RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көҙ һеҙгә нисек йоғонто яһай?

12.10.2012 Көҙ һеҙгә нисек йоғонто яһай?

Ғүмер аҡҡан һыу кеүек, көн төнгә ялғана, айҙар йылдарға алмашына. Яңы ғына яҙғы ҡояшҡа һөйөнә инек, әле һалҡын ҡышҡа инергә әҙерләнәбеҙ. Көҙгөһөн күптәр төшөнкөлөккә бирелә башлай, һағышланып ҡала. Психологтар был хәлде, көҙгө депрессия, тип атай. Һеҙ уның менән нисек көрәшәһегеҙ?

Айһылыу З., дүрт бала әсәһе, йыйыштырыусы, Хәйбулла районы:
– Әле еңел булмаған осор кисерәм. Иртәнсәк һыйыр һауырға, уның ағын эшкәртергә, ҡош-ҡортто тәрбиәләргә кәрәк. Шунан игеҙәк улдарымды мәктәпкә оҙатам, бәләкәстәрҙе балалар баҡсаһына алып барам да эшкә йүгерәм. Унан ҡайтҡас, ашарға әҙерләйем. Өйҙә мәшәҡәт етерлек, йорт-ҡура, баҡсаны тәртипкә килтерергә кәрәк. Етмәһә, тиҙ генә ҡараңғы төшөп бара. ҡыҫҡаһы, эштең осона сығып булмай. Ныҡ арыта, хәл юҡ, кәйеф тә шәптән түгел. Тиҙерәк ҡыш етеүен теләйем, исмаһам, эш кәмер, йоҡо туйыр ине.

Земфира ТАҺИРОВА, БДУ-ның Сибай институты уҡытыу­сыһы:
– Тәбиғәттең һәр миҙгелен ҡыуанып ҡаршы алам. Көҙгө болоҡһоу ямғырҙар, ошо миҙгелгә генә хас күңел­һеҙлеккә артыҡ иғтибар биреп бармайым. Сөнки тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Ғөмүмән, һәр күренешкә оптимистик ҡараштамын, сөнки насар уйҙар һаулыҡҡа кире йоғонто яһай. Ниндәй генә ауырлыҡ булһа ла, "быныһы ла үтер, һаулыҡ ҡына булһын" тип ҡарарға күнеккәнмен. Шуға күрә сәләмәтлеккә иғтибар бирергә тырышам. Был осраҡта емеш-еләк, сәтләүек иң яҡшы антидепрессанттар булып тора тип уйлайым. Күңелле музыка тыңлау, гәзит-журнал, китап уҡыу, театр-концерттарға йөрөү кешенең рухын да, кәйефен дә күтәрә. Көн дә иртән үҙеңде яҡшы кәйефкә көйләп ебәрһәң, бөтәһе лә уңышлы буласаҡ. Иң мөһиме – үҙеңә ышаныу.

Айбулат менән Гүзәл, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы:
– Көҙҙө ашҡынып көттөк, сөнки ошо көндәрҙә законлы никахҡа инәбеҙ. Тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә, көҙҙөң моңһоулығына бөтөнләй иғтибар бирмәйбеҙ, туй мәшәҡәттәренә башкөллө сумғанбыҙ. Бик бәхетлебеҙ!

Илнур АТАНҒОЛОВ, Баймаҡ районының инвалидтар ойошмаһы ағзаһы, 31 йәш:
– Ғүмерҙе насар кәйефкә арнағым килмәй. Дуҫ-иштәр, яҡындар менән йыйылышып, ихлас аралашһаң, күңел күтәрелә, насар уйҙар юҡҡа сыға. Тик яҡшылыҡ тураһында ғына уйларға, күберәк йылмайып йәшәргә, изгелек ҡылырға кәрәк. Бәхетле булғың килһә, иң алда башҡаларҙы бәхетле итергә тейешһең тип иҫәпләйем.

Флүзә МИНҺАЖЕВА, ике бала әсәһе, Благовещен ҡалаһы:
– Көҙгө депрессия түгел, беҙҙә балалар сире депрессияһы. Бәләкәсем сирләй ҙә сирләй, дауахананан сыҡҡан юҡ.

Рәйсә СИРАЖЕТДИНОВА, хаҡлы ялдағы фельдшер-акушер, Йылайыр районы:
– Көҙҙөң һуңғы айында организмыбыҙ көслө стресс кисерә. Был сәләмәтлектең ҡаҡшауында, күңел төшөнкөлөгөндә сағыла. Элек ҡыуанып башҡарған эштәр беҙгә артыҡ йөк кеүек тойола. Был ваҡытта организмға өҫтәмә көс талап ителә. Витаминдар, тынысландырыу­сы үлән сәйҙәре эсергә, емеш-еләк, йәшелсә ашарға кәңәш итәм. Донъя мәшәҡәттәре иңегеҙҙе баҫа башлаһа, үҙегеҙгә тулы бер көндө арнағыҙ – төшкә тиклем йоҡлағыҙ, рәхәтләнеп телевизор ҡарағыҙ, китап уҡығыҙ һ.б. Шундай ялдан һуң көс-ҡеүәтегеҙ бермә-бер артыр, кәйефегеҙ яҡшырыр, иммунитетығыҙ нығыр.
Нәҡ ошо мәлдә психик һәм хроник ауырыуҙарҙың сире киҫкенләшә. Шуға алдан уҡ уларҙы иҫкәртеү сараларын күрергә кәрәк.

Радмир УЙЫЛДАНОВ, БДУ-ның 2-се курс студенты:
– Төшөнкөлөккә бирелергә сәбәп юҡ. Ә бына сессия етһә, башҡа әллә ниндәй уйҙар инә, ҡурҡыта башлай. Шул саҡта, үәт, депрессия башлана...

Гүзәл БИКМӘТОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”