09.10.2012 Тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ
йәки Республика көнө тигән байрамды биргән осорҙо иҫләп
Ошо көн яҡынлашҡан һайын һуңғы йылдарҙа Башҡортостаныбыҙҙың ни тиклем үҙгәрештәр кисергәне тураһында ла йышыраҡ уйландыра. Әлбиттә, Республика көнө байрамын бар иткән 1990 йылдың 11 октябрен дә яңынан хәтер төйөнөн тағата-тағата иҫләйҙер бәғзеләр. Бөгөн Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө тигән өлөшөн төшөрөп ҡалдырһалар ҙа, бынан 22 йыл элек булып үткән ваҡиғалар яп-яҡын булып күптәрҙең күҙ алдында торалыр әле. Ул саҡта республиканың Юғары Советы, Башҡортостандың демократик хоҡуҡи дәүләт булараҡ республика статусын раҫлап иғлан иткәйне декларация тураһында. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы тигән исем бирелде төйәгебеҙгә.
Бөгөн Рәсәйҙең шанлы йылдарындағы башлығы Борис Ельциндың: ”Йота алған тиклем йотоғоҙ…” – тигәне лә онотола төштөмө, әллә оноторға тырышабыҙмы, суверенитет, үҙаллылыҡ һүҙҙәрен ҡулланырға ла шөрләңкерәйбеҙ, ахыры.
Бөтөн Рәсәй буйлап таралған “уяныу” тулҡыны Башҡортостанға ла һуғылып, рухиәтебеҙгә, асылыбыҙға ҡайтыу иң тәү сиратта төрлө төбәктәрҙә милли ойошмалар тупланып, тап уларҙың тырышлығы менән милли мәктәптәр асыла башлауға ла килтергәйне. Улай ғына ла түгел, милли матбуғат та яңырҙы, үҙебеҙҙең гәзитебеҙҙең генә лә ниндәйерәк булып сығыуын, мәҡәләләрҙе халыҡтың нисегерәк ҡабул итеүен һағынып һөйләргә ҡалды. Башҡорт милли хәрәкәте үҫеү генә түгел, республикабыҙҙа йәшәгән һәр милләт яңырыш кисерҙе, тарихын, телен, мәҙәниәтен өйрәнергә, һаҡларға, таратырға форсат тейҙе, дөрөҫөрәге, мөмкинлек бирелде. Юҡ, коммунизм осорон яманларға теләмәнек, уның да Рәсәйҙе көслө держава итеп алға сығарған йылдары бихисап булды. Халыҡҡа өмөт биргән, киләсәккә хыялдар менән ҡараған совет власы йылдарын оло йәштәгеләр юҡҡа һағынып иҫләмәйҙер.
Телем, ерем, халҡым, тип яулап алған үҙаллылыҡты бөгөн, әйҙә, һәр кем үҙенсә аңлаһын да, илдәге, еребеҙҙәге үҙгәрештәргә үҙенсә йомғаҡ яһаһын.
Һүҙ юҡ, бөгөн Башҡортостан арыу ғына аҙымдар менән алға бара. Тиҫтә йылдар дауамында ирешелгән ҡаҙаныштар ҙа быға, һис шикһеҙ, булышлыҡ итәлер. Республика көнөн билдәләгәндә оҙаҡ йылдар дауамында булған уңыштар тураһында шымып ҡалыра хаҡыбыҙ юҡтыр, моғайын. Был тәңгәлдә Башҡортостандың тәүге Президентының башҡарған эштәрен телгә алмай китеү ҙә дөрөҫ булмаҫ.
Яңы Рәсәй яҙмышында әһәмиәтле роль уйнай республикабыҙ. Бөтөн ил буйынса емерелгәндән-емерелә барған ауыл хужалығында ла, юҡҡа сыҡҡан колхоздар рәтенән үҫешкә ирешкәндәре лә байтаҡ. Шуныһын да билдәләргә була: Башҡортостан был юҫыҡта ауыл хужалығы продукцияһы менән үҙен-үҙе тулыһынса тәьмин итерлек. Ит-һөт, бал-май, йәшелсә – үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлекте ситтән ярым боҙоҡ хәлдә тиерлек килтерелгән продукцияға алмаштырырлыҡмы ни! Иң мөһиме, республиканы илдә, донъя кимәлендә танытырға, мөмкин тиклем үҙебеҙҙә етештерелгән тауарға өҫтөнлөк бирергә. Президент Рөстәм Хәмитов башланғысы менән “Үҙеңдекен һайла, йәнтөйәктекен һатып ал!” лозунгыһы ла юҡҡа ғына иғлан ителмәне бит. Бөгөнгө етәкселектең көн ҡаҙағында торған маҡсаты – төбәккә инвестициялар йәлеп итеү ҙә республикабыҙ алға атлаһын, халыҡҡа уңайлы булһын, йәшәү кимәле яҡшырһын тигән ниәттән икәнен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ.
Завод-предприятиелар ил буйынса күптән инде айырым шәхестәр ҡулында, бының йәшерен-батырыны юҡ. Шулай ҙа эшселәр әлегә үҙебеҙҙеке.
