RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Республика көнөн ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?

09.10.2012 Республика көнөн ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?

Рәил ИҪӘНБИРҘИН, Күгәрсен районы хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы:
– Байрамға әҙерлек алдан уҡ башланғайны. Иң алда район кимәлендә өмәләр уҙғарылды. Унда балалар, ойошма-предприятиелар әүҙем ҡатнашты. Күмәк көс менән һәр төбәк төҙөкләндерелде.
Республика көнөнә арналған саралар октябрҙең тәүге көндәрендә үк старт алды. Ошо байрам һәм яҡташ яҙыусыбыҙ З. Биишеваның 105 йыллығына арналған шахмат, волейбол ярыштары уҙҙы. Шулай уҡ милләт кросы булды, унда йәмғеһе 46 команда ҡатнашты. Күгәрсен ауылындағы клуб заманса капиталь ремонтлауҙан һуң асылды.
Был байрамды ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнө менән бергә билдәләйәсәкбеҙ. Планға ярашлы, райондың һәр төбәгендә мәҙәни һәм спорт саралары, йәрминкәләр уҙасаҡ. Тантаналы йыйылышта төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған хеҙмәт алдынғылары билдәләнәсәк.
Байрам көнөндә райондың төпкөл ауылдарының береһе – Побоищела яңы клуб ишектәрен асасаҡ. Шулай уҡ был көндә БР Мәғариф министрлығы кубогына республика кимәлендәге волейбол ярышы башлана. Унда 26 команданың килеүе көтөлә.
Ғөмүмән, күгәрсендәр байрамды, һәр ваҡыттағыса, күңелле һәм файҙалы үткәрәсәк.

Сәғиҙулла Байегет, йырсы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
– Бынан өс-дүрт йыл элек был байрам күңелле үтә торғайны. Бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәләге ҙур кимәлдәге саралар гөрләй ине, башҡорт булғаның өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә инек. “Республикам − минең иң изге төйәгем”, “мин − башҡорт”, “ситтән килгәндәр, белегеҙ ниндәй матур төбәктә булғанығыҙҙы”, “төп халыҡты ихтирам итегеҙ” тигән идеялар бар ине. Бөгөн ошо тойғолар юҡҡа сыҡты, тип әйтеп булмай, әммә был байрамдың әһәмиәте кәмене. Бер-ике тапҡырға ғына түгел, ә биш-алтыға. Ысынын әйткәндә, хәҙер ул исем өсөн генә үткән кеүек. Хатта 23 февраль йәки 8 Март байрамы күпкә сағыуыраҡ уҙа.
Төркиәлә булғанда төрөктәрҙең Республика көнөнә эләктем. Илдең гимны яңғырағас, мине хеҙмәтләндереүсе официанттың йөҙө үҙгәрҙе, әйтерһең дә, ҡулына тәрилкә һәм ҡалаҡ тотмаған, ә ҡорал ине. Ататөрөк ҡушһа, гүйә, ул иле өсөн үлергә әҙер. Унда халыҡ шул тиклем үҙ илен ярата.
Элегерәк Өфө урамында башҡортса һөйләшһәң, бәғзеләр ҡырын ҡарай ине. Дөрөҫ алып барылған сәйәсәт һөҙөмтәһендә беҙ бындай күренештәрҙән ҡотолдоҡ. Бөгөн ауыҙ тултырып саф башҡорт телендә аралашабыҙ. Шулай ҙа һаман үҙ теленән тартыныусы башҡорттар осраштыра. Ә бына гастарбайтерҙар үҙ телендә рәхәтләнеп һөйләшә, берәүҙән дә оялып тормай бит!
Халҡыбыҙ − ҡунаҡсыллығы, алсаҡлығы, мәҙәниәте, ҡурайы менән дан тотҡан милләт, ул берәүҙе лә рәнйет­мәгән, бер кемдең дә илен баҫып алмаған. Йәшерен-батырыны юҡ, үҙәктең ҡайһы бер ҡанундары, мәҫәлән, оптималләштереү бәләкәй милләттәрҙең телен юҡҡа сығарыу­ға туранан-тура этәрә. Телебеҙҙең “ҡыҙыл китап”ҡа инеүенә юл ҡуймайыҡ.
Теләгем – был байрам элекке кеүек уҙғарылһын. Ул халыҡты комплекстан арындырыуы, үҙаңды үҫтереүе менән әһәмиәтле. Республика көнө – беҙҙең көн. Шул хаҡта йыр аша оран һалғы килә. Етерлек ҡурҡтыҡ! Халыҡ үҙ илендә үҙен иркен тотһон. Рәми Ғарипов әйтмешләй, бер кемдән дә телем кәм түгел!

Рәмил Нуретдинов, Илеш районы хакимиәтенең кадрҙар менән эшләү һәм мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы:
– Байрамды бик яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Район үҙәге Үрге Йәркәйҙең мәҙәниәт һарайында республика көнөнә арнал­ған тантаналы йыйылыш уҙасаҡ. Унда район етәкселәре сығыш яһаясаҡ, хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнәсәк. Сара ҙур байрам концерты менән тамамланасаҡ. Ә икенсе көндә һәр ауыл биләмәһендә байрамдар үтәсәк. Унда мәҙәни саралар гөрләйәсәк, спортсылар көс һынашасаҡ, шулай уҡ йәрминкә буласаҡ.

Кәримә МЫРҘАБУЛАТОВА, технолог-программист:
– Хәҙер был байрам бер аҙ төҫһөҙләнде. Шулай ҙа яҡшыға өмөтләнәм. Саралар уҙған ерҙә йөрөп килергә иҫәп тотам.

Илдар М., 27 йәш:
– Байраммы ни? Минең өсөн ғәҙәти көн.

Альбина ХӘСӘНОВА, Өфө ҡалаһы:
– Был көндө көтөп алабыҙ. Республика көнө ғаиләм өсөн икеләтә байрам, икеләтә шатлыҡ. Дүрт йыл элек туйыбыҙ 11 октябрҙә булғайны. Никах тантанаһында беҙгә матур байрам ойошторҙолар, бүләктәр бирҙеләр. Дәүләттең шундай иғтибары бик оҡшаны.

Ишбулды ӘБЙӘЛИЛОВ, Сибай ҡалаһы:
– Насар кәйеф менән...










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”