RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешеләрҙең кешелек сифаттарын юғалтыуына аҡса ғали йәнәптәре ғәйеплеме, әллә...

12.10.2012 Кешеләрҙең кешелек сифаттарын юғалтыуына аҡса ғали йәнәптәре ғәйеплеме, әллә...

ҡасаба «йүнселдәре»
Үҙгәртеп ҡороуҙарҙың ыңғай яҡтары булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө йәшәйешкә ҡараш ташлап: «Эй, элек бөтөнләй икенсе төрлө йәшәгәнбеҙ икән!» − тип уйлап ҡуйған кешеләр әҙ түгелдер ул. «Элек» тә «элек» тип сағыштыра китһәң, бик оҙон исемлек килеп сығыр ине, моғайын. Ысынлап та, ул ваҡыттар ниндәйҙер алыҫ планетала ҡалған кеүек. Илде шундай киҫкен үҙгәрештәр көтәлер тип кем уйлаған? Кире яҡтары күп булһа ла, барыбер һағындыра ул осор... Быға тиклем шундай изге, пак ҡиммәттәр торған һайын бөтөрөлөп, тапала, улар­ҙы күңел һис кенә лә үҙ итергә теләмәгән, тик аҡса эшләүгә генә ҡоролған, кешелекһеҙ, мәғәнәһеҙ, бөтөнләй беҙҙең халыҡҡа хас булмаған икенсе, ят нәмәләр алмаштыра. Бынауы баҙар мөнәсәбәттәре тигәндәрен алһаң да, торған һайын уның һалҡын, ҡырағай, ябай халыҡ өсөн шатлыҡ килтермәгән сырайына юлығаһың.
Апайымдарҙың тәҙрәһенән ҡаршыла күренеп торған харабаларға ҡарап, ошондай күңелһеҙ уйҙарға бирелдем. Кешеләрҙең өмөтө лә, бәлки, ошо аҙмы-күпме килем килтергән, халыҡты эш менән тәьмин иткән завод-комбинаттарҙың банкротҡа әйләнеп, ҡыйралып, таланып, ташландыҡ хәлгә килеүенән һуң һүнәлер. Элек бит ошо бинала ла эш ҡайнай торғайны. Мал аҙығы етештереүсе цех ине ул. Тәҙрәләрендә уттар емелдәшә, кешеләренең дә тегендә-бында йүгергеләгәнен күрә инем. Былтыр йәй бинаның алғы яғы бар ине әле. Әле ҡайтҡанымда күрәм: бер нисә метрлы стена ҡалдыҡтары ғына һерәйеп тора… Янында ниндәйҙер кешеләрҙең носилка менән йөрөгәнен күргәйнем. Баҡтиһәң, улар бинаны емереп, кирбесен ташыйҙар икән.
Баҡса артында урынлашҡан «ШНС» автобаза тресын ғына ал, мәҫәлән. Таш ҡойма менән уратып алынған был ойошма әллә нисәмә йыл машина-трактор тауышынан гөр килеп торҙо! Аҙаҡ йылдан-йыл бөлгөнлөккә төшөп, ахырҙа, бөтөнләй һүнеп ҡуйҙы. Хужаһы район үҙәгенән идара итеп, кеше яллап, һуңғы көсөнә абруйын юғалтмаҫҡа тырышып, бер үҙе ғорур ултырған контораны һаҡ­лар­ға маташып ҡараны. Аҡса түләмәгәс, һаҡсы булып эшләүсе юҡҡа сыҡты. Эт кенә бәйләп ҡуя башлағайнылар, урларлыҡ нәмә ҡалмағас, бөтөнләй ташлап ҡуйҙылар. Тәҙрәләре ҡыйралып, унан кәзәләр генә ҡарап тора хәҙер. Автобаза территорияһы ла йылдан-йыл яланғаслана барҙы. Барлыҡ алып булырлыҡ кирбестәрен ватып алып, тимер-томорҙарын ташып, ахырҙа, балтаға ла, сүкешкә лә бирешмәгән ныҡлы бер-ике бина ғына тороп ҡалды хәҙер.
