12.10.2012 Алсаҡлығы менән арбаны
Эйе, тап ошо һүҙҙәрҙе әхирәтем – Рита Кәбир ҡыҙы Хәсәнова хаҡында әйтә алам.
Яңы ҡала, яңы таныштар, яңы тормош! Студент булғаныма бер нисә көн генә ине әле… Ятаҡтан урын алғас, баҙнатһыҙ ғына бүлмәмә юлландым. Башта төрлө уйҙар ҡайнай: ниндәйерәк ҡыҙҙар менән эләктем икән, минән нисә курсҡа ҙурҙар, нисә ҡыҙ бергә йәшәрбеҙ һ.б.? Ни тиһәң дә, беренсе генә курс бит. Барып индем. Бер ҡыҙ өҫтәл артында ултыра. Мине күреү менән ихлас күреште һәм: “Мин – Рита, Бөрйәндән”, – тине, йылмайып. Исемемде, курсымды һорашҡас, әйберҙәремде ташышты. Буласаҡ әхирәтем икенсе курста минең кеүек башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә белем ала икән. Бер ҡасан да уның ҡул ҡаушырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырғанын күргәнем булманы. Икебеҙ ҙә бер бүлектә уҡығас, Ританың уңыштарын да күреп йөрөнөм. ҡалала үткәрелгән шиғри конкурстарҙа гел беренсе урындарҙы алды. Институтта эшләп килгән “Инеш” шиғри түңәрәген етәкләне, “Тулҡын” ғилми түңәрәгенең әүҙем ағзаһы булды. Ошо уҡ бүлек студенты Раушания Уйылданова менән берлектә “Бар булмышым хыял ғына...” исемле шиғри йыйынтыҡ та сығарҙы.
Тырыш, ныҡыш, маҡсатлы, дәрте ташып торған әхирәтем аҙаҡҡы курста институтыбыҙ сығарған “Юлдаш” гәзитендә хәбәрсе булып та эшләне. Курсташтарының да оло ихтирамын яуланы. Йыл һайын Сибайҙа һәр район үҙенең йәштәрен йыйып, күңелле тамаша үткәреү күптән инде йолаға әүерелгән. Тап Бөрйән йәштәре ойошмаһы концерттарының сценарий авторы ла, алып барыусыһы ла Рита булды. Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулына диплом алғас та баш ҡалабыҙға юл тотто ул. Ярһыу йөрәкле, яҡты йөҙлө, арыу-талыу белмәҫ әхирәтем бында ла һынатманы. Әлеге көндә ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби бүлек мөхәррире вазифаһын башҡара. Етәкселек Ританың уңғанлығын билдәләй, уның тураһында яҡшы фекерҙә. Гәзит-журналдарҙа йыш ҡына мәҡәләләре лә донъя күреп тора. Һәр ваҡыт: “Дуҫтарым, атай-әсәйем, ҡустыларым!” – тип йән атып тора ул. Бөрйән ҡыҙы алсаҡлығы, ярҙамсыл булыуы менән һоҡландыра.
Башҡорт ҡыҙҙарына хас ябайлыҡ, итәғәтлелек, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы үҙендә туплаған әхирәтем менән сикһеҙ ғорурланам. Бар хыялдарының тормошҡа ашыуын, яңы үрҙәргә күтәрелеүен теләйем.
Гөлфиә УРМАНОВА,
БДПУ студенты.