныҡ иҫерек булһа, уны биш йылға водитель хоҡуғынан мәхрүм итәсәктәр һәм кеҫәһе 50 мең һумға йоҡарасаҡ. Икенсе мәртәбә иҫерек килеш эләкһә, оҙаҡ һөйләшеп тормаясаҡтар – өс йылға “рәшәткә” артына оҙатасаҡтар.
Үҙгәрештәр, иҫерек водителдәрҙән тыш, тиҙлек яратыусыларға ла ҡағыла. Автомобилдәрен шәп ҡыуыусылар өсөн штраф хәҙер 25 тапҡырға арттырыласаҡ! Газға кәрәгенән артыҡ баҫһаң, йә 2,5 мең һум аҡса түләйһең, йә 4 − 6 ай буйы төрмә һурпаһын һемерәһең. Тиҙлекте сәғәтенә 60 – 80 саҡрымдан күберәккә арттырһаң, 5 мең һум штраф сәпәйәсәктәр һәм бер йылға “тимер ат” дилбегәһен ҡулға алыу хоҡуғы булмаясаҡ. Сәғәтенә 120 саҡрым тиҙлек менән елдерергә яратыусыларға 50 мең һум штраф һалынасаҡ. Әгәр ҙә тағы тотолһаң, штраф ике тапҡырға “үҫә” һәм бер йылға автомобиль менән идара итеү тыйыласаҡ.
Бер нисә тапҡыр юл-транспорт ҡағиҙәһен боҙоусыларға иң ҡаты язалар ҡаралған. Әгәр ҙә йыллыҡ штраф 15 мең һумдан ашһа, водитель таныҡлығы бер йылға тартып алынасаҡ. Хатта штрафтар 100-әр һумдан, бәләкәй генә гонаһтар өсөн генә йыйылған булһа ла! Бындай тупланма система СССР мәлендәге балл системаһына ауаздаш. Бынан ары водителдәргә, алкоголь менән бер рәттән, урында уҡ наркотикка тест та үткәреләсәк.
Юл ҡағиҙәләре ҡан менән яҙылған, тимәйҙәр юҡҡа. Иҫерек һәм алабарман водителдәр арҡаһында ҡорбандар артыуы ҡаты саралар индереүгә этәрҙе. Яңы закон эмоциялар, фажиғәләрҙән һуң булған көслө тетрәнеүҙәрҙән һуң барлыҡҡа килде. Был ҡағиҙәләр юлда тәртип булдырырға ярҙам итер, тип өмөтләнәйек.

Гүзәл БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”