Ул кирбестәрҙе кемдәр генә килеп ватып, аҡса эшләмәне икән! ҡасаба халҡы ғына түгел, шундай бизнес барлығын ишетеп, ситтән тотош ғаиләләр, яңғыҙ бала үҫтергән ҡатындар килә ине. Хатта бер килке ҡаҙаҡтар ҡуна ятты. Улары, ти апайым, килеп тороп уҫалдар, бер тигеҙ кирбес өсөн алҡымыңа йәбешергә әҙерҙәр ине. Бында бизнес шулай ҡоролған: иң тәүҙә иртә менән экскаватор килеп, биналарҙы төртөп йыға. Шунан кем лом, кем махсус ике яҡлы бәләкәй генә балта, кем кәйлә күтәреп, кирбес аҡтара башлай. Эш ауыр. Соҡоп алғас, уны таҙарталар. Бер кирбес өсөн бер һум бирәләр. Уны кис көнө машина менән әҙер кирбестәрҙе алыр­ға килгән эшҡыуар тарата. Кеше күп йөрөгәс, бер кирбесте был илле тингә генә ала башланы аҙаҡ.
Эйе, ҡасабала барлыҡ предприятиелар тиерлек эшләүҙән туҡтаны. Халыҡ эшһеҙ йонсоно. Эскелек артҡандан-артты. Бик күп ир-егет, эш эҙләп, Себер яҡтарына юлланды. Кемдең башҡаса аҡса табырға әмәле юҡ, бигерәк тә эшләргә яратмаусы контингент, төҫлө металл тапшырып көн күрә башланы. Унда ла, әлеге лә баяғы, кемдең ҡайҙа нимәһе ҡаралмайыраҡ ята, төндәрен килеп сәлдереп китәләр. Ихаталарҙағы бак, тимер, еҙ биҙрәләр, тастар юҡҡа сыҡты. Ә бер төндө беҙҙең артҡы тимер ҡапҡаны ла урлап алып киттеләр. Милицияға әйтеүҙән фәтүә булманы. Улар, шул урлашып йөрөгән шайка менән килешеүгә барып, килемдән үҙҙәренә өлөш алып бара икән, тип һөйләнеләр.
…ҡасабала тағы ла бер аҡса эшләрлек урын − яҡындағы урман эсендә урынлашҡан емеш-еләк совхозы бар ине. Элек унда әллә күпме гектар ер биләп, ялан-ялан ҡурай еләге, һырғанаҡ, сейә, алма, ҡара миләш үҫтерелеп, йыйылып, йәшник-йәшник машиналарға тейәлеп оҙатыла ине. Ләкин уныһы ла бөлгөнлөккә төштө, хужаһыҙ ҡалды.
Ташландыҡ яландар эшһеҙ ҡасаба халҡы өсөн әҙ булһа ла аҡса эшләү сығанағына әйләнде. ҡатындар бер көндө ҡурай еләге йыйһа, икенсе көнөнә уны күрше Ырымбур өлкәһендәге Абдулла баҙарына барып һата. Беҙ ҙә өсөнсө йыл апайым менән, балаларҙы мәктәпкә кейендереү ниәтендә, әҙерәк шул ҡурай еләге яланына йөрөп алдыҡ. Ерен бер кем ҡарамаһа ла, уңышы мул ине яландың. Кеше лә күп йөрөнө.
Ләкин был хөрриәт оҙаҡҡа барманы. Тиҙҙән, был хәлде үҙ файҙаһына бороп, еңел аҡса эшләргә тырышыусы ла табылды. Ғәҙәттәгесә, былтыр йәй апайым менән шул яланға барҙыҡ. Ниңә кеше әҙ, тип аптыраныҡ иң тәүҙә, оҙаҡ йөрөгән булмағас ни, бер нәмә лә белмәйбеҙ. Рәткә инеп, биҙрәбеҙгә бер нисә еләк һалырға ла өлгөрмәнек, ер аҫтынан ҡалҡҡандай, алдыбыҙҙа кепка, шортик кейгән бер «детина» пәйҙә булды.
− Шунан, еләк бармы? − ти был, яйлап ҡына эргәбеҙгә килеп.
− Бар, бар, − тибеҙ, ҡәнәғәтлек менән, һәм артабан китергә ынтылабыҙ.
− Ә һеҙ беләһегеҙме был яландың шәхси территория икәнен? − тигән ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙен ишетәм бының. «Юҡ», − тибеҙ.
− Бына шул, кисәге көндән башлап бында инеү түләүле. Һәр кешенән – дүрт йөҙ һум. Йә түләйһегеҙ, йә ҡайтып китәһегеҙ, − ти.
Апайым, ғәйепле йөҙ менән: «Белмәнек тә ул, ярай әтеү киттек», − тине лә ҡайтыу яғына боролдо. Ә минең һарыуым ҡайнай башланы. Нисек инде, был ергә эйелеп ҡулдарын да тейҙереп ҡарамаған ниндәй­ҙер кеше ошо ерҙе үҙләштерергә йөрьәт итә?! Турайып баҫтым да:
− Улай булғас, документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ, − тим.