Тормошобоҙҙо күңелһеҙләндергән хәлдәр ҙә булмай тормай. Быға, моғайын да, бер туҡтауһыҙ алып барылған реформаларҙың кире эҙемтәһен дә атар байтаҡ замандашыбыҙ. Кешене эшһеҙ ҡалдырған “яңырыш”тарҙы нисек ҡуш ҡуллап ҡабул итеп була инде? Илдең оборона һәләтен үҫтерәбеҙ, көс структураларын тағы ла көсәйтәбеҙ тип, башҡа тармаҡты ситләтеү мөмкинме һуң? Ә бит бөгөн күптәр тап ошо оптималләштереү, модернизациялау еле арҡаһында эшенән, тимәк, ашынан яҙҙы. Яңы Рәсәйҙә, бөгөн нимәгә, күпме хаҡ артыр икән, тигән хәүефле уйҙар менән йоҡоңдан уяныу буламы ни инде яңыса йәшәү, тиеүселәр ҙә барлыҡҡа килде.
Әлбиттә, үҙаллылыҡ яулағандан һуң да әле, бөтөн илгә хас булғанса, эшһеҙлектән шаңҡып ҡалған милләттәшебеҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелде. Оҙаҡ йылдар дауамында әйҙәгән идеологияның юҡҡа сығарылып, икенсе бер яҡшырағы менән алмаштырылмауы касафаты ла булды был төшөнкөлөк. Ошонан китте эскелектең сәскә атыуы, быуат афәтенә әйләнгән сирҙәр, суицид һәм башҡа кире күренештәр. Ауылдың типһә – тимер өҙөрлөк ирҙәре, удар төҙөлөш йылдарында кеше ғаилә-ғаилә булып күпләп ил буйынса таралған кеүек, тағы ла ситкә юлланды. Был юлы ғаиләһен ҡалдырып, “вахта” тигән булып. Ошо уҡ ваҡытта үҙебеҙгә арзан эш хаҡына гастарбайтерҙар килеп тулды. Тап бына ошо миграцияны үҙаллылығыбыҙҙың кире күренеше тип атарға булалыр. Юҡ, был республиканың ғына ғәйебе түгел, ә ил кимәлендә эшләп еткерелмәгән эш, кемгәлер ҡулай тип һаналған сәйәсәт.
Үрҙә оптималләштереү тураһында әйтә биреңкерәп ҡуйғайным. Уның бик күп белгес өсөн көтөлмәгән хәл һымаҡ ҡабул ителеүен дә аңларға мөмкин. Ниңәлер ҡулайлаштырыу еле иң тәүҙә башҡорт теле уҡытыусыларына ҡағылды. Сөнки бөгөн телебеҙҙе мәктәптәрҙә тырышып-тырышып ҡыҫҡарталар. Бәғзеләр был турала хатта өндәшергә лә ҡурҡа. Ә проблема бар. Башҡортостанда башҡорт телен өйрәнеү бөтөнләй сикләнергә, тыйылырға, ҡыҫҡартылырға тейеш түгел дә һымаҡ, тик ниңәлер һуңғы арала тап шул проблема килде лә сыҡты.
Был республиканың суверенитеты бөгөн бынан 22 йыл элек яуланған хәлдә түгеллеген ап-асыҡ күрһәтә, буғай. Әйткәндәй, тиҫтә йыл самаһы элек башҡа төрлөрәк килешеү ҙә төҙөлдө. Шуға ла 11 октябрҙәге байрам да, Дәүләт үҙаллылығы тураһында декларация ҡабул итеү көнө тип түгел, ә, бөгөнгөсә, Республика көнө тип ҡалдырылды. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостан – беҙҙең йәнтөйәгебеҙ. Уның ҡайһы юл менән барыуы, кем артынан һәм киләсәккә ниндәй шарттарҙа атлауы беҙҙең өсөн бик мөһим.
Шуныһы ла бар: Башҡортостан тигән атамаһын һуңғы йылдарҙа “Башкирия” тип йөрөтөргә маташыуҙары ла беҙгә бигүк яҡын түгел. Рәсми документтарҙан “Башкирия” һүҙе күптән юҡҡа сыҡты инде, республикабыҙ Конституцияһында яҙылғанса, “Башкортостан“ беҙ хәҙер.
Ә ул саҡта суверенитет яуланмаһа? Халыҡтың милли аңы һаман йоҡлап ятҡан булһа? Юҡҡа сыҡҡан СССР яҙмышы көтмәҫ инеме беҙҙе? Губернаға әйләндерәм, тип ҡысҡырыусылар бөгөн дә юҡмы ни?
Ошондай уйҙар килде башҡа сираттағы тапҡыр Республика көнө байрамын ҡаршылағанда. Бәлки, кемгәлер 1990 йылдың 11 октябре бөтөнләй әһәмиәтһеҙҙер ҙә, әммә был – беҙҙең тарихыбыҙ. Тарихтың онотолмауы шарт.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.