− Ниндәй документ?! − ти «детина», аҙарынып.
− Ергә хужа булыуығыҙҙы раҫлаусы документтарығыҙҙы күрһәтмәйенсә мин бынан китмәйем.
«Детина» өндәшмәй баҫып торҙо-торҙо ла, кеҫә телефонын сығарып, кемгәлер шылтыратҡан булып, яйлап урман ситендәге юл буйлап китте. Беҙ ҙә биҙрәбеҙҙе ҡаса-боҫа ғына тултырҙыҡ та ҡайтыу яғын ҡараныҡ.
Бына шундай «бизнес» асҡан бер отҡор кеше бында. Совхоз ерен хосусилаштырырға ҡайҙан рөхсәт алын­ған, законлымы был-юҡмы, шундай хоҡуҡҡа эйәме ул, юҡмы – беҙҙең өсөн сер. Факт − әле лә ул яланға инеү түләүле.
Үтә лә аҡсаға ҡытлыҡ кисергәндәр, түләй алмағас, әмәлен табып, алыҫ икенсе ҡурай еләге яланына йөрөй башланы. Унда еләк тегендәге кеүек күп булмаһа ла, ярты көн йөрөһәң, бер биҙрә тултырырға мөмкинлек бар ине. Был йәйҙә еләк ҡайғыһы булмаһа ла (апайым мәж килеп өйгә һыу үткәреү мәшәҡәте менән йөрөнө), беҙ ҙә, форсат табып, теге бушлай яланға барып килергә булдыҡ.
Барып, еләк яланына инеү менән кәйефте төшөрөрлөк күренешкә тап булдыҡ. Нишләптер ҡыуаҡлыҡтар ергә һылашып йығылған, еләктәре ҡара ер менән буталып, иҙелеп бөткән… Әһәмиәт бирмәй, иҫәнерәк ҡалғандарын йыя бирәбеҙ әле. Бер нисә ҡыуаҡ ҡына көслө ямғыр аҫтында йығылғандыр, тип уйланыҡ. Башты күтәреп ҡараһаҡ, иҫ китте, бер генә ҡыуаҡ тура ултырһасы – барыһын да трактор менән тапап сыҡҡандар! Шундай тырышлыҡ менән эшкәртелгән − тәгәрмәс эҙҙәре һәр рәттә ярылып ята. Эре, ҡыҙыл еләктәр бысраҡта иҙелгән. Халыҡ, ҡыуаҡтарҙы күтәреп, иҫән ҡалған еләктәрҙе сүпләй. «Нимә булған?» – тигән һорауға бер ҡыҙ вайымһыҙ ғына:
− Был яланға йөрөмәһендәр өсөн тапатҡандарҙыр, − тип кенә ҡуйҙы. Эргәлә йөрөгән бер ҡатын:
− Был хәл Рәсәйгә генә хас инде! Беҙҙә генә шулай булыуы мөмкин! − тип һуҡранды. ҡалғандар өнһөҙ. Шул өнһөҙлөктән файҙаланалар ҙа инде хәҙер… Ә «тормош хужалары» кешелеклелек рамкаларынан сығырға ла оялмай, аҡса өсөн ниндәй генә ҡара эштәргә бармайҙар. Шулай буламы икән ни баҙар мөнәсәбәттәре тигән нәмә?

«Лох»тар өсөн ау

Беҙҙең илебеҙҙә күкрәп сәскә атҡан тағы ла бер мәкерле технология тип маркетинг селтәрен атарға мөмкин.
Был ҡалала бигерәк тә таралған. Аферистар өсөн бик уңайлы мөхит ул. ҡайһы ғына өлкәлә булмаһын – улар бер үк пирамидаль система аша таралғандар. Уның ауына эләгеп алданыуҙар әлеге көнгә тиклем дауам итә. Ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәктәр кеүек ҡалҡҡан эреле-ваҡлы лохотрондарҙан ыҙа күреүселәр һаны кәмергә уйламай ҙа, киреһенсә, арта ғына бара. Еңел генә аҡса эшләү маҡсатында улар шундай оҫта юлдар таба – тапҡырлыҡтарына иҫең китер. Мәҫәлән, эш тәҡдим иткән контораларҙы ғына алайыҡ. Ваҡыт табып, ул механизмдың нисек эшләүен тикшереү өсөн генә тәжрибә үткәреп ҡарағайным.
Улар, ғәҙәттә, команда йыйып эш итә. Төрлө исем аҫтында интернетта эш тураһында белдереү яҙалар. Шылтыратһаң, иң тәүҙә һөйләшеүгә саҡыралар. ҡыҙығы шунда башлана ла инде. Барыһы ла бер үк адрес буйынса, бер үк офистың номерын әйтә. Тик исемдәре генә төрлөсә. Етәкселәре лә йә Влад, йә Гөлназ, йә Карина һ.б., һ.б. Әйтерһең дә, ярты Өфөнөң эш биреүселәре бер офисҡа йыйылған! Ул шунда уҡ шик тыуҙыра, әлбиттә. Ләкин кешеләрҙең күбеһе ышанып бара, күҙ буяу, исем өсөн уларҙан кәрәкмәгән анкеталар, ҡағыҙҙар тултырталар. Унан һуң ниндәйҙер уҡыуҙарға йөрөтөп алған булалар ҙа, килешеү төҙөйҙәр. Шунан һуң уның өсөн аҡса һорайҙар. Хаҡы төрлөсә булыуы мөмкин – йөҙ ҙә илле һумдан алып мең һумға ҡәҙәр. ҡайсаҡ ниндәйҙер хаҡҡа (кем нисек алдай ала) компанияның тауарҙарын һатыр өсөн алырға мәжбүр итәләр. Йәнәһе, был килешеүҙең төп талабы, имеш. Яңы кешеләрҙе йәлеп итәләр. Улар аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡас, асыҡ ауыҙҙы тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрәләр. Ләкин күпме тырышһа ла, аҡсаны иң тәүге баҫҡыста торғандары, йәғни ошо пирамиданы ойоштороусылары ғына ала, ә аҫҡы баҫҡыста торғандар һемәйеп ҡала. Күп осраҡта меңәрләгән һум аҡса биреп, бер кемгә лә кәрәкмәгән тауарын да һата алмай ул. Эш мәсьәләһе лә буш ҡыуыҡ булып ҡала бирә. Быға былай ҙа эшһеҙ интеккән кешенең һуңғы аҡсаһын таларға кешелек сифаттарын юғалт­ҡан циник, оятһыҙ әҙәмдәр генә баралыр ул. Уларҙы тыйыусы ла, тикшереүсе лә юҡ, ахыры. Интернетта, иң абруйлы тип уйлаған эш эҙләү сайттарында юғары хеҙмәт хаҡы менән алдап йәлеп иткән иғландары иң беренсе урындарҙа тора. Исемдәре лә береһенән-береһе матур: «Бизнес-персонал», мәҫәлән, йә «Пасифик менеджмент кадрҙары эҙләү агентлығы», «Бизнес-центр», «Өфө-Холдинг», «Каскад» һ.б., һ.б. Эш эҙләп интеккән халыҡтың нисек алданғанын интернетта махсус сайттарҙа уҡырға мөмкин. Шунда уҡ эш биреүселәрҙе фашлаусы «ҡара исемлек» тә бар. Шуға ла ҡайҙалыр ваҡыт сарыф итеп барып йөрөр алдынан иң тәүҙә унда ла күҙ һалыу артыҡ булмаҫ. Интернет селтәрендә генә түгел, гараждарҙа, өй стеналарында, ишектәрҙә ҙур хеҙмәт хаҡы вәғәҙә итеп эшкә саҡырып яҙған иғландар аҙым һайын осрай хәҙер. Үкенескә күрә, уларҙың барыһы ла булмаһа ла, күбеһе ялған. Бик күптәр эләгә улар­ҙың ҡорған ауына. Мин бигерәк тә ауылдарҙан килгән егет-ҡыҙҙарға, «Студенттарға эш!», «Офиста эш!» тип, юғары хеҙмәт хаҡы күрһәтеп, ҡысҡырып торған иғландарға ышанып бармаҫҡа кәңәш итер инем.
ҡалала аҡса эшләүгә бәйле тағы ла бер йән көйҙөргөс күренеш тураһында яҙмай булдыра алмайым. Ул да булһа, уҫлаптай кәүҙәле йәп-йәш ирҙәрҙең, егеттәрҙең йә китаптар, йә арзан косметика күтәреп төрлө учреждениеләр буйлап йөрөүе.
Йөҙ йыртып сөсөләнеп, һандуғас­тай һайрап, алмайым тип торған көйө лә кешенең артынан да ҡалмай тауарыңды маҡтай-маҡтай түбәнһенеп йөрөр өсөн ниндәй тимер кеүек мораль көс, нервы кәрәк икән һуң?! Уларға асыу ҙа килә, үҙҙәре йәл дә. Ғәйепләп тә булмай. Бәлки, улар ҙа шул маркетинг селтәре ҡорбандарылыр. «Бар төҙөлөшкә!» − тип ҡысҡыр­ғы килә ҡайсаҡ. Һата алһа – бер хәл, ә һатмаһа? Һатҡан хәлдә лә, килемдән нисә генә процент ҡайталыр инде уға, ләкин йөрөй инде. ҡайһы берҙәре, потенциаль клиентты нисек булһа ла тотҡарлау, ҡыҙыҡһындырыу ниәтендә, тауарҙы бүләк итәбеҙ, тип ышандыра. Клиент китә башлаһа, тауарын асфальтҡа ырғытып бәргән кеше була, йәнәһе, миңә кәрәкмәй, алығыҙ! Тауарҙы ҡулға биргәс, бүләк өсөн «көлкөлө», символик хаҡ ҡына бирергә кәрәклеге асыҡлана. Беҙҙең халыҡтың «халява»ға булған мәңгелек ышанысын файҙаланыу инде был. Их, буштың атаһы үлгән шул, кем әйтмешләй…

«Махсус бүләк»

Бынан бер нисә йыл элек, йәй, Якутов паркы буйлап китеп барғанда юлымды ҡыуаҡлыҡтарҙан айырылып сыҡҡан бер йәш кенә егет бүлде.
− Беҙ Рәсәй киңлектәрендә эшләп килгән иң уңышлы компанияларҙың береһе, − ти был, ялтырап торған, төрлө сағыу фотолар менән биҙәлгән ҡағыҙҙар сығара-сығара. – Социологик белешмәләр үткәрәбеҙ. Һеҙ минең бер нисә һорауға ғына яуап бирә алмаҫһығыҙмы икән?
Ризалаштым. Һорауҙары ла бик етди, бик актуаль ине. Телефон номерын да яҙып алды…
Бер-ике көн дә үтмәгәндер, кемдер шылтыратты. Телефондың теге башынан йәнде иретерлек яғымлы бер ҡыҙ тауышы ишетелде:
− ҡотлайбыҙ! Һеҙ күптән түгел социологик белешмәлә ҡатнашыуығыҙ һөҙөмтәһендә «Zepter» компанияһының махсус бүләгенә лайыҡ булыусылар исемлегенә эләктегеҙ!
Әйтергә кәрәк, ундай-бындай сараларға ышанып бармай торған кешемен. Ләкин шундай шат һәм тантаналы интонация менән әйткәс, ҡыҙыҡһына төштөм. Һәм әлеге лә баяғы «ә бәлки» тигән өмөт сатҡыһы:
− Ә ниндәй бүләк һуң ? − тип һорар­ға мәжбүр итте. Тауыш оторо серле һәм интригалы итеп:
− Барғас күрерһегеҙ, − ти. – Шәмбелә киске сәғәт етегә Блюхер урамындағы фәлән һанлы йорттоң фәлән һанлы офисына килегеҙ.
Әлбиттә, ышанып бөтмәнем. Барырғамы-юҡмы, тип икеләндем. Ике көн шылтыратып, ниндәй приз көткәнен белергә теләнем, ләкин һөҙөмтәһеҙ булды. Барғас, тапшырасаҡтар, ти ҙә ҡуя. Ниндәй серлелек! «Zepter» булғас, әлбиттә, күҙ алдына ҡыйбатлы ялтыр кәстрүлдәр, табалар килеп баҫа. Ә ниңә, улар бер ҙә артыҡ булмаҫ ине әле!
Шәмбелә, ҡыҙымды, шул көндө генә ҡунаҡҡа килеп төшкән һеңлемде лә алып, күрһәтелгән адрес буйынса киттем.
Офис алдында беҙҙе ҙур ҡунаҡ көткән кеүек ҡаршыланылар. Арта­бан байтаҡ ҡына кеше йыйылған бәләкәй ҡыҫыҡ бүлмәгә үткәрҙеләр. Барыһы ла ниҙер көтөп ултыра. Янда йөрөгән ҡатын беҙгә лә ултырырға тәҡдим итте. Мин, аптырап:
− Беҙ ултырырға түгел, ә приз алырға килдек, саҡырыу буйынса, − тим.
− Борсолмағыҙ. Ун биш минутлыҡ ҡына лекция тыңлап алаһығыҙ ҙа, аҙаҡ инде приздар тапшырыласаҡ.
Шунда уҡ күңелдә әллә ниндәй шик уянды. Сығып китергә лә ынтылдым, икенсенән, был сараның ни менән бөтөрөн дә күрге килә.
Лекциялары үҙе ун биш минуттан һуң ғына башланды. Бер ҡатын сығып, «Zepter» өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләй башланы. Уны әленән-әле залда ултырыусы ике ҡатын бүлдереп, төрлө һорауҙар бирҙе. Улар тик шул һауыт-һабаны ҡуллана, ахыры, тип уйланым. Хаҡтары менән ҡыҙыҡһындылар. Унан һуң сәхнәгә йыуан өс ҡатын сыҡты. Шунда уҡ үтә күренеп торған һауыт-һабала тауыҡ ите менән картуф, кишер бешерергә ҡуйҙылар. 20, 30, 40 минут ваҡыт үтте, лекция һаман дауам итте. Бешеп сыҡҡас, был тәғәмдәрҙе киҫәктәргә бүлеп, пластик тәрилкәләргә һалып, аудиторияны һыйларға тотондолар. Уныһы кәрәкмәҫ ине − биш һумлыҡ тимер аҡса дәүмәлендәге ит киҫәге, шундай уҡ картуф менән кишер кесе телгә лә йоҡмай, бары тик аппетитты ғына ҡуҙғытты. Ул арала залда ултырыусы теге ике ҡатын ойоштороусыларға һорауҙар яуҙыра башланы. Береһе бигерәк тә ҡырҡ мең һумлыҡ таба менән ҡыҙыҡһыныуына баҫым яһаны. Кәрәгенән артыҡ ҡыландылар, ахыры. Шунда уҡ: «Былар махсус ултыртылған кешеләре түгелме икән?» − тигән уй килде.
Бер сәғәт үтте. Минең ҡыҙҙар оҙаҡ ултырып ялҡты. «ҡайтайыҡ та китәйек», − тиҙәр. Шунда, ниһайәт, сара тамамланды. Беҙгә арыраҡ торған бер өҫтәл янына барырға ҡуштылар. Унда ултырған хеҙмәткәр, исемлекте асып ҡараны ла, миңә ниндәйҙер анкета тултырырға ҡушты. Әлбиттә, ҡара көйөп ултырам. Лекция ваҡытында уҡ был сараның ниндәй маҡсат менән үткәрелгәнен аңлағайным инде. Шуға, алдау, хәйлә ҡулланып, ваҡытыбыҙҙы бушҡа үткәрергә мәжбүр иткән тынсыу бинанан тиҙерәк сығып китке килә. Анкетаны тултырыу менән генә бөтмәне, баҡтиһәң, мин өс туғанымдың телефон номерын, уларҙың исем-фамилияларын да теркәп ҡалдырырға тейешмен икән! Башҡа килгән номерҙарҙы, уйҙырма исемдәрҙе әйткәндән һуң, хеҙмәткәр, ниһайәт, эйелеп, тумбочкаһының аҫтынан «махсус бүләк»те килтереп сығарҙы. Ус төбөмә электр лампочкаһы ҡабынан да бәләкәйерәк бер ҡағыҙ тартма килеп ятҡас, өшөп киткәндәй булдым.
− Ә был һеҙгә беҙҙең компаниянан бәләкәй генә презент, − тинеләр. ҡыҙҙар алдында ҡыйын – улар тышҡа сыҡҡас, тыйыла алмай көлөргә тотондо. Тартмасыҡты шунда уҡ асып, унан шампан шешәһен аса торған яйланма килтереп сығарҙылар. Бер күҙ ташлап ҡына алдым да:
− Былай ҙа шып тулы стенкамда урын ғына алып торасаҡ бит был, − тип, уны саҡ эргәлә торған сүп һауытына атып бәрмәнем.
Бына шулай, төрлө юлдар менән аҡса эшләргә тырыша бәғзе бер йылғыр әҙәмдәр. Бер кем алырға теләмәгән тауарҙарын нисек тә булһа һатыр өсөн нимәгә генә бармайҙар. Бындай саҡта оялыу ҙа, ғорурлыҡ та артҡы планға күсә, күрәһең.
Еңел табыш алырға теләүселәр иң тәүҙә, кеше хәсрәтенән файҙаланып, бәхетле булып буламы икән, тип шул турала уйланһын ине.

Миңзилә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”